Эстәлеккә күсергә

Айыт (Бишбүләк районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айыт
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Айыт ауыл Советы[1]
Административ-территориаль берәмек Айыт ауыл Советы, Бәләбәй өйәҙе, Бәләбәй кантоны һәм Бишбүләк районы
Халыҡ һаны 1272 кеше (2002)[2],
1263 кеше (2009)[2],
1176 кеше (2010)[3]
Почта индексы 452057
Карта

Айыт (рус. Аитово) — Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1176 кеше булған[4].

Почта индексы — 452057, ОКАТО коды — 80212804001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1176 568 608 48,3 51,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Бишбүләк): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы ( Приют): 62 км

Айыт ауылына 1766 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1744 йылда) Ҡазан даруғаһы Ҫарылы-Мең улусы (хәҙерге Татарстандың Сарман районы) Һарыһаҙ Тәкермән ауылы башҡорттары Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса нигеҙ һала. 1753 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Нуғай даруғаһының Ҫарылы-Мең башҡорттары килеп урынлаша[5].

1795 йылда — 218 кеше, ә 1865 йылда — 707 кеше йәшәгән. 1906 йылда ике мәсет, ике мәҙрәсә, дүрт һыу тирмәне, тимерлек, ике бакалея һәм мануфактура кибете теркәлгән[5].

Шул уҡ улустың аҫабалары 1770 йылдың 16 сентябрендә Нуғай даруғаһы Ҫарайлы-Мең улусы башҡорттарының 1753 йылда ҡылынған элекке керҙәшлеген законлаштыра. Улар араһында йөҙбашы Ғүмәр Биктимеров, Ғәли һәм Әбдей Биктимеровтар, Муса Бохаров, Ибраһим Уразмәтов, Мансур Мәҡсүтов бар. 1795 йылда 37 йортта 218 кеше йәшәгән, 1834 йылда - 355, 1859 йылда - 648, 1870 йылда - 707, 1920 йылда - 1603 башҡорт. Мишәрҙәрҙең (5 кеше) һәм украиндарҙың (7 кеше) берәр ғаиләһе булған. 1843 й. 355 башҡортҡа 464 бот ужым һәм 2496 бот яҙғы иген сәселә. 1917 йылда 274 йорттоң 2109 дисәтинә һөрөнтө ере булған, шул иҫәптән, 88-е - 4 дисәтинәгә тиклем, 101-е - 10 дисәтинәгә тиклем, 41-е - 15 дисәтинәгә тиклем, 34-е - 15-тән ашыу булған. Ауыл эргәһендә 4 тирмән эшләгән. Айыт ауылында 2 мәсет һәм улар ҡарамағында мәктәп булған.[6]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғилманов Әмир Зариф улы (24.10.1939), хәрби хеҙмәткәр, ғалим-социолог, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. 1978—1993 йылдарҙа — Ҡазан Юғары хәрби ракета ғәскәрҙәре команда‑инженерлыҡ училищеһеның ижтимағи фәндәр кафедраһы начальнигы. 1993 йылдан Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Перспективалы иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәгендә бүлек мөдире, 1995 йылдан — үҙәк директорының фән буйынса урынбаҫары, 2006 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Философия фәндәре кандидаты (1977), социология фәндәре докторы (1993), профессор (1998). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1982)[7].
  • Ғимаев Илдар Рәйес улы (14.02.1962—16.06.2008) — ауыл хужалығы һәм дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе, иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1997), юридик фәндәр докторы (2005). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002).
  • Кәлимуллина Дилара Хәтим ҡыҙы (6.05.1959), ғалим-терапевт, гематолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005)[8].
  • Фәтих Кәрим (Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы) (9.01.1909—19.02.1945) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир.
  • Ярлы Кәрим (Кәримов Ғабдулла Әхмәтвәли улы ) — (16 июнь 1901 йыл — 1937) — шағир, журналист, 1917—1919 йылдарҙағы милли хәрәкәт эшмәкәре.Фәтих Кәримдең бер туған ағаһы.
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  4. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  5. 5,0 5,1 Әсфәндиәров Ә. З. Айыт (Бишбүләк районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.460 2020 йыл 3 март архивланған.
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Ғилманов Әмир Зариф улы 2019 йыл 7 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2019)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Кәлимуллина Дилара Хәтим ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)