Азаматов Марат Мостафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Марат Мостафа улы Азаматов
Эшмәкәрлек төрө:

тренер, хоккейсы

Тыуған көнө:

16 ноябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

Саҡмағош, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй флагы Рәсәй

Вафат булған көнө:

4 апрель 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (60 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡортостан

Награда һәм премиялары:
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
Знак Отличник образования РБ.png

Марат Мостафа улы Азаматов — совет хоккейсыһы Һәм рәсәй тренеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1978).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Саҡмағош ауылында тыуған. Милләте башҡорт.

Шайбалы хоккей буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанғаң тренеры (1978). БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994). Д. М. Азаматовтың — ҡустыһы. П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамларан (1972). «Локомотив» ДСО-һы тәрбиәләнеүсеһе (1953—60). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы командалары (1961—63), армияның спорт клубы (Куйбышев, 1963—65) өсөн уйнай. 1969—75 йылдарҙа «Салауат Юлаев» СДЮШОР-ы директоры, 1983—92 йылдарҙа — тренеры. 1979—83 йылдарҙа һәм 1990—91 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубы командаһының баш тренеры. 1993 йылда алып Өфөнөң «Локомотив» клубының баш тренеры, 1997 йылда — Өфөнөң 3-сө ДЮСШ директоры. Уның етәксеһе СДЮШОР командаһы үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы (1973, 1984), йәштәр араһында СССР беренселегенең көмөш призёры (1975) була. 1983—95 йй. СССР, БДБ, Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командалары тренеры. Тағы ла бер етәксеһе СССР командаһы Европа чемпионаты (1984), ГФР-ҙа, Швейцарияла (икеһе лә — 1983), Финляндияла (1984, 1987, 1990), СССР-ҙа (1987, 1990) халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе, Европа чемпионатының көмөш призёры (1991) була, Рәсәй командаһы — Канадала (1993), Тверҙа (1993) халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Тәрбиәләнеүселәре араһында Ш. Ф. Гимаее, шулай ук 35-тән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнгән (1996).

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хоккейсы булғанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тренер булғанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Награда һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнгән (1996)[1];
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1978);
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978);
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994).

Исемен мәңгеләштереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған
  • 3-сө ДЮСШ-ға уның исеме бирелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]