Айыу-Дағ
Айыу-Дағ | |
Тау һырты | Крымские горы[d] |
---|---|
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Ҡырым Автономиялы Республикаһы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 572 метр |
Айыу-Дағ Викимилектә |
Айыу-Дағ[1] (укр. Аю-Даг, ҡырымтат. Ayuv Dağ, Аюв Дагъ) — Оло Алушта һәм Оло Ялта сигендә, Ҡырым ярымутрауының көньяҡ ярында урынлашҡан тау. Ул диңгеҙ һыуына эйелгән бик ҙур айыуға оҡшаған. Һәм Айыу Тау тураһында бөтә легендалар шул хайуан менән бәйле. Тауҙың бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 570,8 м[2], тау теҙмәһе массивтары төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә еңелсә 2400 метрға һуҙылған, 2-2,5 саҡрымлап диңгеҙ эсенә сығып тора. Дөйөм майҙаны — 4 квадрат километр самаһы. Айыу-Дағ комплексы һаҡланыусы тәбиғәт объекты булып тора[3]
Геологик килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айыутау — классик лакколит, йәғни «урғылмаған» вулкан тиҙәр. Тау яҡынса 150 миллион йыл элек урта юрский геологик дәүерҙә магманың ер ҡабығы ярыҡтарына үтеп инеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Айыу Тау комплексы урыны-урыны менән нескә ярмалы тау тоҡомдары һәм эзбиз-силикатлы һәм ҡатламлы вулкан ултырмалы тоҡомдар горизонты менән сиратлашыусы бер төрлө габбродиабаздар массивынан ғибәрәт. Бөгөнгө көндә Айыутауҙа 18 минерал табылған.[4]
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айытауҙың түбәһе һәм ҡабырғаларында ҙур булмаған ҡырым ҡарғайҙары ҡулҡылары тимгелдәре беленеп торған ҡоролоҡҡа бирешмәүсән ҡыуаҡлыҡтар һәм тәпәш урта диңгеҙ ағастарынан торған урман менән ҡапланған. Шибляктың төп урман барлыҡҡа килтереүсе ағастары: бөҙрә имән һәм ҡая имәне, көнсығыш грабы, бейек ҡорос ағасы йәки дардар, ябай миләш һәм көньяҡ миләш төрө берека, ноҡот япраҡлы груша, ялан сағаны, ябай мүшмел, тота торған сәнскеле ағас, ябай гөлйемеш. Реликт үҫемлектәр: ваҡ емешле еләк ағас, бейек артыш һәм сәнскеле артыш, тупаҡ япраҡлы фисташка, понтий сәнскеле ағасы, ҡыуаҡлы йәсмин, ҡырым ладаннигы һ. б. осрай. Айыутау ҡурсаулығы үҫемлектәр донъяһында барлығы 577 үҫемлек төрө иҫәпкә алынған, шуларҙың 44 төрө Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.
Айыутауҙа тереклек итеүсе хайуандар араһында төлкө, бурһыҡ, таш һыуһарҙар, терпеләр, , үрғуян, тейен, ваҡ кимереүселәр, ярғанаттар һәм һөтимәрҙәрең башҡа төрҙәре осрай. Айыутау ҡаяларында аҡсарлаҡтар, һирәгерәк — диңгеҙ ҡарғаһы, урманда — әберсен, өкө, тумыртҡа, ҡарабаш турғай, турғай, бараба, барҡылдаҡ һәм башҡа төр ҡоштар оя ҡора. Һөйрәлеүселәрҙең туҙбаш, сыбар йылан, кәҫәрткеләр, шул иҫәптән аяҡһыҙ — һарыбауыр кеҫәртке йәки йылан кеҫәртке тереклек итә. Айыутауҙа тереклек иткән 16 төр хайуан Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.[5] 1974 йылдан Айыутау - республика әһәмиәтендәге дәүләт тыйыулығы.
Топонимияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айыу-Дағ комплексның хәҙерге исеме торған ике ҡырым татар һүҙенән: ayuv — айыу, dağ — тау тора. Шулай ҙа, Ҡырымды тикшереүсе күренекле ғалим Пётр Иванович Кеппен әйтеүе буйынса, XIX быуат башында ғына әле ҡырым татарҙары был тауҙы Бейек-Кастель, тип атаған, һәм был «ҙур ҡәлғә» тигәнде аңлата. П. И. Кеппен тураһында фараз әйткән икән, тип, урта быуаттарҙа грек һүҙе «Ἁγία» — изге тигәндән тау исеме Айя тауы тип аталғандыр, ти,[6] грек ә һуңынан грек телендәге Айя ҡырым татар һүҙе Айувҡа әйләнеүе трансформировалось мөмкин булғандыр ти.[7]
Урта быуат итальян карталары-портоландарында Айыу-Дағ Camello («дөйә») тауы тип аңлатылған .[8]
Тауҙың антик дәүерҙәге атамаһы иң проблемалыһы булып ҡала. Айыу-Дағ йыш ҡына Парфенион йә Партенион мороно менән тиңләштерелә, һәм унда, грек географы Страбон һүҙҙәре буйынса, тавр алиһәһе Ҡыҙ ғибәҙәтханаһы урынлашҡан булған.[9] Тауҙың итәгендә урынлашҡан Партенит ауылы атамаһы шул фараз файҙаһына һөйләй.
