Эстәлеккә күсергә

Азов тарих-археологик һәм палеонтологик музей-ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азов тарих-археологик һәм палеонтологик музей-ҡурсаулығы
Здание музея
Здание музея
Асылған ваҡыты 17 май 1917
Урынлашыуы Россия, Азов, Московская ул., д. 38/40[1]
Күрергә килеүселәр 201 000[1]
Директор Горбенко Анатолий Александрович[1]
Сайт азовский-музей.рф
Логотип Викисклада Азов тарих-археологик һәм палеонтологик музей-ҡурсаулығы Викимилектә

Азов тарихи-археологик һәм палеонтологик музей-ҡурсаулығы — Ростов өлкәһенең Азов ҡалаһында урынлашҡан, Рәсәйҙең көньяғында иң бай палеонтологик коллекциялы ҙур музейҙарҙан һанала. Музей 1917 йылдың 17 майында Михаил Аронович Макаровский тарафынан ойошторолған. Музейҙа 168 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 29-ы ғилми дәрәжәләргә эйә. Музейҙа эшләүселәр фән өлкәһендә әүҙем шөғөлләнәләр, уларҙың мәҡәләләре фәнни журналдарҙа даими баҫылып тора.

Музейҙың беренсе экспозицияһы 1917 йылдың май айында Азовтағы «Халыҡ мәғарифы» ойошмаһы һәм ҡала халҡының тырышлығы менән асыла. Музей өсөн боронғо тәңкәләр, маркалар, пушка йәҙрәләре йыйыла. Әммә граждандар һуғышы йылдарында музей юҡҡа сыға. 1937 йылда ул яңынан тергеҙелә, ләкин Икенсе бөтә донъя һуғышы башланғас, ҡаланы немец ғәскәрҙәре баҫып алыу сәбәпле, уның коллекцияһы тағы юғала. Һуғыштан һуң урындағы халыҡ музейҙы аяҡҡа баҫтырырға күп көс һала, һәм бары тик 1960 йылда ғына был эш уңышлы тамамлана.

Ҡала идаралығы бинаһының түбәһе

1976 йылдан башлап, музей корпусы 1892 йылда архитектор Федор Гаузенбаум проекты буйынса төҙөлгән өс ҡатлы Ҡала идаралығы бинаһында урынлаша[2].

Музейҙың бинаһы XIX быуат аҙағынан бөгөнгә тиклем үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡалған. Ул эклектика стилендә төҙөлгән архитектура иҫтәлеге. Йөҙ йыллап элек уның икенсе ҡатында Ҡала идаралығы һәм Думаһы урынлашҡан була. Бинаның беренсе ҡатында кибеттәр эшләгән. Бинаның бер ҡанатын 2-се гильдия сауҙагәре Т. А. Абахов етәкселегенгдәге Ҡала йәмәғәт банкы биләп тора. 1896 йылда Петр ғәскәре Азов ҡәлғәһен буйһондороуҙың 200-йыллығын байрам иткән көндәрҙә бында тантаналы йыйылыш үткәрелә һәм һуңынан, төшкөлөккә, тап Петр заманындағыса, байрам табыны ойошторола.

Совет власы йылдарында был бинала большевиктарҙың эшсе һәм һалдат депутаттарынан Советы эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уны немец комендатураһы биләй. Ҡаланы азат иткәс, бинала район башҡарма комитеты, партияның район комитеты, типография, кибеттәр, ведомствонан тыш һаҡсылыҡ отряды урынлаша.

Бинаны музейға бирҙертеү өсөн Л. И. Измайлов күп көс һала. 1966 йылдың 13 июлендә ҡала советы бинаны тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына оҙайлы ваҡытҡа арендаға бирҙертеү тураһында ҡарар сығара. 1970 йылдың 28 апрелендә бина тыуған яҡты өйрәнеү музейы балансына тапшырыла. 1976 йылда музей бында күсенгәс, күргәҙмә залдары асыла. Барлығы 22 зал иҫәпләнә.

Музейҙың майҙаны: экспозиция-күргәҙмә — 2852 м², ваҡытлы күргәҙмәләр өсөн — 580 м², фонды һаҡлау — 1896 м², парк (асыҡ һауала) — 7,13-ға.

