Эстәлеккә күсергә

Ай тотолған төндә (опера)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ай тотолған төндә
Атамаһы Ай тотолган тондэ
Нигеҙендә эшләнгән Ай тотолған төндә
Сәнғәт формаһы Опера
Жанр Трагедия
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 1996
Дата производства 1996
Композитор салауат низаметдинов
Либретто авторы салауат низаметдинов һәм Рустэм Галеев[d]
Беренсе тапҡыр башҡарыла 1996
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны 3 Акт

Ай тотолған төндә — 1996 йылда композитор С. Ә. Низаметдинов тарафынан С. Ә. Низаметдинов һәм Р. М. Ғәлиев либреттоһына яҙылған башҡорт операһы.

«Ай тотолған төндә» операһын Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса 1996 йылда башҡорт композиторы С. Ә. Низаметдинов яҙа. 1967 йылда «Ай тотолған төндә» пьесаһы өсөн уның авторы РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге премияһына лайыҡ була. Операның премьераһы 1996 йылда Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында була.

Спектаклгә башҡорт, рус, Европа мелосы интонациялары менән һуғарылған һутлы музыкаль тел хас. «Ай тотолған төндә» операһының симфонизацияһында интонация-тематик кимәл ҙур урын биләй. Төп ролде лейтмотив системаһы уйнай, һәр персонаждың тема, мотив, төп интонациялар рәүешендә лейтхарактеристикаһы бар.

Дирижеры — В И. Платонов;
Ҡуйыусы режиссеры — Рөстәм Ғәлиев;
Сценографы — К Д. Чарыев;
Хормейстеры — Э. Х. Ғәйфуллина;
Балетместеры — А Х. Зөбәйҙуллин.

Төп партияларҙа Р. А. Бәшәров (Дәрүиш), шулай уҡ:

Ҡатнашыусылар Башҡарыусылар
Тәңкәбикә Т. А. Каминская
Шәфәҡ И. Ю. Романова
Аҡъегет С. И. Власов
Зөбәржәт Г. Ю. Бутолина
Диуана Ф. З. Сәлихов

Опера 1997 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре сиктәрендә күрһәтелә. 1997 йылда опера Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителә[1].

Опералағы хәл-ваҡиғалар XVII быуатта бара. Башҡорт далаһындағы бер боронғо ырыуға ире һәләк булған бай, аҡыллы ҡатын Тәңкәбикә идара итә. Хакимәнең тормошо ғаилә мәшәҡәттәре һәм йорт тураһында хәстәрлек эсендә аға. Ғаиләлә кинйә ул Ишмырҙа үҫә, уртансы ул Аҡъегет һылыу Зөбәржәт менән йәрәшкән, өлкән ул Юлмырҙа урыҫ батшаһы хеҙмәтенән ҡайтырға тейеш, уны йәш ҡатыны Шәфәҡ көтә.

Беренсе шаршауҙа Тәңкәбикәнең йәйләүе күрһәтелә. Аллаһы Тәғәлә аҡылдан мәхрүм иткән Диуананы Тәңкәбикә һәр ваҡыт йылы ҡаршы ала. Тәңкәбикә аҡылы һәм ғәҙеллеге менән билдәле.

Үтеп барышлай дәрүиш башҡорт йәйләүендә туҡталып ял итә. Ҡасандыр ул Тәңкәбикә исемле һылыу ҡыҙ менән таныш була. Яҡшы яңылыҡ килә — һуғыш тамамланған, тимәк, бер аҙҙан Юлмырҙа ҡайтасаҡ. Шунда беренсе һыбайлылар күренә, әммә улар араһында йөҙ башы Юлмырҙа юҡ. Уның ҡәберенән алып ҡайтылған бер ус тупраҡҡа әсәһенең һәм Шәфәҡтең әсе күҙ йәштәре түгелә.

Икенсе шаршауҙа аҡһаҡалдар Шәфәҡте Аҡъегеттең ҡатыны итергә ҡарар итә, ә Зөбәржәтте кескәй Ишмырҙаға бирергә булалар.

Өсөнсө шаршауҙа яҙмышҡа буйһонған Шәфәҡ менән Аҡъегет өсөнсө ай бер тирмәлә көн итә. Шәфәҡтең көндәре һәм төндәре яңғыҙлыҡ һәм һағыш эсендә үтә. Аҡъегеттең йөрәге элеккесә Зөбәржәтте ярата. Шәфәҡ иренең төндө ҡайҙа үткәргәнен белә, ырыу кешеләре уларҙы ғәйепләй.

Дәрүиш Шәфәҡтең мөхәббәте тураһында хыяллана һәм, әгәр ул кешеләр алдында иренән баш тартмаһа, Айҙы һүндереү менән янай. Бөгөнгө төндә ай тотоласаҡ бит!

Аҡъегет менән өс көнгә айырылышыуға ла түҙә алмаған Аҡъегет Зөбәржәт тирмәһенә килә. Ул әсәһенә тик Зөбәржәт менән буласағын әйтә. Тик был гонаһ һәм йоланы боҙоу һанала! Әммә донъя емерелһә лә, ул Зөбәржәттән баш тартмаясаҡ! Әсә йөрәге ҡыйратыла. Тәңкәбикәнең үкенеүҙәрен ярһыған халыҡ өйкөмө ишетмәй. Ай һүнә, Аҡъегет менән Зөбәржәт ырыуҙан ҡыуыла. Әммә яңы Ай тыуа.

Тышҡы һүрәттәр
Сцены из оперы "В ночь лунного затмения"
Сцены из оперы "В ночь лунного затмения"
  • Павлова П. В. Симфонизация литературного текста в опере С. Низаметдинова «В ночь лунного затмения» // Художественный текст:

его автор и исполнитель: сб. матер. Междунар. науч.-практич. конф. молодых учёных. — Уфа, 2006.

  • Лушникова А. В ночь лунного затмения // Истоки. — 1996. — май.
  • Скурко Е. Р. Новое слово в музыкальной культуре: Обсуждаем оперу С. Низаметдинова «В ночь лунного затмения» // Муз. академия. 1998. — № 3 — 4. — Кн. 1. С. 83-88.
  • Скурко Е. Р. Башкирская академическая музыка: Пути становления: дис. доктора искусствоведения / Науч. рук. Е. Б. Долинская. — М., 2004. — 472 с.
  • Угрюмова Т. С. Башкирская опера // Очерки по истории башкирской музыки: Уч. пособие. — Уфа, 2006. — Вып. 2. С. 5-95.