Айыпов Рөстәм Сәғит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рөстәм Сәғит улы Айыпов
Тыуған көнө:

1 август 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны:

Николаевка, Ульяновск өлкәһе, СССР

Гражданлығы:

СССР СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

радиоинженерия

Эшләгән урыны:

Урал политехник институты
Өфө элемтә аппаратураһы заводы
ӨДАТУ
БДАУ

Ғилми дәрәжәһе:

техник фәндәр докторы

Ғилми исеме:

профессор

Уҡыу йорто:

Урал политехник институты

Награда һәм премиялары
Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Рөстәм Айыпов

Айыпов Рөстәм Сәғит улы (1 август 1946, Николаевка, Ульяновск өлкәһе, СССР) — СССР һәм Рәсәй радиоинженеры, уҡытыусы. Техник фәндәре докторы (2007), профессор (2007). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1969).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айыпов Рөстәм Сәғит улы 1946 йылдың 1 авгусында Ульяновск өлкәһенең Николаевка ауылында тыуа.

1971 йылда Свердловск ҡалаһында Урал политехник институтын тамамлаған, «Радиоэлектрон ҡулламалар» һөнәре буйынса радиоинженер. Артабан Өфө элемтә аппаратураһы заводында зеҙмәт юлын башлай. 1969 йылда Рөстәм Сәғит улы еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры исемен яулай.

1973 йылдан алып Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта. 1998 йылдан алып Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта башлай (ауыл хужалығы электр ҡорамалдарын автоматлаштырыу һәм файҙаланыу кафедраһы мөдире, 2000—2002 йылдарҙа һәм 2011 йылдан башлап электр машиналары һәм электр ҡорамалдары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2000—11 йылдарҙа энергетика факультеты деканы).

2007 йылда Рөстәм Айыпов докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2009 йылда Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре исеме менән бүләкләнә.

Айыповтың ғилми эшмәкәрлеге ауыл хужалығын электрлаштырыуға бағышланған. Рәсәй электротехник фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы.

Рөстәм Сәғит улы — 175-тән ашыу фәнни хеҙмәт, 2 монография, 26 патент һәм 42 уйлап табыу авторы.

Наградалары һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1969)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Линейные электрические машины и приводы на их основе. Өфө, 2003
  • Основы построения и теории линейных асинхронных приводов с упругими накопителями энергии. Өфө, 2006

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]