Музейҙың экспонаттары һәм фонды

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Азов музейының бер залында һаҡланған динотерий һөлдәһе

Һаҡланыусы берәмектәр: 340 765, шуларҙың 206371-е төп фондҡа инә. Һуңғы 10 йылда йылына уртаса 3780 берәмек музей предметтары[3]өҫтәлә тора.

800—600 мең йылдар элек, боҙлоҡ дәүерҙәре арауығында йәшәүсе фил һөлдәһе музейҙың төп байлығы булып һанала. Ул донъяла баш һөйәктәре теүәл һаҡланған берҙән-бер һөлдә. Ул 1964 йылдың 11 декабрендә Азов ҡалаһында, ҡом сығарған урында табыла.

Музей фондынң яртыһын тиерлек археологик комплекстар тәшкил итә, улар араһында башҡа илдәрҙәге музейҙарҙа тиңе булмағандары ла осрай. Ростов өлкәһендәге археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында табылған һәм б. э. I быуатҡа ҡараған ҡурғандарҙағы сәнғәт әҫәрҙәре донъяуи кимәлдәге музей экспонаттары булып һанала: алтындан яһалған биҙәнеү әйберҙәре, аттар өсөн ҡулланылған егеү нәмәләре, алтын һәм көмөш һауыт-һаба, яу ҡоралдары һ. б.

Музейҙа XIV быуатта балсыҡтан ҡойоп эшләнгән әйберҙәр коллекцияһы һаҡлана.

Палеонтологик коллекция — Төньяҡ Кавказда иң ҙурҙан һанала (1500-ҙән артыҡ нәмә). Музейға килеүселәрҙең иғтибарын иң күп йәлеп иткәне 4,5 метр бейеклегендәге трогонтерий филе һөлдәһе; уның йәше — 600 мең йыл; ул донъяла ошо төргә ҡараған хайуандың берҙән-бер өлгөһө. Азов музей-ҡурсаулығындағы тағы ла бер һирәк осрай торған палеонтологик экспонат — томшоҡло хайуандар ғаиләһенә ҡараған, аҫҡы яңаҡ һөйәгенән үҫкән һуҡҡы тешле дейнотерий (Deinotherium giganteum). Улар ер йөҙөндә 7,5—8 млн йыл элек йәшәгән .

Музей фондында оплейстоцен осорона ҡараған Семибалка ауылы эргәһендә табылған эре хайуандарҙан ҡондоҙ-трогонтерапия, таман филе, эре аттар, эласмотерия, гомотерия, һыртлан, ҙур мышы, күп саталы мөгөҙлө болан, антилопа, ҡыҫҡа мөгөҙлө зубр һәм ваҡ һөтимәрҙәрҙең һирәк осраусы төрҙәре һаҡлана. Табылдыҡтар боҙлоҡ дәүеренә ҡарай тигән фараз бар. Табылдыҡтарҙың геологик йәше, тәүтормош кешеләренең далала көтөү-көтөү булып үрсегән үлән ашаусы хайуандарҙы эйәләштерә башлаған осорон күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә.

Музейҙа, шулай уҡ, хәҙерге Ростов өлкәһенә ҡараған ерҙәрҙә б.э. тиклемге III меңйыллыҡтан б.э. XIV быуатына ҡәҙәр Азия һәм Европа араһында йәшәүсе боронғо күскенсе халыҡтарҙың мәҙәниәтенә бәйле «Евразия күскенселәренең хазинаһы» исемле экспозиция ла тәҡдим ителгән. Был күргәҙмәлә төрлө биҙәнеү әйберҙәре, яу ҡоралдары һәм кейемдәре, б. э. I―III быуаттарында йәшәгән сармат ҡәбиләләренең тергеҙелгән кейем өлгөләре һәм көнкүреш әйберҙәре ҡуйылған. Унда барлығы 20 меңгә яҡын бронза, көмөш һәм алтындан яһалған әйберҙәр бар: алтын ҡындағы ҡылыс, алтын беләҙек һәм екке аттарҙың ҡамыт-дуғалары; Римдән килтерелгән көмөш биҙәүестәр, беҙҙең эраның I—II быуаттарҙағы аҫылташтар менән эшләү сәнғәтенең грек-рим өлгөләре һ.б.

