Аҙналы (Башҡортостан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Азналкино битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Аҙналы
рус. Азналкино
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Белорет

Ауыл советы

Әзекәй

Координаталар

53°55′36″ с. ш. 58°09′06″ в. д.HGЯO

Халҡы

415[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34792

Почта индексы

453520

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 807 002

ОКТМО коды

80 611 407 106

ГКГН номеры

0525366

Аҙналы (Рәсәй)
Аҙналы
Аҙналы
Аҙналы (Башҡортостан) (Башҡортостан Республикаһы)
Аҙналы

Аҙналы (рус. Азналкино) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 415 кеше[2]. Почта индексы — 453520, ОКАТО коды — 80211807002.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 16 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сермән): 4 км[3]

Тарихынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

V рәүиз Заһит исеме менән өс ауылды асыҡлай (Заһит кеше исеме, әммә уның кемлеге аныҡ билдәле түгел). Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр береһе үҙенсә атала: беренсеһе Әзекәй, бында ауылға нигеҙ һалыусы Серҙебай (1767—1841) һәм Таулыбай (1761 г.) Әзекәевтар йәшәгән, икенсеһе Аҙналы тип аталған, унда тәүге төпләнеүсенең улы Мырҙағол Аҙналин (1788 й.) төпләнә. Өсөнсөһө Ҡаҙыш булараҡ билдәле була. Нигеҙ һалыусыларҙың улдарының йәше буйынса өс ауылдың барлыҡҡа килеү ваҡытын билдәләргә мөмкин — был XVIII быуаттың 30—50-се йылдары. XVIII быуат аҙағында ауылда 55 йортта 268 кеше йәшәгән. 1850 йылда 117 йортта 436 ир-ат һәм 400 ҡатын-ҡыҙ, шул иҫәптән 32 керҙәш ир-ат иҫәпләнгән. 1843 йылда 125 йорттан 717 кешенең 775 аты, 625 һыйыры, 300 һарығы һәм 122 кәзәһе булған[4]. Шулай итеп, 1900 йылға тиклем Аҙналы, Әзекәй һәм Ҡаҙыш ауылдары Заһит исемен йөрөткән, һәм өс ауыл халҡы рәсми документтарҙа бергә теркәлгән[5].

Ауылдың боронғо исеме Мышы, сөнки яҡындағы урмандарҙа борон мышы күп булған.

Ауыл Белорет ҡалаһына ярайһы яҡын урынлашҡан, шуға күрә ауыл кешеләре заводҡа күмер алып барып һата торған булған.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 415 212 203 51,1 48,9
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (98 %)[6].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Күренекле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аҡтүбә урамы (рус. улица Актюба)
  • Арыҫлан Мөбәрәков урамы (рус. улица Арслана Мубарякова)
  • Аҡ тау урамы (рус. Белогорная улица)
  • Ғәбитов урамы (рус. улица Габитова)
  • Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
  • Ҡаран урамы (рус. улица Каран)
  • М.Ғафури урамы (рус. улица М.Гафури)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодёжная улица)
  • Муса Мортазин урамы (рус. улица Мусы Муртазина)
  • Еңеү урамы (рус. улица Победы)
  • Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
  • Рәми Ғәрипов урамы (рус. улица Рами Гарипова)
  • С.Юлаев урамы (рус. улица С.Юлаева)
  • Юлай Аҙналин урамы (рус. улица Юлая Азналина)[8].

Видеояҙмаларҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • YouTube сайтында Видео Белорецкий р-он. д. Кадыш и с. Азналкино. Башкортостан
  • YouTube сайтында Видео Новая мечеть в Азналкино
  • YouTube сайтында Видео «Сорок стрел» Возле с Азналкино пройдет турнир по стрельбе из лука
  • YouTube сайтында Видео В Азналкино прошли зимние соревнования по конному спорту и стрельбе из лука

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 108. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. "Шонҡар" журналы, 2014 йыл, №2
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  7. «Шонҡар» журналы, 2014 йыл, № 2
  8. Госсправка сайтында урамдар исеме

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]