Айытбаев Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Айытбаев Ғәлиәхмәт битенән йүнәлтелде)
Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы
Айытбаев
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

билдәһеҙ

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

Ҡалып:Уҡытыусы

Наградалары һәм премиялары
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены

Айытбаев Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт мәркәз шураһы һәм Кесе Ҡоролтай ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айытбаев Ғәлиәхмәт Ямалетдин улының күп яҡлы эшмәкәрлеге тураһында байтаҡ документтар һаҡланып ҡалыуына ҡарамаҫтан, уның биографияһы тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Аҙнағол ауылынан.

Тарихсы Р. У Кузыев хәбәр итеүенсә, белеме буйынса урыҫ теле уҡытыусыһы булған[1]. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан.

1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбурҙа үткән 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайында (съезында) Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең башҡарма органы — Башҡорт мәркәз шураһына ағза итеп һайлана, бында Ер һәм урман эштәре буйынса бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә. Был осорҙа ул башҡорттоң ер мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән проект, положениелар өҫтөндә әүҙем эшләй.

1917 йылдың ноябрендә Ғ. Айытбаев тарафынан башҡорт улустарында ер эштәре буйынса бүлектәр ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеге тураһында положение эшләнә. Башҡортостан мөхтәриәтен иғлан иткән 1917 йылдың 11 (24) ноябрендәге 1-се һанлы Фарманға һәм 1917 йылдың 15 (28) ноябрендәге 2-се һанлы Фарманға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша.

1917 йылдың 8—21 декабрендә Каруанһарайҙа үткән 3-сө Бөтә башҡорт Ойоштороу ҡоролтайында Ғәлиәхмәт Айытбаев башҡорттоң ер мәсьәләһе буйынса ҙур доклад менән сығыш яһай. Ошо доклад нигеҙендә оло йыйын ер буйынса резолюция ҡабул итә. Унда башҡорт ерҙәре менән файҙаланыу хоҡуҡтары, ҡуртым (аренда), Башҡортостан территорияһына күсенеп килеүселәр, Башҡортостандың ер һәм мөлкәте менән идара итеү һәм башҡа мәсьәләләр яҡтыртыла. Күскенселәр мәсьәләһе буйынса ҡоролтайҙың ҡарарында былай тиелә:

«16. Правом поселения на Башкирской территории пользуются только башкиры и другие мусульмане тюркского племени, оставшиеся вне пределов автономной Башкирии. 19. Все переселенцы, заселившие Башкирию после 20 апреля 1898 года путем принудительного отчуждения им земли, как результат хищнических законоположений и распоряжений царского правительства, должны обмениваться землями с теми из башкир и мусульман, которые остались вне пределом Башкирии и которые пожелают поселиться в ней. 20. Первыми обмену подвергаются переселенцы, поселившиеся в Башкирии по законам 9 ноября 1906 г., 14 июня 1910 г., 29 мая 1911 года.

21. Земли находящиеся в пользовании переселенцев, насильственно захвативших наделы башкир, пользуюясь покровительством старого правительства, передаются прежним владельцам — башкирам».

Ойоштороу съезында Башҡортостан мөхтәриәтенең предпарламенты — Кесе Ҡоролтайҙың ағзаһы итеп һайлана. Башҡорт хөкүмәте составына инә, бында ер һәм урман эштәре бүлегенең мөдире итеп тәғәйенләнә.

1918 йылдың 4 (17) февралендә Башҡорт хөкүмәте ағзалары, шул иҫәптән Ғ. Айытбаев большевиктар тарафынан ҡулға алынып төрмәгә ябыла, мартта азат ителә. Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советына (БВРС) ағза итеп алына.

1918 йылдың апрелендә Милләттәр буйынса халыҡ комиссариаты ҡарары буйынса Таһир Имаҡов менән берлектә Петроградҡа эшкә саҡырыла, бында 10 апрелдә Үҙәк мосолман комиссариатының игенселек һәм урман сәнәғәте бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. 1918 йылдың майында Татар-Башҡорт комиссариатының башҡорт эштәре буйынса комиссары итеп тәғәйенләнә. Комиссариаттың урындағы органдарының эшен юлға һалыу өсөн Башҡортостанға ҡайта.

