Административ үҙәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Административ үҙәк

Административ үҙәк — беренсе, икенсе йә өсөнсө кимәл административ берәмектең (өлкә, край, автономиялы республика, провинция, штат, департамент һәм башҡалар) рәсми төп  ҡалаһы. Административ үҙәктә, ҡағиҙә булараҡ, дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары урынлаша:

  • территория башлығының (губернатор, префект, башлыҡ) резиденцияһы;
  • территориаль закондар сығарыу  органы (урындағы парламент);
  • тәғәйен дәүләт министрлыҡтары һәм ведомстволары подразделениеларының идаралыҡтары начальниктары.

Административ үҙәктең уны башҡа тораҡ пункттар менән бәйләгән инфраструктураһы, идаралыҡ функцияларын башҡарыу өсөн етерлек  иҡтисади, мәҙәни һәм  кадрҙар потенциалы була. Шунлыҡтан күп илдәрҙә ғәҙәттә төбәктәге  иң эре ҡалалар  административ үҙәк булып тора. Шул уҡ ваҡытта  административ үҙәктең был административ-территориаль берәмеккә инмәүе лә ихтимал. Мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Киев һәм Минск улар төп ҡалаһы булған өлкәләргә ҡарамай,  ҡала округтары хасил иткән Ырымбур һәм Новосибирск шул исемдәге райондарға инмәй.

Бойондороҡһоҙ суверен дәүләттең рәсми төп ҡалаһы  баш ҡала тип атала.

Рәсәй Федерацияһында [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙең федератив ҡоролошо уны бер нисә федераль округҡа бүлә. Һәр округтың  административ үҙәге («баш ҡалаһы») бар, унда федераль власть органдары, судтар, иҡтисад һәм сәнәғәт үҙәктәре тупланған. Һәр  административ үҙәктә  Рәсәй Президентының  ошо федераль округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге бар. Властың бындай үҙәкләштерелгәнлеге округ  «баш ҡалаһын» бүтән ҡалаларҙан айырып тора. Күпселек осраҡта административ үҙәктәр  —  айырыуса үҫешкән   социаль-иҡтисади инфраструктуралы халҡы миллиондан ашыу булған ҡалалар:

Рәсәй Федерацияһында  «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы федераль закондың  "Төп терминдар һәм төшөнсәләр" тигән 2-се статьяһында уға ошондай билдәләмә бирелә:

«Ауыл биләмәһенең, муниципаль райондың, ҡала округының   административ үҙәге  — урындағы традицияларҙы һәм  электән килгән социаль инфраструктураны иҫәпкә алып  билдәләнгән һәм  Рәсәй Федерацияһы субъекты законына ярашлы тейешле муниципаль берәмектең вәкәләтле органы урынлашҡан тораҡ пункт»[1].


  • Рәсәй Федерацияһы субъекттарының административ үҙәге булараҡ ҡалаларҙың статусы урындағы ҡануниәт менән билдәләнә[2]

Мәскәү һәм Ленинград өлкәләренең административ үҙәге билдәләнмәгән, әммә ғәмәлдә  Мәскәү һәм Санкт-Петербург административ үҙәк һанала, шул уҡ ваҡытта был ике ҡала РФ-тың айырым  субъекттары ла булып тора.

СССР-ҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәге — райондың үҙәге  (райондың административ үҙәге)
  • Административ үҙәк  —  өлкәнең, автономиялы өлкәнең, автономиялы округтың йәки крайҙың үҙәге.

Тарихи сәбәптәр буйынса СССР-ҙа бөтә союздаш республикаларҙың административ үҙәктәре һәм РСФСР, ГССР, ҮзССР-ҙың автономиялы республикаларының  административ үҙәктәре, был бик үк дөрөҫ булмаһа ла, «баш ҡала» тип йөрөтөлә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]