Айманов Шәкен Кенжетай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Айманов Шәкен Кенжетай улы
ҡаҙ. Шәкен Кенжетайұлы Айманов
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 2 (15) февраль 1914
Тыуған урыны РСФСР, Казахская Автономная Социалистическая Советская Республика[d], Павлодар округы[d], Баянаул[d]
РСФСР, Казахская Автономная Социалистическая Советская Республика[d], Павлодар округы[d], Баянауыл районы[d]
Вафат булған көнө 23 декабрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Үлем сәбәбе переезд[d]
Ерләнгән урыны Алматы
Һөнәр төрө актёр, кинорежиссёр, театр режиссёры, сценарий яҙыусы
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Кинематографистар союзы[d]
Жанр социалистический реализм[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Связанная категория Категория:Фильмы Шакена Айманова[d]
Commons-logo.svg Айманов Шәкен Кенжетай улы Викимилектә

Шәкен Кенжетай улы Айманов (ысын исеме — Шаһкәрим (Шаһкерім[1]ҡаҙ. Шәкен Кенжетайұлы Айманов; 19141970) — совет һәм ҡаҙаҡ актеры һәм театр һәм кино режиссеры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1959).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1914 йылдың 2 (15) февралендә Баян-Ауылда (башҡа сығанаҡтар буйынса — Баянауыл районында[2]) (хәҙер —(хәҙер Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе) малсы-крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Сығышы менән Арғын Урта ҡәбиләһенең Һөйөндөк ырыу составындағы Айҙабол ырыу араһынан.

1928 йылда урта мәктәпте тамамлай[3].19311933 йылдарҙа Семипалатинскиҙа Ҡаҙаҡ педагогия техникумында уҡый.

1933 йылда яҙыусы Г. М. Мусрепов саҡырыуы буйынса Алматыға килә һәм Ҡаҙаҡ драма театрының труппаһына ҡабул ителә (хәҙер М. О. Ауэзов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театры), 19471951 йылдарҙа — ошо театрҙың баш режиссеры һәм художество етәксеһе, унда 1953 йылға тиклем эшләй.

Театрҙа эшләгән осорҙа психологик характеристика сағыулығы хас булған актерлыҡ оҫталығын күрһәтә[4].

1938 йылдан кинола төшә, 1954 йылда — «Каҙаҡфильм» киностудияһы режиссеры.

Үҙенең ҡаҙаҡ драма театрында карьераһын башлай һәм уғ 20 йыл ғүмерен арнай. Йәш актерҙан алып баш режиссер һәм художество етәксеһенә тиклем юлды үтә[5]

1953 йылда театрҙан киноға күсә. «Мин театрҙы яратам, әммә кино кеүек театр тамашасаны шул тиклем солғап ала алмай. Спектакль бер генә теартҙа, иң яҡшы осраҡта — бер нисә театрҙа, бара. Ә фильмды тиҫтәләрсә мең кеше ҡарай»[5].

Отелло образы — Аймановтың йондоҙло роле. Шекспирҙың 400 йыллығын байрам иткәндә ул сәхнәнән Отелло монологын уҡый, һәм был һәм был иҫ киткес ваҡиға була. Ул саҡта бөйөк Шекспир сәхнәнән тәүге тапҡыр ҡаҙаҡ телендә яңғырай[5].

«Һаҡалһыҙ алдаҡсы» фильмында ул сценарийҙың авторҙашы, режиссер-ҡуйыусыһы һәм төп ролде башҡарыусыһы булараҡ сығыш яһай[5] «Беҙҙең һөйкөмлө табип» картинаһы уға бөтә Союз данын алып килә[5]. Был фильмда Айманов тәүге тапҡыр «камео» элементын ҡуллана[5]. «Теүәтәйле фәрештә» картинаһының сценарийы тормоштан алынған. Аймановтың туған тейешле Айнагөл апаһы үҙенең кесе улын өйләндерергә уйлап, кәләш эҙләй[5]. 1963 йылда Халыҡ-ара Мәскәү кинофестивалендә йәшерен директива буйынса совет фильмы еңергә тейеш була. Жюри икегә бүленә. Хәл иткес тауыш итальян Федерико Феллини файҙаһына була. Был тауышты кинорежиссер Айманов бирә[5]. Мәскәүҙәге Беренсе Бөтә донъя кинофестивалендә бейеү буйынса ярыш ойошторола. Ул саҡта тәүге тапҡыр «Буги-вуги» бейеүен башҡаралар. Айманов американ кино йондоҙо Элизабет Тейлор менән бейей һәм һәм беренсе урынға лайыҡ була[5].

1963 йылдан — Ҡаҙаҡ ССР-ының композиторҙар союзы идаралығының беренсе секретары.

Ҡаҙаҡ ССР-ының 4-се һәм 7-се саҡырылыш Юғары советына депутат итеп һайлана.

1940 йылдан — ВКП(б) ағзаһы.

