Айҙаров Абдулғәлим Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Абдулғәлим Әхмәт улы Айҙаров
АСБР-ҙың мәғариф халыҡ комиссары
1919 — 1921
Алдан килеүсе: Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы
Дауамсы: Сәғәҙиев Һиҙиәт Сибәғәт улы
 
Тыуған: 1883({{padleft:1883|4|0}})
Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Сәйет посады
Үлгән: 1937({{padleft:1937|4|0}})
билдәһеҙ
Белеме: Хөсәйениә мәҙрәсәһе

Абдулғәлим (Ғәлим) Әхмәт улы Айҙаров (1883 — 1937) — дәүләт эшмәкәре, педагог, тел белгесе. АСБР-ҙың мәғариф халыҡ комиссары (1919—1921).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айҙаров Абдулғәлим Әхмәт улы 1883 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Сәйет посадында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы Татар Ҡарғалыһы ауылы) тыуған.

1905 йылда «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен тамамлай. Ҡазанда студенттарҙың революцион хәрәкәтендә ҡатнаша, ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә[1].

1905 йылдан Петропавловск, Ташкент ҡалаларында уҡыта[2].

1914 йылдан Силәбе өйәҙ земство идаралығының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһын үтәй. 1918 йылдан РСФСР‑ҙың Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатының хеҙмәткәре була. РКП(б) ағзаһы.

1919—1921 йылдарҙа АСБР-ҙың мәғариф халыҡ комиссары вазифаһын башҡара. АСБР уҡытыусылары съезын йыйыу һәм 1920 йылда «Мәғариф эштәре» журналын булдырыу, кантон үҙәктәрендә ҡыҫҡа ваҡытлы педагогик курстарҙы ойоштороуҙың инициаторы булып тора[2].

1921 йылдан РСФСР Мәғариф халыҡ комиссариатының төрки бүлексәһе мөдире, РКП(б) Үҙәк комиссариатының аҙ һанлы милләттәр бүлегенең мосолман секцияһы ағзаһы була. Шул уҡ ваҡытта Мәскәүҙәге Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик университетында уҡытыусы булып эшләй[2].

1922 йылдан Башглавполитпросвет, ә 1926 йылдан — Ырымбур башҡорт педагогия техникумының мөдире вазифаһын үтәй.

1928 йылдан «Башкнига» нәшриәте рәйесе, ә 1929 йылдан — Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең ғилми секретары һәм рәйес урынбаҫары була[2].

1930 йылдан Ырымбур татар‑башҡорт агропедагогия институты уҡытыусыһы, рабфагы директоры булып эшләй.

1937 йылда репрессиялана, атыла. 1957 йылдың майында аҡлана[3].

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғилми хеҙмәттәре башҡорт фольклоры, башҡорт теленең орфографияһы, башҡорт, ҡарағалпаҡ һәм үзбәк телдәренең сағыштырма орфографияһына арналған. Абдулғәлим Айҙаров рабфактар һәм техникумдар өсөн 10‑дан ашыу дәреслек һәм уҡыу‑методик әсбаптарҙың авторы булып тора[2]. Көнбайыш әҙәбиәте әҫәрҙәрен тәржемә итә[1].

Тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡыған яҙыусы Зәйнәб Биишева уның тураһында ошолай итеп яҙа: «Ә инде әҙәбиәт дәресе минең өсөн оло байрам ине. Беҙҙең әҙәбиәт уҡытыусыһы Ғәлим Айҙаров ысын мәғәнәһе менән үҙ эшенең оҫтаһы ине. Уның дәресендә һалҡын һәм ғәмһеҙ йөрәк менән ултырырға һис тә мөмкин түгел... Уның дәресе, икһеҙ-сикһеҙ гүзәл даръя булып, беҙҙең йәш йөрәктәрҙе эшкә, хеҙмәткә ярһыта, ил өсөн, халыҡ өсөн намыҫлы хеҙмәткә дәртләндерә, Тыуған илгә ҡарата йөрәктәрҙә сикһеҙ мөхәббәт тәрбиәләй ине»[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Айдаров Галим Ахметович // Оренбургская биографическая энциклопедия / Авт. проекта и ред.-сост. Л. Н. Большаков. — Оренбург: Кн. изд-во; М.: Рус. кн., 2000. — 335 с. — ISBN 5-88788-064-3.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Илтенбаев А. Ф. Айҙаров Абдулғәлим Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Книга памяти Оренбургской области
  4. Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар — Өфө: Китап, 2005. — 376 б. — ISBN 5-295-02098-3.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рахимкулова М. Ф. Медресе «Хусаиния» в Оренбурге. 2‑е изд., доп. — Оренбург, 1997.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]