Австрия герцоглығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Австрия герцоглығы
Herzogtum Österreich
Флаг Герб
Флаг Герб

XIVбыуатта Австрия герцоглығы (хәнәүәт төҫө) Изге Рим империяһының составында (ҡара һыҙат)
XIVбыуатта Австрия герцоглығы (хәнәүәт төҫө) Изге Рим империяһының составында (ҡара һыҙат)

 
 
1156 — 1453
Баш ҡала

Вена

Телдәр

Бавария диалекты

Дин

Рим-католик сиркәү

Идара итеү формаһы

монархия

Династия

Бабенбергтар
Габсбургтар

Австрия герцогы
 • 1156—1177 (беренсе герцог)

Генрих II

 • 1230—1246 (аҙаҡҡы Бабенберг

Фридрих II

 • 1278—1282 (беренсе Габсбург

Рудольф I

 • 1330—1358

Альбрехт II (аҙаҡҡы номиналь герцог)*

 • 1440—1457 (аҙаҡҡы герцог)

Ладислав Постум

  • Башта Оттон, һуңынан Леопольд V менән 1344 йылға тиклем берләштерелгән идаралыҡ.
 Австрия герцоглығы Викимилектә
Австрия тарихы

Тарихҡа тиклем Австрия
Норик һәм Реция
Көнсығыш марка
Австрия герцоглығы
Австрия Эрцгерцоглығы
Изге Рим империяһы
(Габсбург монархияһы)
Австрия империяһы
Австро-Венгрия
Беренсе республика
Альп һәм дунай рейхсгау
Союз оккупацияһы
Икенсе республика

Австрия герцоглығы — 1156 йылда Privilegium Minus патентына ярашлы Изге Рим империяһы сиктәрендә булдырылған дәүләт. Көнсығыш  маркаһы элекке  Бавария  герцоглығынан айырыла һәм үҙе герцоглыҡ рангын ала. 

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге ваҡытта герцоглыҡ сағыштырмаса ҙур булмай, хәҙерге Түбәнге Австрия ҙурлығындағы территорияны биләй. Ул Дунай йылғаһының төньяҡ һәм көнсығыш ярҙарында, Энстан көнсығышҡа ҡарай урынлаша. Тарихи яҡтан был территория Каролинг  Авар маркаһыныҡы була.  

Авар маркаһы Карл Бөйөк  тарафынан яҡынса 800 йылда төҙөлә , 907 йылдағы Прессбург янындағы алыштан һуң венгрҙар хакимлығы аҫтында ҡала һәм 955 йылдағы Лех йылғаһындағы алышта Оттон Бөйөк еңгәндән һуң ҡабаттан Бавария герцоглығының Көнсығыш маркаһы булараҡ тергеҙелә. 

Дрозендорф, Рабс, Ла һәм Тайя  йылғаһы буйлап ашҡа нығытмалар, тарихи өлкәләрҙән төньяҡҡа Вальдфиртель (нем. Waldviertel)  һәм Вайнфиртель  (нем. Weinviertel), Манхартсберг һырты менән бүленгән, Богемия герцоглығы һәм Пржемысловичтар чех династияһына ҡараған Морава маркаһы ерҙәре менән герцоглыҡтың сиктәрен билдәләй. 

Көнсығыш маркаһы   Венгрия короллеге менән яйлап Морава тигеҙлеге һәм Вена бассейны яғына шыла бара. Дунайҙың уң ярында Венгрия менән сик бер нисә быуат дауамында Лайта йылғаһы буйлап билдәләнә.  Герцоглыҡ статусын 1180 йылда алған Австрия көньяҡта   Штирия менән сиктәш була.  

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бабенбергтар династияһы [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөнгө Австрия башлыса Габсбургтарҙың династияһы менән күҙаллана, әммә  1246 йылға тиклем был ерҙәр менән  Бабенбергтар     династияһы хакимлыҡ итә. Австрия маркграфы Леопольд IV Гогенштауфендарҙы Вельфтар нәҫеле менән көрәштә яҡлап сыға һәм уның бер туған ағаһы , Германия короле Конрад III, Бавария герцогын Генрих X Ғорурҙы  ҡолатҡандан һуң, Бавария тәхетенә Леопольд ултыра.  Леопольд IV ҡустыһы һәм вариҫы Генрих Язомирготт  Вельфтар менән көрәште дауам итә, әммә Изге Рим империяһы тәхетенә I Фридрих I ултырғанынан һуң Баварияны Генрих Арыҫланға бирергә мәжбүр була. Компенсация сифатында Фридрих I 1756 йылдың 17 сентябрендә Австрия маркаһын герцоглыҡ статусына тиклем күтәргән ''Privilegium Minus''ты иғлан итә.