Шәкен Айманов 56-сы йәше менән барғанда ДТП-ла һәләк була: 1970 йылдың 23 декабрендә Мәскәүҙә Горький урамында бер машина бәреп китә[6]. Алматылағы Үҙәк зыяратта ерләнгән.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ағаһы — Абдүкәрим Айманов (хәҙер мәрхүм) — финансист
  • ҡустыһы — Каукен Кенжетаев (1916—2008), йырсы, Ҡаҙаҡ опера һәм балет театры режиссеры, Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1959)
  • улы — Морат Айманов (1939—1993) оператор, атаһы менән берлектә «Атайҙар ере» фильмын төшөрә[5].
  • ейәнсәре — Динә Айманова, Морат Аймановтың ҡыҙы[7]. Режиссерҙың берҙән-бер хәҙерге ваҡытта иҫән[5] вариҫы. Йырсы.
  • бүләһе — Айманов Далер, рәссам-дизайнер (1995)
  • ҡыҙы — Майра Айманова (1938—1993), опера йырсыһы.
  • кейәүе — Асанали Ашимов (1937 йылғы), актер, театр һәм кино режиссеры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).

Театраль ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шакен Айманов Джамбул Джабаев ролендә, «Джамбул», 1952

Актер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Минең дуҫым» (Н. Ф. Погодин — Граммофонов)
  • «Ахан-Сере һәм Аҡтоҡты»(Г.М.Мусрепов — Ахан-Сере
  • «Ҡуҙый Күрпәс һәм Баян Һылыу» (Г. М. Мусрепов — Кодар)
  • «Ҡара Ҡыпсаҡ Ҡобланды» (М.О.Ауэзов — Ҡобланды)
  • «Төнгө күкрәү» (М. О. Ауэзов — Казанцев)
  • «Абай» (М. О. Ауэзов һәм Л.С.Соболев — Кәрим)
  • «Гроза» (А. Н.Островский — Тихон)
  • «Мылтыҡлы кеше»(Н.Ф.Погодин — Иван Шадрин)
  • «Кирене ҡулға өйрәтеү» (У. Шекспир — Петруччио)
  • «Отелло» (У. Шекспир — Кассио, Отелло)
  • «Исатай һәм Мөхәббәт» (И. Джансугуров — Исатай)
  • «Америка тауышы»(Б.А.Лавренёв — Кидд)
  • «Еңеүселәр» (Б.Ф.Чирсков — Кривенко)
  • «Тәрән тамырҙар» (Дж. Гоу һәм А. д’Юссо — Бретт)
  • «Төптә» (М.Горький — Сатин)
  • «Ревизор» (Н. В. Гоголь — Хлестаков)
  • «Алдар-Косе»(Ш. Х. Хөсәйенов — Алдар-Косе)
  • «Намыҫ гвардияһы» (А. Абишев һәм М. О. Ауэзов — Фогель)
  • «Пётр Крылов» (К.Я.Финн һәм М. О. Ауэзов — Крылов)
  • «Профессор Мамлок» (Ф. Вольф — доктор Гельпак
  • «Талантттар һәм табыныусылар» (А. Н. Островский — Великатов)

Режиссер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1945 — «Амангельды» (Ш. Х. Хусаинов)
  • 1947 — «Дружба и любовь» (А. Абишев)
  • 1948 — «Поединок» (Х. Жумалиев һәм А. Сарсенбаев)
  • 1949 — «Талантттар һәм табыныусылар» (А. Н. Островский)
  • 1949 — «Абай» (М. О. Ауэзов һәм Л. С. Соболев)
  • 1951 — «Балан сауҡалығы» (А. Е.Корнейчук)
  • 1958 — «Ахан-Сере һәм Аҡтоҡты» («Шағир фәжиғәһе»)(Г. Мусрепов)
  • «Мылтыҡлы кеше» (Н. Ф. Погодин)
  • «Намыҫ законы» (А.П. Штейн)

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Актер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1940 — Райхан — Сарсен
  2. 1943 — Аҡ роза — Джакпан
  3. 1945 — Абай йыры — Шарип
  4. 1948 — Алтын мөгөҙ — Жакен Досанов
  5. 1952 — Джамбул — Джамбул
  6. 1956 — Беҙ бында йәшәйбеҙ — Беисов
  7. 1957 —Беҙҙең һөйкөмлө табибыбыҙ — драматик актер
  8. 1960 — Бер районда — Сабир Баянов
  9. 1964 — Һаҡалһыҙ алдаҡсы — Алдар Косе
  10. 1969 — Найзатас итәгендә — Бейсембай

Режиссер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1954 — Дала ҡыҙы (К. Гаккель менән берлектә)
  2. 1954 — Мөхәббәт тураһындағы поэма (К. <i id="mw8w">Гаккель менән берлектә</i>)
  3. 1956 — Беҙ бында йәшәйбеҙ.
  4. 1957 — Беҙҙең һөйкөмлө табибыбыҙ
  5. 1960 — Бер районда
  6. 1961 — Йыр саҡыра
  7. 1962 — Урам саты
  8. 1964 — Һаҡалһыҙ алдаҡсыҺаҡалһыҙ алдаҡсы
  9. 1966 — Атайҙар ере
  10. 1968 — Түбәтәйле фәрештә
  11. 1970 — Атамандың аҙағы