Музей-ҡурсаулыҡ Азов ҡалаһы ситендә урынлашҡан беҙҙең эраның I быуатына ҡараған ҡурған-ҡәберлек комплексын да үҙ эсенә алған. Ҡурған 1986 йылда Ростов дәүләт университетының һәм азов археологтарының ҡаҙма экспедицияһы ваҡытында табылған. Улар араһында алтын ҡын эсендәге януарҙар стилендә ҡойолған сармат ҡылысы, арыҫлан төшөрөлгән алтын фаларҙар иғтибарға лайыҡ. Экспозицияның төп табышы — беҙҙең эраның I быуатының өсөнсө сирегендә алтындан ҡойолған ат ябыуы. Япмаға ай, өсмөйөш, һарыҡ башы, донъя ағасы һәм Геракл төйөнө рәүешендәге биҙәктәр сүкеп төшөрөлгән 15 мең алтын ҡалай киҫәктәре, өс мең яҙыулы көмбәҙ һәм дүртмөйөштәр беркетелгән. Был экспозицияның күп кенә әберҙәре Япония, Швейцария, Финляндия, Франция һ. б. илдәрҙәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан.

«Аҙау һәм Аҙау тирәһе XV—XVII быуаттарҙа» исемле даими эшләүсе экспозиция Аҙау ҡалаһының генуэздарҙан төрөктәргә, төрөктәрҙән дон казактарына күскән драматик осорҙарын һүрәтләй. Бында ҡала тирәләй табылған ятаған, ҡылыстар, пушкалар, пушка йәҙрәләре, атыу ҡоралдары тупланған.

Музейҙың барлыҡ әйберҙәре музей фонды һаҡлағыстарының 35 бүлегендә һаҡлана.

  1. Музеи России : (комплекс., ист., естественно-науч., техн., отраслевые) : спpав. Ч. 4. М., 1993. С. 77;
  2. Рычагова Е. Из глубины веков… // Азов. неделя. 2015. 26 марта. С. 10;
  3. Баранникова А. Музей для детей // Город N. 2014. 23 дек. С. 44;
  4. Рычагова Е. Азовскому музею — 95 // Азов. неделя. 2012. 24 мая. С. 1, 4;
  5. Зекрач М. Хранитель истории // Приазовье. 2012. 23 мая. С. 12;
  6. Рычагова Е. От городской управы до музея/Е. Рычагова //Азовская неделя. — 2006. — 18 мая. — С. 1;
  7. Семёнова С. В. Азовская диковина // Дон. временник. Год 2009‑й. С. 146—148;
  8. Федотова Т. А. Азов и его музей //Там же. Год 2007‑й. С. 59-62;
  9. Боранова Г. Визитная карточка Азова // Приазовье. 2002. 16 мая. С. 4;
  10. Кравцова Е. Хранители древностей // Новая азов. газ. 2002. 23 мая. С. 5
  11. Высавская И. Музей открыл миру Азов // Азов. неделя. 2002. 16 мая. С. 1;
  12. Горбенко А. Азовский краеведческий // Приазовье. 1996. 18 мая. С. 7;
  13. Дик Н. Сокровища кочевников Евразии: об экспозиции музея-заповедника /Н. Дик //Азов. — 2010. — № 3. (октябрь). — С. 12-13;
  14. Боранова Г. Свидетель истории (история здания музея-заповедника)/Г. Боранова //Красное Приазовье. — 1984. — 14 августа;
  15. Высавская И. Музей открыл миру Азов /И. Высавская //Азовская неделя. — 2002. — 16 мая. — С.1
  1. 1,0 1,1 1,2 Азовский историко-археологический и палеонтологический музей-заповедник. Российская сеть культурного наследия. Дата обращения: 1 декабрь 2013.
  2. Схема залов. Оф. сайт. Дата обращения: 1 декабрь 2013.(урыҫ.). Оф. сайт. 1 декабрь 2013 тикшерелгән.