Австрияның өр – яңы герцогы  Венала, буласаҡ Хофбург һарайы урынында урынлаша. Бер үк ваҡытта ул үҙенең шәхси сиркәүе сифатында ирланд монахтары йәшәй башлаған Шотландия монастыренә  нигеҙ һала.  Вена аша Венгрияға һәм Византия империяһына Кремстан һәм Маутерҙан Дунай буйлап сауҙа итеү юлында Австрия бик уңайлы урынлашҡанға күрә, Бабенбергтар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иң көслө династияларҙың береһенә әүерелә. Династия ҡеүәтлегенең пигы Австрия герцогы Леопольд V (1177—1194) һәм  Австрия герцогы Леопольд VI Данлы (1194—1230) идаралығы дәүеренә  тура килә. 1186 йылда    Отакар IV  менән,  уның вафатынан һуң Штирия Австрияға ҡушылыуы тураһында,  Санкт-Георгенберг килешеүе төҙөлә һәм 1192 йылдан 1918 йылға тиклем Штирия Австрия дәүләте менән шәхси унияла була. Герцоглыҡ территорияһы шулай уҡ , Энстан көнбайышҡа табан Траун йылғаһы буйлап, шул иҫәптән киләсәктә Үрге Австрияның административ үҙәге булып киткән Линц ҡалаһын да уҙ эсенә алып, Бавария ерҙәре менән киңәйә. 

Герцог Леопольд V Өсөнсө тәре походында һәм Акрҙы ҡамауҙа (1189—1191)| ҡатнаша, ҡамау ваҡытында Ричард Арыҫлан йөрәге менән талаша һәм иленә ҡайтып китә. Австрия аша Англияға ҡайтып барғанда Ричард Дюрнштайн замогында тотола һәм тик ҙур йолом түләп кенә азат ителә. Был аҡсаны ул   Венгрия сигендә  Винер-Нойштадтта нығытма төҙөүгә тотона.

Леопольд V улы Леопольд VI, Австрияла һәм Штирияла власты бер үҙе генә тотҡан хаким, 1198 йылда Византия княжнаһы Феодора Ангелина менән никахлаша. Уларҙың ҡыҙы, Маргарита фон Бабенберг, 1225 йылда  Изге Рим империяһы императоры Фридрих II  улы, Германия короле  Генрих VII ҡатыны була. Вена һарайы янында билдәле миннезингерҙар, шул иҫәптән Рейнмар фон Хагенау һәм Вальтер фон Фогельвейде, йыш ҡына ҡунаҡта булалар , урта-үрге-немец телендә шиғриәт үҫешә. Версияларҙың береһенә ярашлы нәҡ Австрия ерҙәрендә эпик поэма “Нибелунгтар тураһында йыр” ( “Песнь о Нибелунгах” барлыҡҡа килгән.

Әммә артабанғы герцог , Леопольд V улы Фридрих II Һуғышсы (Воитель), 1230 йылда тәхеткә ултырғандан һуң Австрия аҡ һөйәктәре менән генә түгел, хатта күрше дәүләт королдәре: Чехия короле  Вацлав I, Венгрия короле  Андраш II менән — һәм хатта Австрия тәхетенә Генрих VII дәғүәләрен хуплауҙа ғәйепләп,  император Фридрих II менән дә конфликтҡа инә. Император Фридрих II батша йәберен иғлан итә һәм 1236 йылда уны  Венанан ҡыуа. Һуңынан император менән  эштәр  яйлана, әммә сиктәш конфликттар дауам итә әле  һәм 1246 йылда Лайта йылғаһындағы алышта Фридрих II үлтерелә. Ошоноң менән Бабенбергтар нәҫеленең ир тармағы тулыһынса өҙөлә.  

Пржемысл Отакар II [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 Европаның хәҙерге  картаһы өҫтөнән һалынған Отакар II 1251-1276 еңеүҙәр картаһы

 бабенбергтарҙың династияһының өҙөлөүе Австрияны анархия осорона  дусар итә. Privilegium Minus  ярашлы ир енесенән вариҫтар булмаған осраҡта Австрия тәхете ҡатын - ҡыҙ тармағынан тапшырылырға тейеш була. Владислав Моравский (чех. Vladislav Český) кисекмәҫтән үҙенең дәғүәләрен белдерә, әммә үҙенең хоҡуғы менән файҙаланып өлгәрмәй, сөнки  1247 йылдың ғинуарында ҡапыл вафат була. Ул арала император  "Privilegium Minus" боҙоп, Австрияны юҡҡа сыҡҡан тип  иғлан итә һәм, Венаға баҫып инеп,  үҙенең ғәсҡәрҙәрен герцоглыҡҡа индерә.  Тол герцогиня Гертруда үҙенең яҡлаусылары менән Венгрияға ҡаса һәм Рим папаһы  Иннокентий IV ярҙам һорай. папаның баҫымы аҫтында Гертруда 1248 йылдың уртаһында  Баден  папа тарафынан ошо уҡ йылдың 14 сентябрендә  Австрия һәм Штирия герцогы итеп танылған марграфы Герман VI тип кейәүгә сыға.