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр, мәҫәлән, Иван Павлович Бларамберг, антик географик сәйәхәттәрҙе тасуирлау периплдарҙа Айыутау — Криуметопон (грекса: Тәкә маңлайы) мороно тип билдәләнгән, тип фаразлай.[10] Әммә ике раҫлау ҙа бәхәсле.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айыутауҙың һәм уның тирә-яғының иртә тарихы буйынса тәүге мәғлүмәттәр өҙөк-йыртыҡ һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы. Археологтар Айыутауҙа мезо-неолит дәүеренә ҡараған саҡматаш эш ҡоралдары тапҡан.[11]
Б. э. т. IV быуаттан б. э. IV быуатына тиклем, Һуңғы бронза — иртә тимер дәүерендә, тикшеренеүселәр фекеренсә, Айыутауҙа тавр ауылы булған.[12] Беҙҙең эраның беренсе быуаттарында тау һәм уның тирә-яғындағы биләмәләр, күрәһең, Боспор батшалығы зонаһы йоғонтоһона эләгә.[13]
Урта быуаттар осоро яҡшыраҡ өйрәнелгән һәм археологик ҡомартҡылар менән күрһәтелгән. VIII быуатта Айыутауҙа ҙур нығытылған Изге апостолдар Пётр һәм Павел монастыры барлыҡҡа килә. Изге Иоанн, Гот епископбы, уға нигеҙ һалыусы булып иҫәпләнә. Изге апостолар монастырына Иоанн Гот епархияһыныңепископ кафедраһын да күсерә. Агиографик сығанаҡтарға ярашлы, изге Иоанн Готскийҙың мәйете[14]монастырь территорияһында ерләнгән булырға тейеш, әммә әлегә иғлан ителмәгән. Көнсығыш итәгендә Айыутауҙың көнсығыш итәгендә ғибәҙәтхананың төп ҡорамы — изге апостолдар Пётр һәм Павелдың базиликаһы төҙөлгән. Базиликаның ҡалдыҡтары Партенит ҡасабаһындағы «Ҡырым» хәрби санаторийы территорияһында һаҡланған. Урта быуаттарҙа Айыутауҙа, монастыран тыш, бер нисә ауыл да барлыҡҡа килгән.[15]
Монастырь һәм ауылдар XV б. аҙағына—XVI быуат башына тиклем торған, ә унан һуң, 1475 йылда Ҡырымдың көньяҡ яр буйына ғосмандар баҫып ингәс, улар яйлап юҡҡа сыға. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, кешеләрҙе Айыутауҙы ташлап китергә мәжбүр иткән төп сәбәп булып, 1423 йылғы ер тетрәүҙән һуң башланған тауҙа һыуҙың юғалыуы торған.[16]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Встречается также слитное написание Аюдаг. Название Медведь-гора является дословным переводом на русский язык крымскотатарского Ayuv dağ.
- ↑ Лист карты L-36-129 Ялта. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1988 г.
- ↑ Ена В. Г. Заповедные ландшафты Крыма, Симферополь: Таврия, 1989, с. 76
- ↑ Ена В. Г. Заповедные ландшафты Крыма, Симферополь: Таврия, 1989, с. 77
- ↑ Ена В. Г. Заповедные ландшафты Крыма, Симферополь: Таврия, 1989, с. 78
- ↑ Кеппен П. И. Крымский сборник, СПБ,1837, с. 167
- ↑ Домбровский О. И. Столбунов А. А., Баранов И. А. Аю-Даг — «святая» гора, Симферополь: Таврия, 1975, с. 60
- ↑ Домбровский О. И. Столбунов А. А., Баранов И. А. Аю-Даг — «святая» гора, Симферополь: Таврия, 1975, с. 59
- ↑ Домбровский О. И. Столбунов А. А., Баранов И. А. Аю-Даг — «святая» гора, Симферополь: Таврия, 1975, с. 25-26
- ↑ Домбровский О. И. Столбунов А. А., Баранов И. А. Аю-Даг — «святая» гора, Симферополь: Таврия, 1975, с. 34
- ↑ Лысенко А. В., Тесленко И. Б. Античные и средневековые памятники горы Аю-Даг//Алуштинский регион с древнейших времен до наших дней, Киев: Стилос, 2002., с. 63, 85
- ↑ Домбровский О. И. Столбунов А. А., Баранов И. А. Указ соч., с. 110
- ↑ Лысенко А. В., Тесленко И. Б. Указ. соч, с. 66-68
- ↑ Никитский А. Житие преподобного отца нашего Иоанна, епископа Готфии//ЗООИД, 1883, № 13
- ↑ Лысенко А. В., Тесленко И. Б. Указ. соч, с. 73-85
- ↑ Домбровский О. И. Столбунов А. А., Баранов И. А. Указ соч., с. 128
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алушта и Алуштинский регион с древнейших времен до наших дней / М-во культуры Авт. Респ. Крым. Алушт. фил. Крым. респ. краевед. музея и др.; Сост.: В. Г. Рудницкая, И. Б. Тесленко. — Киев: Стилос, 2002. — 244 с.
- Домбровский О., Столбунов А., Баранов И. Аю-Даг — «Святая» гора. — Симферополь: Таврия, 1975. — 136 с. — (Археологические памятники Крыма).
- Ена В. Г. Заповедные ландшафты Крыма: Справочник. — 2-е изд., доп. — Симферополь: Таврия, 1989. — 136, [32] с. — ISBN 5-7780-0123-1.
- Кеппен П. И. О древностях Южнаго берега Крыма и гор Таврических, Спб., 1837.
- Лебединский В. И. Партенитская долина от моря и до гор: достопримечательности. — Симферополь: СОНАТ, 1999. — 88 с. — ISBN 966-7347-17-6.
- Лебединский В. И. С геологическим молотком по Крыму. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1982. — 160 с. — 100 000 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Влас Михайлович Дорошевич. «Покойники моря»
- «Пушкинская тропа» на юго-западном склоне Аю-Дага. История строительства, фотографии . Дата обращения: 12 февраль 2020.
- YouTube сайтында Аю-Даг : Крым : Гурзуф (Медведь Гора)