Эстәлеккә күсергә

Айытбаев Вәли Мөхәммәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айытбаев Вәли Мөхәммәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Мораҙым
Вафат булған көнө 22 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған урыны Икенсе Тербуны, Больше-Полянский район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Айытбаев Вәли Мөхәммәт улы (рус. Аитбаев Вали Мухаметович; 1908 йыл — 22 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында пулемётсы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙылармеец. Рядовой[1][2].

Вәли Мөхәммәт улы Айытбаев 1908 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы) Мораҙым ауылында тыуған.

Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына Ауырғазы районы хәрби комиссариатынан саҡырыла.

Ҡыҙылармеец Вәли Айытбаев 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы пулемётсыһы була.

1942 йылдың 22 июлендә Курск өлкәһе, Больше-Полянский районының (хәҙер — Липецк өлкәһе) Икенсе Тербуны ауылы янында һәләк була һәм шунда ерләнә[3].

Юғалтыуҙар тураһындағы мәғлүмәттә ҡатыны Айытова Ғәйниә тип яҙылған[3]

Айытбаев Вәли Мөхәммәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Ауырғазы районы Мораҙым ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Оҙаҡ йылдар дауамында ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡаҙыныу эштәре алып барып, 671 яугирҙың исемен асыҡлай, әммә лейтенант Айытбаев Вәли Мөхәммәт улы тураһында мәғлүмәт юҡ.

  • ЦАМО. Фонд 58. Опись 818883. Единица хранения 1750.