Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Айҙар Хизбулла улы Зөбәйҙуллин битенән йүнәлтелде)
Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы
Тыуған ваҡыты:

9 февраль 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны:

Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

бейеүсе

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1985—2000

Театр:

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)

Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы (9 февраль 1963 йыл) — бейеүсе, балетмейстер, мәҙәниәт хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2015—2022 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айҙар Хизбулла улы Зөбәйҙуллин 1963 йылдың 9 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған.

1984 йылда Мәскәү сәнғәт институтын (педагогы И. В. Смирнов), 1998 йылда — Рәсәй театр сәнғәт академияһын (педагогы Е. П. Валукин) тамамлай.

1985 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист, 1995 йылдан — баш балетмейстер, 1996—2000 йылдарҙа — художество етәксеһе була. Көнсығыш иҡтисад университетында тәүге хореография кафедраһын ойоштора, уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

2003—2004 йылдарҙа Айҙар Хизбулла улы — Башҡортостан Республикаһының Республика халыҡ ижады үҙәге директоры, 2005—2013 йылдарҙа — ансамбль балетмейстеры булып эшләй. [1].

2015 йылдың 24 марты[2] — 2022 йылдың 9 сентябре — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры[3].

Башҡарған бейеүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Гөлнәзирә», «Зарифа», «Еҙ үксә» («Медный каблук»), «Бесәнселәр» («Косари»), «Ҡороҡсолар» («Укротители»), «Төньяҡ амурҙары» («Северные амуры») һ.б.

Һалған бейеүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • "Башҡортостан йәшлеге"
  • "Күңелсәк"
  • "Берлиндан ҡайтҡан саҡта".
  • "Ай тотолған төндә", "Богема (Дж.Пуччини), "Салауат Юлаев", "Нәркәс" (Х. Ф. Әхмәтов) операларына бейеү һала

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1993)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)
  • Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]