Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Айтматов Сыңғыҙ Төрөкул улы битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Сынғыҙ Айытматов
Чыңгыз Айтматов
Tschingis Ajtmatow.jpg
Тыуған көнө:

12 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны:

Шәкәр ҡышлағы, Талас кантоны, Ҡырғыҙ АССР-ы, СССР (хәҙер Ҡырғыҙстан)

Вафат көнө:

10 июнь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (79 йәш)

Вафат булған урыны:

Нюрнберг, Бавария, Германия

Гражданлығы:

Советтар Союзы СССРҠырғыҙстан Ҡырғыҙстан

Эшмәкәрлеге:

прозаик

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

роман, повесть

Китаптарының теле:

рус, ҡырғыҙ

Премиялары:

Ленин премияһы — 1963 СССР Дәүләт премияһы — 1968 СССР Дәүләт премияһы — 1977 СССР Дәүләт премияһы — 1983

Наградалары:
Ҡырғыҙстан Республикаһы Геройы
Социалистик Хеҙмәт Геройы
I дәрәжә «Манас» ордены
Дуҫлыҡ ордены OrdenOtan.png
Орден «Дустлик»
Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Н. К. Крупская миҙалы
Йылмайыу ордены
Офицер ордена Заслуг
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында
Сынғыҙ Айытматов хөрмәтенә сығарылған 2009 йылғы Ҡырғыҙстан почтамаркалары

Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы (1928 йылдың 12 декабре, Ҡырғыҙ АССР-ының Шәкәр ҡышлағы — 2008 йылдың 10 июне, Нюрнберг, Германия, Бешкәк ҡалаһында ерләнгән) — бөйөк ҡырғыҙ совет яҙыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978)

Тормошо[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Сыңғыҙ Түрәҡол улы Айытматов 1928 йылдың 12 декабрендә Ҡырғыҙ АССР-ының Шәкәр ҡышлағында тыуған.
  • 1953 йылда ауыл хужалығы институтын тамамлай.
  • М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡаршыһындағы әҙәби курстарҙа уҡый.
  • 1966—1989 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты.
  • 1989—1992 йылдарҙа СССР халыҡ депутаты.
  • 1988—1990 йылдарҙа «Иностранная литература» журналының баш мөхәррире.
  • 1990—1994 йылдарҙа СССР һәм РФ-тың Люксембургтағы илсеһе.
  • 1994 йылдан башлап Франция һәм Бенилюкс (Бельгия, Нидерланд, Люксембург)идәрендә Ҡырғыҙстан Республикаһы илсеһе.
  • 2008 йылдың 10 июнендә Германияның Нюрнберг ҡалаһында вафат була, Бешкек ҡалаһында ерләнә.

Ижады[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Сыңғыҙ Айытматов ҡырғыҙ һәм рус телдәрендә ижад итә. Әҫәрҙәре 1952 йылдан алып баҫыла. «Йәмилә» (1958), «Хуш, Һарыгөл!» (1966), «Аҡ пароход» (1970), «Иртәләгән торналар» (1976), «Диңгеҙ ситенән йүгереүсе ала эт» (1977) һ.б. повестар авторы. Айытматовтың «Буранлы станция» (1980), «Язалау урыны» (1986), «Кассандра тамғаһы» (1996), «Тауҙар ишелгәндә („Мәңгелек кәләш“)» (2007) әҫәрҙәре — күп планлы романдары, уларҙа ысынбарлыҡты хикәйәләү легенда һәм мифтар романтикаһы менән үрелә.

С. Айытматов — прозала психологик портрет оҫтаһы. Уның ижадында күтәрелгән төп проблема — кеше һәм йәмғиәттең үҙ-ара мөнәсәбәттәре. Айытматов әҫәрҙәренең геройҙары — автор йәшәгән осорҙоң әүҙем, көслө рухлы замандаштары.

Сыңғыҙ Айытматов һәм башҡорт мәҙәниәте[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Сыңғыҙ Айытматов повестарын башҡорт теленә башҡорт яҙыусылары Нәжип Иҙелбай, Әмир Гәрәев, Мәхмүт Уразаев һ. б. тәржемә итте. 1963 йылда әҙиптең Өфөлә башҡорт телендә «Йәмилә» повесы, 1984 йылда повестар йыйынтығын тәшкил иткән «Аҡ пароход» китабы донъя күрҙе. С. Айытматовтың «Әсә яланы», «Хуш, Һарыгөл!» повестары буйынса Башҡорт драма театры (режиссёры Л. В. Вәлиев); «Ал яулыҡлы тирәккәйем» повесы буйынса — Салауат драма театры; Сибай драма театры (икеһенең дә режиссёры Р. М. Әйүпов) һәм Башҡорт академия драма театры (режиссёры Ә. Ә. Әбүшахманов); «Аҡ пароход» — Ҡурсаҡ театры (режиссёры В. М. Штейн) сәхнәһендә спектаклдәр ҡуйыла. «Беренсе уҡытыусы» повесы буйынса ТВ-ның Башҡортостан студияһында телеспектакль ҡуйыла (1959; режиссёры Р. Фәйзи).

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Йәмилә: повесть (башҡорт телендә). — Өфө, 1963;
  • Аҡ пароход: повестар(башҡорт телендә). — Өфө, 1984;

Маҡтаулы исемдәре, наградалары, исемен мәңгеләштереү[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Ҡырғыҙстан ССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1968);
  • СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1968, 1977, 1983);
  • Ленин премияһы лауреаты (1963);
  • Ҡырғыҙ ССР-ының Дәүләт премияһы лауреаты (1976);
  • Ҡырғыҙ ССР-ы Фәндәр Академияһы академигы (1974);
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Hero of Socialist Labor medal.png Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы. Cайт «Герои Страны».

  • Гачев Г. Д. Чингиз Айтматов: (В свете мировой культуры). — Фрунзе, 1989;
  • Акматалиев А. Л. Чингиз Айтматов и взаимовлияние литератур. — Бишкек, 1991.