Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Азат Айытҡолов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов
Эшмәкәрлек төрө:

музыкант

Тыуған көнө:

27 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (63 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Матрай районы (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының
Йылайыр районы)
Юлдыбай ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Награда һәм премиялары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы (27 ғинуар 1956 йыл) — ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1990) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов 1956 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Матрай районының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Юлдыбай ауылында тыуған. Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында белем ала[1].

1977 йылда Өфө сәнғәт училищеһын Ғата Сөләймәнов класы буйынса тамамлай. 1975—1978 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы булып эшләй, 1978 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсы—солисы[2].

1994 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай[2].

2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы идараһы рәйесе[2].

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инструменталь башҡарыу сәнғәтенең классик традицияларын дауам итеүсе, ҡурайҙа уйнауҙың бөтә алымдарын виртуоз ҡуллана. Репертуарында оҙон көйҙәрҙең инструменталь варианттары, шул иҫәптән «Ашҡаҙар», «Буранбай», «Ғилмияза», «Таштуғай», «Тәфтиләү», «Уйыл», «Урал», инструменталь көйҙәр «Йәйәүле Мәхмүт», «Сыңрау торна», йыр‑бейеү көйҙәре «Зарифа», «Мөғлифә», «Суҡ муйыл», «Перовский», «Порт‑Артур» һ. б.

Ҡарағалпаҡ АССР‑ы (1976) һәм Яҡут АССР‑ында (1978) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981) ҡатнаша. Донъяның 30 илендә гастролдә була. Уҡыусылары араһында Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы һәм йырсы Рәсүл Ҡарабулатов, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Н. М. Кейекбирҙин һәм Р. Х. Нәҙерғолов.

Башҡортостандың Ауырғазы, Бишбүләк, Дәүләкән, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Шишмә һәм Әлшәй райондарында, Ҡурған һәм Пермь өлкәләрендә, Мәскәүҙә ҡурайсылар ансамблдәрен ойошторған[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]