Азалия (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Азалия — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Донъяның күп халыҡтарында ҡулланыла.

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәскә исеменән алынған. Азалия исеме ғәрәп сығышына эйә һәм «даими», «мәңгелек» тигәнде аңлата. Был исемдең икенсе версияһы ла бар. Азалия «азалеос» грек һүҙҙәренән «киптерелгән» тигәнде аңлата, тип иҫәпләнә. Өсөнсө вариантҡа ярашлы, исем «сәскә атыусы ҡыуаҡлыҡ» тип тәржемә ителә. Рәсәй биләмәһендә уны, башлыса, мосолман ғаиләләренән ҡыҙҙарға ҡушалар.[1]

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәғитова Азалия Наил ҡыҙы (2 ғинуар 1997 йыл) — Рәсәй спортсыһы, шашкасы. 2013 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса етеҙ программала Рәсәй Кубогы бронза призеры. 2008 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы составына инә (йәштәр составына).

Илембәтова Азалия Фәттәх ҡыҙы (1 ғинуар 1978 йыл) — ғалим-этнограф, шәрҡиәтсе. Тарих фәндәре кандидаты (2006).

Азалия Вәлиева — йырсы, Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан.[2]

Игги Азалия (Аметист Амелия Келли; 7 июнь 1990 йыл) — хип-хоп башҡарыусы. Тәүге тапҡыр ул ғауғалы «Pu доллар» һәм «Two Times» йырҙарын видеоға һалған саҡта танылыу ала. 2011 йылдың 27 сентябрендә Азалия «Ignorant Art» исемле тәүге микстейп сығара.[3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аза́лия (лат. Azalea) — арсалылар ғаиләһенә ҡарай (Вересковые (Ericaceae)) — Azalea L..

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