Чехия короле Пржемысл Отакар II Герман VI вафатынан һуң килеп сыҡҡан хәл менән файҙаланырға ҡарар итә. 1250 йылда ул Австрия ерҙәренә барып инә һәм урындағы аҡ һөйәктәрҙә танылыу таба. Австрия тәхетенә  дәғүәләрен нығытып ҡуйыр өсөн, Отакар II үҙенән 30 йәшкә оло  Маргарита фон Бабенбергка өйләнә. Венгрия короле Бела VI  Гертруданың үҙенең туғаны Даниил Галицкийҙың улы Роман Данилович менән өсөнсө никахта булыуына ишара яһап,  Отакарға ҡаршы тороп ҡарай  һәм Штирияға баҫып инә. Әммә венгрҙарҙың ғәсҡәре 1260 йылда Кресенбрун янындағы алышта һәләкәткә осрай һәм Откар Богемия, Моравия. Австрия һәм Штирияның тулы хакимиәтле  идарасыһы булып китә. 

1269 йылда Отакар  йоғонтоһо аҫтында көньяҡ ерҙәр күсә:  Каринтия герцоглығы, Крайна маркаһы һәм Винд маркаһы. Ғөмүмән, уға  Польша сиктәренең төньяҡтағы Судеттарҙан  көньяҡтағы Адриатика ярҙарына тиклем Үҙәк Европа дәүләте буйһона.  1273 йылда Отакар Рим короле тәхетенә ултырырға тырышып ҡарай, әммә Габсбургтар династияһынан ике батшалыҡ осоронан һуң беренсе мәртәбә ысынбарлыҡта Германия короле булған  Рудольф I  отола. Император хоҡуғы менән файҙаланып,  Рудольф Отакар тарафынан "баҫып алынған" ерҙәрҙе үҙенә буйһондора, Отакар үҙе Морава  яланындағы һуғышта үлтерелә.  Австрия герцоглығы территорияларын Рудольф I Швабиялағы киң биләмәләрҙе өҫтәгән  улдарына һәм уларҙың вариҫтарына  тапшыра.

 Габсбургтар династияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артабанғы 640 лет АвстрияГабсбургтар  хакимлығы аҫтында үтә. XIV һәм XV быуаттарҙа Габсбургтар герцоглыҡҡа Австрияға һәм Штирияға яҡын урынлашҡан провинцияларҙы ҡушылдыра башлайҙар. 1335 йылда дәүләт составына Каринтия һәм Крайна герцоглыҡтары, 1363 йылда — Тироль графлығы ла индерелә. Ошо территориялар бергә Габсбургтарҙың мираҫҡа ҡалған ерҙәре булып билдәлелек яулай.

XIII һәм XIV быуаттар герцоглыҡ өсөн тынысһыҙ була. Рудольф IV ҡыҫҡа һәм ваҡиғаларға бай идаралығынан  һуң, уның ағалары , Альбрехт III  һәм Леопольд III,  1379 йылдағы Нойберг килешеүе буйынса герцоглыҡты үҙ –ара бүлешәләр. Альбрехт үҙенә Австрияны ҡалдыра, ә Леопольд ҡалған территорияларға хужа була. 1402 году Леопольд тармағында тағы ла бер ҡабат биләмәләр бүлешеүе үткәрелә : Эрнст  Үрге Австрияны (Штирия, Каринтия һәм Крайнаны) ала, ә  Фридрих IV  — Тиролде һәм Алғы Австрияны.   

1438 йылда Австрия герцогы Альбрехт V үҙенең ҡайныһы Изге Рим империя императоры Сигизмундтың  вариҫы итеп һайлана һәм бер йыл ғына идара  итһә лә, Габсбургтар үҙҙренең статусын император статусына тиклем күтәрә алалар. Герцог Эрнсттың улы, Изге Рим империя императоры Фридрих III, ҡабаттан 1457 йылда Альбрехт тармағы һәм 1490 йылда Тироль тармағы өҙөлгәндән һуң Габсбургтарҙың ерҙәрен берләштерә. Шулай уҡ Фридрих III официаль рәүештә 1453 йылда атаһы иғлан иткән Австрияның  эрцгерцоглыҡ статусын   раҫлай.   

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]