Эстәлеккә күсергә

Айсыуаҡов Исмәғил Фазлетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айсыуаҡов Исмәғил Фазлетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 15 сентябрь 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Соҡаҙытамаҡ, Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл советы, Туймазы районы
Вафат булған көнө 4 октябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (38 йәш)
Вафат булған урыны Украина
Чернигов өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Айсыуаҡов Исмәғил Фазлетдин улы (15 сентябрь 1905 йыл — 4 октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ойоштороу-план бүлеге начальнигы ярҙамсыһы, интендант хеҙмәтенең гвардия өлкән лейтенанты[1][2].

Исмәғил Фазлетдин улы Айсыуаҡов 1905 йылдың 15 сентябрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Соҡаҙытамаҡ ауылында тыуған[1]. 1927—1928 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа саҡырыла. 7-се гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһында ойоштороу-план бүлеге начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1][2].

1943 йылдың 4 октябрендә һәләк була. Украинаның Чернигов өлкәһе Неданчичи ауылында ерләнгән[1][3].