Агапов Василий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэр Агапов Василий Михайлович (27 февраль 1898 йыл23 сентябрь 1984 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, сәнғәт белгесе, Карелия АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969).

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Василий Михайлович Агапов 1898 йылдың 27 февралендә Петрозаводскийҙа һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Белеме: 2-се Петрозаводск приход мәктәбен, 1915 йылда Петрозаводск Үрге халыҡ училищеһын тамамлай. 1915-1916 йылдарҙа Олонец дини семинарияһын рәссам-уҡытыусыһы А.Л. Андриевский шәхси студияһына йөрөй. 1915-1919 йылдарҙа Петрозаводск почта-телеграф контораһында телеграфист булып эшләй, гимназия курсы өсөн экстерн имтихан тапшыра. 1918 йылда Мәскәүҙә Н. В. Петров театр сәнғәте студияһында шөғөлләнә. 1919-1920 йылдарҙа-эштәр идарасыһы, коллегия һәм секретаре Олонец губернияһы бәйләнеш идараһының урындағы Комитеты рәйесе була.

1920 йылда Мәскәү ҡалаһында юғары сәнғәт-техник институтта уҡый. 1922 йылдан Петрозаводск станцияһының тимеръюлсылары клубы түңәрәге рәйесе һәм декораторы. 1928-1930 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында туҡымаларҙы яҙыу буйынса ситтән тороп курстарҙы уҡый, 1929 йылдан Петрозаводск ҡалаһының халыҡ сәнғәте эшләнмәләре сығарыу оҫтаханаһының идара рәйесе һәм рәссам-инструкторы була.

1932-1934 йылдарҙа һәм 1938-1941 йылдарҙа Карелия мәҙәниәт фәнни-тикшеренеү институтының фәнни хеҙмәткәре. Карел ғәмәли сәнғәте әҫәрҙәрен урып-йыйыу буйынса сәфәрҙәрҙә ҡатнаша, 500 ҙән артыҡ халыҡ оҫталарының әҫәрҙәрен һүрәтләй. 1936 йылда Ростов-на-Донула Төньяҡ Кавказ ғәмәли дәүләт белемдәр институтының 3 курсын тамамлай. 1934 йылда Петрозаводск ҡалаһының 2 се мәктәбендә өҫтәмә рәсем сәнғәте уҡытыусыһы. 1936-1938 йылдарҙа Петрозаводск ҡалаһы Үҙәк мәҙәниәт йорто изостудияһы директоры. 1937 йылда Ленинградта Карел сәнғәте декадаһында ҡатнаша.

1944-1944 йылдарҙа Карел фронтында «Голос солдат» фронт газетаһы рәссамы, Карфинрадио дикторы.

1944-1946 йылдарҙа Карел республика музыкаль комедия театрында рәссам-декоратор.

1946 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы (1946). Ул ижад иткән эштәр Ҙур совет энциклопедияһының 20-се томында һәм Бәләкәй совет энциклопедияһының 4-се томында баҫылып сыҡҡан.

1950-1952 йылдарҙа карел республика халыҡ ижады йортоноң һынлы сәнғәт буйынса методисты. 1952 һәм 1959 йылдарҙа Мәскәүҙә Карелия рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһендә ҡатнаша. 1954 йылдан Карелия КАССР Мәҙәниәт министрлығы инспекторы.

1958 йылдан персональ пенсионер.

Карел-Фин СССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән (әҫәрҙәре 1948, 1951, 1958). Үҙәк һәм урындағы матбуғатта дән артыҡ булыу, сәнғәт белеме буйынса китаптар авторы.

Төп сәнғәт эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Агапов В. М. Народное творчество Карело-Финской ССР — Петрозаводск, 1940.
  • Агапов В. М. Вышивка Заонежья // На рубеже. 1948. № 1.
  • Агапов В. М. В. Н. Попов — Петрозаводск, 1951.
  • Агапов, В. М. Народный художник Республики: [художник В. Попов] / В. Агапов // На рубеже.- 1949.- № 11 .- С.79-88: ил.
  • Агапов, В. М. В. Н. Попов. Народный художник Карело-Финской ССР/ В. Агапов.- Петрозаводск: Государственное издательство Карело-Финской ССР, 1951.
  • Агапов, В. М. Карелия в творчестве выдающихся русских художников/ В. Агапов // На рубеже.- 1955.- № 6.- С. 115—121.
  • Агапов, В. М. История одной картины/ В. Агапов// На рубеже.- 1965.- № 1.- С. 113: ил.- (Коротко о многом).
  • Агапов, В. М. Он любил Карелию: [о творчестве В. Н. Попова] / В. Агапов//Север.- 1965.- № 5.- С.100-103: портр; ил. на вкл. между с. 112—113.
  • Агапов В. М. Хаккарайнен Т. А. Художники на Валааме — Петрозаводск, 1967, 1978.
  • Агапов В. М. // Искусство Карелии. — Петрозаводск, 1985.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Калинин, Е. С. Агапов Василий Михайлович / Е. С. Калинин // Художники Карелия / Е. С. Калинин. — Петрозаводск, 2000. — С. 143-144.
  • Народные умело : (с выставки прикладного искусства, закодировался в Петрозаводске в марте 1959 г. по материалам Дома народного творчества и Государственного исторического музея Карельское АССР) / фот. Т. Перфильева // На рубеже. — 1959. — N 4.