Азад хатын (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Азат ҡатын битенән йүнәлтелде)
«Азад хатын»

«Азад хатын» («Азат ҡатын») — ижтимағи-сәйәси гәзит. РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының ҡатын-ҡыҙҙар берлеге органы. Уралда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәүге гәзит. Берҙән-бер һаны Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1921 йылдың 7 ноябрендә иҫке башҡорт телендә сыға, башҡа мәғлүмәттәр буйынса гәзиттең сығыуы 1922 йылда туҡтай. Тиражы — 1500 дана. Мәҡәләләр Октябрь революцияһы юбилейына, әхлаҡ, әсәлек һәм балалыҡ проблемаларына арнала. Мөхәррире — Р. Й. Рәхмәтуллина.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]