Азбукин Николай Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азбукин Николай Васильевич
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 16 (28) июль 1894
Тыуған урыны Бобруйск, Минск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 24 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (49 йәш)
Бер туғандары Екатерина Васильевна Малейко[d]
Һөнәр төрө тыуған яҡты өйрәнеүсе, иҡтисадсы
Эшмәкәрлек төрө иҡтисад
Эш урыны Белорус мәҙәниәте институты[d]
Nash Krai[d]
Q13033363?
Q115568473?
Уҡыу йорто физико-математический факультет Санкт-Петербургского университета[d]
Бобруйская гимназия[d]
Ойошма ағзаһы Белорусское культурно-просветительское общество[d]
 Азбукин Николай Васильевич Викимилектә

Николай Васильевич Азбукин (бел. Мікалай Васільевіч Азбукін; 1894, Бобруйск Минск губернаһы Рәсәй империяһы — 24 ноябрь 1943, РСФСР, СССР) — белорус географ-иҡтисадсыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Инбелкульттың (Белорус мәҙәниәте институты) әүҙем эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыумыштан дворяндар нәҫеленән була. 1912—1917 йылдарҙа Петербург университетында уҡый. Университетты тамамлағандан һуң 1917—1920 йылдарҙа Бобруйск ҡалаһы гимназияһында география һәм тәбиғәт фәндәре уҡытыусыһы булып эшләй. Белорус милли хәрәкәтенә ҡушыла, Бобруйскта Белорус мәҙәни-ағартыу йәмғиәте комитеты ағзаһы була[1].

1919 йылда Польша оккупацияһы ваҡытында ҡулға алына. 1920 йылдың көҙөндә Бобруйсктың Янка Купала исемендәге мәктәбе директоры була. 1921 йылдың яҙында, белорус эсерҙары партияһына инеүҙә шикләнеп, инде совет власы тарафынан яңынан ҡулға алына.

«География Эўропы»

1921 йылдан башлап Минскиҙа эшләй: БССР Халыҡ мәғариф комиссариатының ғилми-терминологик комиссияһында, Белорус мәҙәниәте институтында (Инбелкульт), 1929 йылдан БССР Фәндәр академияһының география кафедраһында. «Европа Географияһы» китабында Беларусты етешле дәүләт итеп күрһәтә[2].

Беларуста тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәтен төп ойоштороусыларының береһе, БССР Фәндәр академияһы янындағы Үҙәк тыуған яҡты өйрәнеү бюроһының ғилми секретары, «Наш край» белорус тарихи-крайҙы өйрәнеү журналының тәүге мөхәррире (1925). 1928 йыл башында БССР-ҙа 10510 кешене берләштергән 301 тыуған яҡты өйрәнеү ойошмаһы була[3][4].

Тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәтенең әүҙем таралыуы, асылы буйынса патриотик хәрәкәт булараҡ, властарҙа борсолоу тыуҙыра, һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәргә репрессия ябырыла. Н. В Азбукин, уның яҡын дуҫы, профессор һәм күренекле Белорус яңырыуы эшмәкәре Аркадий Смолич та, 1930 йылдың 21 июлендә «Союз освобождения Беларуси» эше буйынса ҡулға алыналар. БССР Берләштерелгән дәүләт сәйәси идаралығы коллегияһының 1931 йылдың 10 апрелендәге ҡарары буйынса, РСФСР енәйәт кодексының 58 п. 4, 7, 10, 11 статьяһы буйынса Нолинскигә (хәҙерге Киров өлкәһе) 5 йылға һөргөнгә ебәрелә. Унда урындағы мәктәптә уҡыта. 1934 йылда Вятка ҡалаһына күсерелә. Тикшерелмәгән мәғлүмәттәр буйынса, ул 1937 йылда тағы ла хөкөм ителә. 1943 йылда һөргөндә һәләк була. 1957 йылдың 15 ноябрендә БССР Юғары суды тарафынан аҡлана[5].

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Географія Эўропы. Масква-Ленінград. 1924. С. 393 (в соавторстве с А. А. Смоличем)
  • Географія па-заэўрапейскіх краёў. — Менск, 1925
  • Населенные местности Западной Белоруссии // Западная Белоруссия. Сб. статей. Мн. 1927. 211 с. — С. 171—194
  • Школьная карта Беларусі. — Менск, 1925 (в соавторстве с А. А. Смолічем)
  • Нашы мястэчкі (Матэрыялы да геаграфічнага слоўніка) // Наш край. 1925. № 2-3.
  • Паселішчы гарадскога тыпу ў БССР / Матар’ялы да геаграфіі і статыстыкі Беларусі / Пад рэд. А. Смоліча. Т1. Мн. 1928.
  • Мястэчка Шацак // Наш край. 1927, № 1.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Азбукин Николай Васильевич // Белорусская ССР. Краткая энциклопедия. — Мн., 1982. — Т. 5. — С. 13.
  2. Возвращенные имена: Сотрудники АН Беларуси, пострадавшие в период сталинских репрессий. — Мн.: Навука i тэхніка, 1992. — С. 16—17. — 120 с. — ISBN 5-343-01246-9.
  3. Беларуская энцыклапедыя: У 18 т. — Т. 1. Рэдкал.: Г. П. Пашкоў і інш. — Мінск: БелЭн, 2002. — Т. — 552 с. — ISBN 985-11-0251-2.
  4. Николай Васильевич Азбукин. Экономика. By. Белорусский экономический порталt. Дата обращения: 26 август 2014. Архивировано 26 август 2014 года. 2014 йыл 26 август архивланған.
  5. Маракоў Л. У. Рэпрэсаваныя літаратары, навукоўцы, работнікі асветы, грамадскія і культурныя дзеячы Беларусі, 1794—1991. Энц. даведнік. — Мн., 2003. — Т. 1. — ISBN 985-6374-04-9.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энцыклапедыя гісторыі Беларусі. Т. 1. ― Азбукін Мікалай Васілевіч. ― Мн., БЭн., 1993. С. 68. ISBN 5-85700-074-2
  • Кандыбовіч С.. Разгром нацыянальнага руху ў Беларусі]. — Менск: БГА, 2000. — 160 с. ISBN 985-6374-15-4