Азаматов Дамир Мостафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азаматов Дамир Мостафа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 май 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1]
Тыуған урыны Саҡмағош, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 ноябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты[1]
Башҡорт дәүләт медицина институты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d] (1986)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре

Азаматов Дамир Мостафа улы (5 май 1940 йыл27 ноябрь 2020 йыл) — ғалим-философ. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡытыусыһы, профессор-консультанты. Философия фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дамир Мостафа улы Азаматов 1940 йылдың 5 майында Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында тыуған[2]. Хоккейсы һәм тренер Марат Азаматовтың ағаһы.

1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң — комсомол эшендә. 1970 йылдан алып БДУ-ла уҡыта, 1976 йылдан — Бөрө педагогия институтының философия кафедраһы мөдире. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта (1983 йылдан алып философия кафедраһы мөдире)[2].

Ғалим 2020 йылдың 27 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].

Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостан ижтимағи, сәйәси һәм философия фекеренә, мәғрифәтселек тарихына, медицина һәм һаулыҡ һаҡлауҙың социаль- философик проблемаларына арналған. 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, 15 монография, 4 яҡлаулы докторант, 36 фәндәр кандидаты етәксеһе[4]/

Төп ғилми эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Из истории развития общественно политической и философской мысли Башкирии конца XIX — начала XX в. Пермь, 1979;
  • Социальная детерминированность внутриличностного конфликта (социально философский анализ). Уфа, 2009 (авторҙаш);
  • Здоровье молодёжи как общественная ценность в современном российском обществе. Уфа, 2010 (авторҙаш)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]