Силәбелә Башҡорт хөкүмәтенең эшмәкәрлеге тергеҙелгәс, ҡабат Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. 1919 йылдың 11 мартында Ырымбур губерна башҡарма комитетына Әхмәтзәки Вәлидов хәбәр итеүенсә, 1918 йылдың 2 июлендә Башҡорт хөкүмәте бәйләнештәр ойоштороу өсөн Айытбаевты «башын күтәргән славян һәм бөтә донъя империализмы менән бергәләп көрәшер өсөн берләшеү тәҡдиме менән» Төркиәгә ебәрергә ниәтләй[2]. Әммә уның сит илдә йөрөп ҡайтҡанлығы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

1919 йылдың 21 февралендә Бөтә башҡорт хәрби съезында Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзалығына кандидат итеп һайлана. 23 февралдә Башҡорт Совет Республикаһының игенселек буйынса комиссар итеп һайлана.

Әммә тиҙҙән, ҡыҙылармеецтарҙың башҡорттарҙы талауы арҡаһында Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев етәкселегендәге большевиктар менән союзға ҡаршы булғандар яғына сыға. 1919 йылдың мартында Башҡортостан тораҡ пункттарында аҡ частары файҙаһына агитация эшен алып барған. Генерал-майор А. И. Беловтың 1919 йылдың 17 майындағы 100-сө һанлы приказына ярашлы христиан булмағандар өсөн билдәләнгән III дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә.

Артабан Ҡорбанғәлиев һәм башҡалар менән бергә Омскиҙа була. 1919 йылдың 31 октябрендә улар Юғары хаким А. В. Колчакҡа һәм уның министрына айырым Башҡорт ғәскәрен ойоштороуҙы һәм хәрби министрлыҡ ҡарамағында Башҡорт казак ғәскәренең Баш идаралығын булдырыуҙы, башҡорт-ҡасаҡтарға 5 миллион һум биреүҙе, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты тураһында положениены раҫлауҙы һорап яҙғандар.

1919 йылдың 7 ноябрендә генерал М. В. Ханжин «йәшерен фонд аҡсаларынан» Ҡорбанғәлиев менән Айытбаевтың мөрәжәғәтен хупларға ҡарар иткән[3].

1920 йылдың башында Башҡортостан АССР-ына ҡайтҡан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһына килгән. 1920 йылдың 16 февралендә Башреком ҡарарына ярашлы Ревтрибунал ҡарамағында тәфтишсе, ә шул уҡ йылдың мартында Тамъян-Ҡатай кантонының ғәҙәттәш тыш комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнгән. Әммә тиҙҙән ҡулға алынған һәм төрмәлә тотолған. 1920 йылдың 29 апрелендә амнистия буйынса иреккә сығарылған.

1920 йылдың майында Башҡортостан АССР-ының йөктәрҙе ҡабул итеү һәм ебәреү буйынса Раевка станцияһы ҡарамағындағы уполномоченныйҙың ярҙамсыһы булып эшләгән. Сәләмәтлеге насарайыуы арҡаһында, 1920 йылдың 30 майында Башревкомға үҙе биләгән вазифаһынан бушатыуҙы һораған.

1920 йылдың көҙөндә Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәре штабында булған. Баш күтәреүселәрҙең башҡа етәкселәре — Мырҙабулатов, Рәсүлев, Юламанов һәм Нурбәхтин менән бергә, 1920 йылдың 26 ноябрендә республика властары вәкилдәре Мостовенко, Ҡарамышев, Насиров һәм Иҙелғужин менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша, уның барышында килешеүгә ҡул ҡуйыла һәм ихтилалсылар ҡорал һалған.

Ғәлиәхмәт Айытбаевтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кузыев Р. У. Бахтигарей Шафиев. — Уфа, 1972. — С. 51.
  2. Национально-государственное устройство Башкортостана. Сборник документов и материалов. Т.II. Ч.1. — Уфа, 2002. — С. 535.
  3. Национально-государственное устройство Башкортостана. Сборник документов и материалов. Т.II. Ч.1. — Уфа, 2002. — С. 121.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кульшарипов М. М. Галиахмет Аитбаев — загадочная личность в истории башкирского национального движения // Ватандаш. — 2010. — № 8. — С. 71—75. — ISSN 1683-3554.
  • Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского национального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — С. 54-55. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.