Сценарист[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1960 — Бер районда (И. Саввин менән берлектә)
  2. 1961 — Йыр саҡыра И. Саввин һәм М. Ерзинкян менән берлектә)
  3. 1964 — Һаҡалһыҙ алдаҡсы (Л. Варшавский менән берлектә)
  4. 1968 — Түбәтәйле фәрештә (Я. Зискинд менән берлектә)
  5. 1969 — Найзатас итәгендә (Т. Маткаримов менән берлектә)

Художество етәксеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1959 — Тормош юлы
  2. 1966 — Йыр ҡанаттары

Тауышландырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1968 — Аҡсаҡ ҡулан (анимация)

Наградалары һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1947)[8]
  2. СССРр-ҙың халыҡ артисы (1959)
  3. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1952, «Абай» спектаклен (М. О. Ауэзов) ҡуйған өсөн)
  4. К. Байсәйетова исемендәге Ҡаҙаҡ ССР-ының дәүләт премияһы (художество етәксеһе, 1967, «Йыр ҡанаттары» фильмы)
  5. К. Байсәйетова исемендәге Ҡаҙаҡ ССР-ының дәүләт премияһы (үлгәндән һуң) (1972, «Атаман аҙағы»)
  6. Ленин Ордены (1967)
  7. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1946)
  8. Ике «Почёт Билдәһе» ордены
  9. «Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1940)
  10. «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн»
  11. Бөтә Союз кинофестивале (Өсөнсө премия, 1958, «Беҙ бында йәшәйбеҙ» фильмы)
  12. Халыҡ-ара Азия һәм Африка илдәре кинофестивале. Ташкент (иҫтәлекле диплом, 1958, «Беҙҙең һөйкөмлө табибыбыҙ» фильмы)
  13. Бөтә Союз кинофестивале (дәртләндереү дипломы, 1959, «Беҙҙең һөйкөмлө табибыбыҙ» фильмы)
  14. Урта Азия һәм Ҡаҙағстан республикаһы кинематографистары смотр-конкурсы (иң яҡшы режиссерлыҡ эше өсөн, 1963, «Урам саты» фильмы)
  15. Урта Азия һәм Ҡаҙағстан республикаһы кинематографистары смотр-конкурсы («Тау хрустале» юғары приз һәм беренсе дәрәжә дипломы иң яҡшы уйын фильмы өсөн («Беҙҙең баласаҡ күктәре» фильм менән бүлешә), 1967, «Атайҙар ере»).
  16. Урта Азия һәм Ҡаҙағстан республикаһы кинематографистары смотр-конкурсы(Диплом, 1969, «Түбәтәйле фәрештә» фильмы).

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ш. Айманов ижадына арналған документаль фильмдар: «Айманов Шәкен» (1974), «Айманов Шәкен: кеше һәм легенда» (2014, реж. Нусипбеков), «Иң юғары дәрәжәләге оҫта» (2016, реж. Майя Бекбаева).
  • Алматыла Шәкен Айманов исеме урамға бирелгән һәм уның исемен «Ҡыҙыҡфильм» киностудияһы йөрөтә(1984), режиссер йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • «Ҡаҙаҡфильм» киностудияһы территорияһында мрамор бюст ҡуйылған. Киностудия янында Айманов музей-кабинеты булдырылған.
  • Әлеге ваҡытта Павлодар ҡалаһында уның исемендәге кинотеатр бар.
  • Алматыла 2003—2014 йылдарҙа йыл һайын «Шакен йондоҙҙары» уйын һәм анимацион фильмдары фестивале үткәрелде.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Киносъемкалар араһында шахмат. уйнаған[5]
  • Ҡаһирәгә сәфәр барышында Айманов совет кинематографистар делегацияһын етәкләй[5]
  • Төрөпкәләр, ҡабыҙғыстар, брелоктар йыйған[9]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Рекомендательный библиографический указатель/Национальная библиотека РК. «Voxpopuli.kz». Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2017. 3 февраля 2017 тикшерелгән.
  2. Театр Энциклопедия. драматург опера балет режиссеры эстрада, цирк драма оперетта
  3. Жолдасбекұлы М., Салғараұлы Қ., Сейдімбек А. Айманов Шәкен // Елтұтқа. Ел тарихының әйгілі тұлғалары — Астана: KÜL TEGIN, 2001. — Б. 335-336. — 358 б. — ISBN 9965-441-26-X.
  4. М. К. Козыбаев и др. Алма-Ата. Энциклопедия — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской Советской энциклопедии, 1983. — 608 б. — 60000 экз.
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 20 фактов о Шакене Айманове, которые вы не знали  (рус.), Kazakh-tv.kz. 7 февраль 2018 тикшерелгән.
  6. Киноистории Шакена Айманова. «Voxpopuli.kz». Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2017. 3 февраля 2017 тикшерелгән.
  7. INFORM.KZ Внучка Шакена Айманова посетила родину своего знаменитого деда  (рус.). www.inform.kz. 7 февраль 2018 тикшерелгән.
  8. Архивная служба Павлодарской области :: Календарь памятных дат
  9. К 100-летию Шакена Айманова: было у отца три сына  (рус.). 7 февраль 2018 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]