Азаматова Бибисара Мостафа ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Азаматова Бибисара Мостафа ҡыҙы (5 май 1950 йыл10 октябрь 2020 йыл) — инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, үҙешмәкәр йырсы. Хеҙмәт ветераны (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре (1992). 1980—1998 йылдарҙа Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводы директоры[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова 1950 йылдың 5 маенда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Бәхтегәрәй (Әпек) ауылында донъяға килгән[1]. Бибисара 8 йәшенә тиклем өләсәһендә тәрбиәләнә, ауыл ерендә, башҡа балалар кеүек, ялан аяҡ, әрһеҙ, эшлекле булып үҫә. Ситтә эшләргә мәжбүр булған әсәһе уны үҙ янына (Мерәҫ ауылына) алғандан һуң, Бибисара әсәһенә ярҙамсы ла, дуҫ та булырға тырыша. Ҡабаттан тормош ҡороп, күмәк балалар тәрбиәләгән, ауыр тормош һикәлтәрен оло сабырлыҡ менән үткән әсәһенә ҡарата Бибисара Мостафа ҡыҙы йөрәгендә ғүмер буйы сикһеҙ һөйөү һәм йәлләү тойғоларын һаҡлай.

Ауылдарында башланғыс мәктәп кенә булғанға күрә, бишенсе класты Таулыҡай ауылында уҡырға тура килә, туғандарында йәшәй. Алтынсы кластан алып, үҙ теләге менән, Сибай мәктәп-интернатында белем ала. 12 йәшлек үҫмер ҡыҙ-бала, башҡалар йәйге каникулдарҙа пионерлагерҙарында рәхәтләнеп ял иткәндә, колхозда 25-шәр һыйыр һауа, бесән саба, ат тырмаһында эшләй[1]. Нәҫелдән килгән йырлау һәләте күскән Бибисара концерттарҙа ла ҡатнаша, эшкә лә әрһеҙ, аҡыллылығы, еңмешлеге, шуҡлығы менән башҡаларҙан айырылып торған ҡыҙҙы ауыл етәкселәре ҡурсалап, артабанғы уҡыу яғын хәстәрләйҙәр.

Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова үҙенсәлекле тормош юлын үтә. Бер яҡтан ул иң бәләкәй вазифанан директор вазифаһына тиклем үрләгән кеше булһа, шул өлкәлә тәүәккәл, хатта ныҡышмал етәксе булараҡ абруй ҡаҙанһа, икенсе яҡтан ул ғүмере буйы сәнғәтте, йыр-моңдо үҙ итеүсе кеше булараҡ та халыҡ араһында билдәлелек яулай.

1967 йылдан 1998 йылға тиклем Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводында эшләй: тәүҙә — секретарь-машинистка, 1967 йылдан — ВЛКСМ комитеты секретары, 1970 йылдан — профком рәйесе, 1971 йылдан — партия ойошмаһы секретары, 1980 йылдан — директор.

Ситтән тороп Мәскәүҙәге Бөтә Рәсәй аҙыҡ-түлек институтын тамамлай (1983).

1998 йылдан «Башаҡ» ЯАЙ директоры, ә 1999 йылдан — «Нур» рестораны директоры (икеһе лә Баймаҡ ҡалаһында).

2002 йылдан Өфө ҡалаһында Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары, ә 2007 йылдан Башҡорт хореография колледжының китапхана етәксеһе булып эшләне.

Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова 2020 йылдың 10 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бибисара Азаматованың тормошонда йыр һәр ваҡыт айырыуса мөһим урын алып тора. Баймаҡ районында гастролдәргә килгән артистарҙы үҙенә генә хас ихласлығы, йомартлығы менән ҡаршы алып, уларға хөрмәт күрһәткән саҡтары бик күп була. Ә шулай ҙа йөрәге түрендә, күңелендә ятҡан моң шишмәһе, бала саҡтан ишеткән көй-моңдар тыңғы бирмәй, урғылып сыға, олоғая барған һайын уларҙы кемгәлер еткереү теләге тыуа. 1997—1998 йылдарҙа арҙаҡлы йырсы Фәриҙә Ҡудашева тәҡдиме менән «Өфө-Ҡазан-Булғар» маршруты буйынса ойошторолған теплоход турында һәүәҫкәр йырсылар концерттарында ҡатнаша башлай, бик күп тапҡыр ошо конкурс-концерттарҙа еңеүсе булып таныла һәм 2010 йылда тәүге тапҡыр теплоход сәхнәһендә үҙе соло концертын бирә. Ә тәүге соло концерты шулай ҙа тыуған Баймаҡ яҡтарында 2006 йылда үтә, уның аккомпаниаторҙары республикала билдәле баянсылар Ридик Фәсхетдинов, Илшат Яхин, Хәлит Фәтихов һәм уның ике улы Илшат һәм Айнур булыуы үҙе күп нәмә тураһында һөйләй. Барыһы Бибисара Азаматова 5 соло концертын бирә, уларҙың икеһе — Рәил Өмөтбаев менән, өсөһө йәш артистар ҡатнашлығында ойошторола.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Бибисара Мостафа ҡыҙы үҙе яратҡан шөғөлөнә бөтә булмышын, күңелен бирә: ул ныҡлап сәхнәгә баҫа. Уның сығыштары, һәр концерты республикала ғына түгел, милләттәштәре йәшәгән һәр төбәктә көтөп алына, шығырым тулы залдарҙа ҙур уңыш менән үтә[3]. Сәхнәләге үҙен тотоу манераһы, үҙенсәлекле моңло тауышы йөрәккә үтеп инә, ул ысынында халыҡ йырсыһы тип таныла. Бибисара Мостафа ҡыҙы репертуарында башлыса халыҡ һәм ретро йырҙары, шулай уҡ заманса эстрада йырҙары урын ала. Уның менән бергә сығыш яһау бәхете тейгән эстрада йырсылары (Рәил Өмөтбаев, Фәрүәз Урманшин, Альберт Салауатов, Искәндәр Ғәзизов һәм башҡа бик күптәр) уның өҫтөнлөгөн, оҫталығын, тәжрибәһен ихлас ҡабул итеп, унан бик күп нәмәгә өйрәнәләр.

