Адвокатура

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лондондағы Линкольнс-Инн адвокат палатаһының иҫке бинаһы.

Адвокатура (лат. advoco — саҡырам) — адвокаттарҙың профессиональ берләшмәһе.

Адвокаттарҙын ойошмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһының 63-ФЗ һанлы "Об адвокатской деятельности и адвокатуре в Российской Федерации" законы буйынса адвокаттар ойошмалары:

  1. кабинет
  2. коллегия
  3. бюро
  4. юридик консультация

Адвокат статусы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһының 63-ФЗ һанлы "Об адвокатской деятельности и адвокатуре в Российской Федерации" адвокаттын хоҡуҡтары:

  1. юридик ярҙам итеү өсөн мәғлүммәттәрҫе йыйыу
  2. һорау алыу
  3. Дәлилдәрҙе йыйыу
  4. башҡа действиялар

Граждан эше буйынса адвокат әҙерләнеүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡсаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡсаттар «Клиент (доверитель) һәм адвокат араһында килешеүҙә» билдәләнә. Яуап биреү:

  1. Хоҡуҡтын ниндәй өлкәһе дәғүәне көйләй
  2. Ниндәй субъекттарҫын хоҡуғы боҙолған
  3. Суд практикаһын ҡарау
  4. Хоҡуҡтын ниндәй өлкәһе дәғүәне көйләй.
  5. Хоҡуҡтын ниндәй өлкәһе дәғүәне көйләй.
  6. Хоҡуҡтын ниндәй өлкәһе дәғүәне көйләй.

Эш үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ Граждан-процессуаль кодексынын 152 статьяға ярашлы Эш буйынса юридик квалификацияһы, эш

Эш буйынса юридик квалификацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эш буйынса позицияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эштең хәлдәрҙе дәлиләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәлилдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эш барышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гражданлыҡ йәмғиәте институты булып тора һәм дәүләт власы менән урындағы үҙидаралыҡ органдары системаһына инмәй. Суд реформаһына (1864) ярашлы Өфө, Троицк һәм Ырымбур округ судтарында 1898 йыл суд эштәре буйынса присяжныйҙар вәкилдәре институты, башҡа судтарҙа һәм административ органдарҙа — хосуси вәкилдәр институты ойошторола. 1910 ййыл Өфө губернаһында 12, 1916 йыл — 10 хосуси вәкил була. Присяжныйҙар вәкилдәре үҙидаралыҡлы корпорациялар төҙөй, уларҙың эшмәкәрлеген присяжныйҙар вәкилдәре советы һәм округ судтары күҙәтә. 1917 й. 22 нояб. Суд тураһындағы 1-се декрет м‑н хосуси һәм присяжный А. институттары бөтөрөлә. 1918 й. 15 февр. Суд тураһында 2-се Бөтә Рәсәй ҮБК декреты нигеҙендә эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары советтары эргәһендә судта йәмәғәт яҡлауын һәм ғәйепләүен булдырыусы хоҡуҡ яҡлаусылар коллегиялары булдырыла.

Башҡортостан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1922 йылда 26 майында раҫланған Адвокатура тураһындағы положение нигеҙендә 1922 йылдын 12 августа Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты декреты менәнн Башҡортостан яҡлаусылар коллегияһы ойошторола (1939 йылдан — Башҡортостан респ. адвокаттар коллегияһы). Коллегия 1922 й. 1 сент. эш башлай, 18 ағза иҫәпләнә. А. ойоштороу, уның эшмәкәрлеге БАССР яҡлаусылар коллективы положениеһы (1936), СССР адвокатураһы тураһында положение (1939), “СССР адвокатураһы тураһында” (1979) закон, РСФСР адвокатураһы тураһында положениелар (1962, 1980), Башҡортостан Республикаһының “Адвокатура тураһында” (1992 й., 2003 й. ғәмәлдән сыға) законы м‑н көйләнә. 2002 й. 31 майындағы “Рәсәй Федерацияһында адвокат эшмәкәрлеге һәм адвокатура тураһында” Федераль законға ярашлы 2002 й. 22 нояб. респ. бөтә терр. халыҡҡа квалификациялы юридик (ш. иҫ. бушлай) ярҙам күрһәтергә, дәүләт власында, урындағы үҙидаралыҡ органдарында, йәмәғәт берекмәләрендә һ.б. вәкиллек булдырырға һәм адвокаттарҙың мәнфәғәтен яҡларға, адвокаттарҙы проф. әҙерләүҙе һәм проф. этика кодексын һаҡлауҙы контролдә тоторға тейешле Башҡортостан Республикаһы Адвокат палатаһы ойошторола. Мотлаҡ ағзалыҡ принцибына нигеҙләнә (1 меңдән ашыу кешене берләштерә) һәм РФ адвокаттарының Федераль палатаһына инә. Башҡортостан Республикаһы Адвокат палатаһының юғары органы булып адвокаттар конф. тора, коллегиаль башҡарма орган — палата президенты етәкселегендә Палата советы. Башҡортостан Республикаһы Адвокат палатаһы системаһында төрлө адвокат берекмәләре эшләй: 10 коллегия, 8 бюро, 127 адвокат кабинеты (2004), ш. уҡ юридик консультациялар. Иң ҙур берекмә булып Башҡортостан Республикаһы ҡалалары һәм райондарында 90-дан ашыу структур бүлектәрҙе берләштергән Башҡ-н респ. адвокаттар коллегияһы һанала (750-нән ашыу ағза).

Башҡортостанн республика адвокаттар (яҡлаусылар) коллегияһы Президиумы рәйестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • С.П.Кастров (1922 й. алып)
  • П.В.Змеевский (1929 й. алып)
  • И.Г.Әхмәров (1930 й. февр.— окт.)
  • П.Н.Стариков (1933 й. алып)
  • И.И.Супонин (1937 й. алып)
  • М.П.Дмитриев (1940 й. алып)
  • Л.С.Аблеев (1941 й. алып)
  • Н.Н.Атнакаев (1947 й. алып)
  • И.В.Хрулёв (1954 й. алып)
  • Д.Б.Мурзин (1969 й. алып)
  • Ш.Ә.Мәхмүтов (1985 й. алып)
  • Б.Ғ.Йомаҙилов (2003 й. алып)

Башҡортостан Республикаһы Адвокат палатаһы президенты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мәхмүтов (2002 й. алып)
  • Йомаҙилов (2009 й. алып)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Адвокатура // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • П.Д. Баренбойм, Роль московской адвокатуры в формулировании понятий правового государства и гражданского общества, журнал "Адвокат", № 9, 2010