Бибисара Азаматованың йырҙары менән 6 дискыһы сыға, аҙаҡҡыһы — 2020 йылда, унда 73 йыр тупланған.

Бибисара Мостафа ҡыҙы феномены тураһында бөтә республика журналдары («Тамаша» «Шоңҡар», «Башҡортостан ҡыҙы») һәм гәзиттәре («Киске Өфө», «Йәшлек», «Башҡортостан») яҙып сыға, улар араһында иң ҡәҙерлеһе, ҡанат ҡуйыусы, оло ихтирам һәм күңел йылылығы менән яҙылған тәүге «Директор» исемле мәҡәләне билдәле яҙыусы, дәүләт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаев яҙа («Башҡортостан» гәзите, 1992 йыл, август).

Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Үҙ яғыма ҡайтһам
  • Мәк сәскәһе
  • Яңы йыл төнөндә
  • Таштура (авт. И. Дилмөхәмәтов)
  • Тыуған яҡтарым
  • Ашыҡма китергә
  • Ел ҡапҡа
  • Ҡара ҡаш, зәңгәр күҙ
  • Юлғотло (Башҡорт халыҡ йыры)
  • Күңелдәр һынмаҫ
  • Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә
  • Әсәй бәлеше (З. Нагаева)
  • Илсе Ғайса (Башҡорт халыҡ йыры)
  • Көт әле, тиһең
  • Етеле шәм
  • Һары япраҡ
  • Йәшлегем хистәре
  • Һандуғас (башҡорт халыҡ йыры)
  • Мин яратам һине
  • Гәлсәр бокалдар
  • Ауыл көйө (татар халыҡ йыры)
  • Хәтеремдә, атай
  • Бәллүр яҙмыш
  • Ҡыр ҡаҙҙары осто
  • Ике килмәй ғүмер
  • Сирендәр
  • Хәбәр һал елдәргә
  • Һинең ҡулдар, әсәй
  • Һары күлдәк
  • Һөйәлдем һөйәндәргә
  • Мин умырзая
  • Һағындым ауылымды
  • Күңелдәрҙә урын тармы ни?
  • Кәкүк
  • Рәнйемә, йәнем!
  • Һағынам, һаман һине һағынам
  • Һөйөү йыры
  • Йондоҙ бүләк итәм
  • Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ
  • Йәшәргә лә әле йәшәргә
  • Ниңә яна йөрәгем? (татар халыҡ йыры)
  • Олоғайған һайын
  • Һөйөүем емештәренә
  • Пар күлдәр
  • Taғын ҡайттым әсәй һинең янға
  • Һөйгән кешемә
  • Йәшлегем хистәре
  • Таҡмаҡтар (башҡорт халыҡ йыры)
  • Яратам мин һине, тормош!
  • Бәхет ҡошо
  • Мин ышанам таңдарға
  • Яңғыҙ түгелмен дә
  • Көт бәғерем
  • Йәшәүҙәрҙән булмаҫ туйып

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре» (1992)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1988)
  • «Башҡортостан Республикаһы ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы» (1982)
  • Башпотребсоюздың маҡтау грамоталары (1983, 1984, 1992)
  • Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ-түлек сәнәғәте министерствоһының почет грамотаһы (2002)
  • Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли политика министрлығы почет грамотаһы (2007, 2019).
  • «Йыл йыры — 2015» — лауреат (Рәил Өмөтбаев менән дуэт өсөн)
  • «Юлдаш йыры» — 2013, 2014, 2015, 2016, 2017, 2018 хит-парадында еңеүсе (Гран-при)
  • «Башҡорт йыры» — 2015 (Р. Төхвәтуллин менән), 2017 хит-парадында еңеүсе (Гран-при)
  • Өфө ҡалаһы округы почет грамотаһы — күп йыллыҡ маҡтауға лайыҡлы хеҙмәте өсөн (2017)
  • Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы почет грамотаһы (2017)
  • «Туған тел» татар йәмғиәте дипломы (2015)
  • «За ратную доблесть» миҙалы (Б. Громов ҡултамғаһы менән ВООВ буйынса бойороғо, 10 февраль 2019 йыл)
  • Республика ҡала-райондарының, сит өлкәләрҙең күп һанлы рәхмәт хаттары һәм грамоталары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Йондоҙло сәғәт» — Бибисара Азаматова
  2. «Вопрос + Ответ = Портрет» — Бибисара Азаматова(недоступная ссылка)
  3. YouTube сайтында Видео Бибисара Азаматова
  4. YouTube сайтында Видео Концерт Бибисары Азаматовой и Раиля Уметбаева
  5. YouTube сайтында Видео Бибисара Азаматова. Сборник песен 1
  6. YouTube сайтында Видео Бибисара Азаматова. Сборник песен 2