Академиктар эше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Академиктар эше
Рәсем
Башланыу датаһы 1929
Истец СССР Халыҡ комиссарҙары Советы эргәһендәге Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы
Конечный период 1931[d]

Академиктар эше (Фәндәр академияһы эше йәки Платонов — Тарле эше) — ОГПУ-ның 1929—1931 йылдарҙа Ленинградта Фәндәр академияһы ғалимдар төркөмөнә һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәргә ҡаршы уйлап сығарылған енәйәт эше.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эште формалаштырыу ике этапта үткәрелә. Беренсеһе 1929 йылдың ғинуарында Академия ағзалығына һайлауҙарҙа 42 яңы академиктар араһынан өс коммунист-кандидаттың үтмәүе менән бәйле. Гәзиттәрҙә Фәндәр академияһын үҙгәртеп ҡороу талаптары һәм академиктарҙың сәйәси контреволюцион үткәне тураһында уйҙырмалар барлыҡҡа килә. Әммә коммунистар А . М. Деборин, Н. М. Лукин һәм В М. Фриче һайланғандан һуң был кампания туҡтатыла.

Фәндәр академияһына артабанғы һөжүм 1929 йылдың авгусында башлана — Фәндәр академияһын «таҙартыу» өсөн Ленинградҡа Ю. П. Фигатнер етәкселегендә хөкүмәт комиссияһы ебәрелә. 1929 йылдың июнь — декабрь айҙарында әлеге комиссия ҡарары буйынса 128 штаттағы (960 кешенән) һәм 520 штаттан тыш хеҙмәткәр (830) эштән бушатыла. Төп һөжүм С. Ф. Платонов етәкләгән учреждениеларға йүнәлтелә: Фәндәр академияһы китапханаһы һәм Пушкин йорто.

1929 йылдың аҙағында Фәндәр академияһы хеҙмәткәрҙәренең, башлыса тарихсы-архивсыларҙың, ҡулға алыныуҙары башлана. Ошо уҡ ваҡытта Мәскәүҙә буласаҡ «ҡоротҡостарҙың» күрһәтмә процестарына әҙерлек бара («Промпартия» һәм башҡалар). Ленинград ОГПУ-һы ҡулға алынған ғалимдарҙан «монархия контрреволюцион ойошмаһы» булдыра башлай. 1930 йылдың ғинуарында Ленинградта С. Ф. Платонов һәм уның яҡын хеҙмәттәштәре, ә шулай уҡ Е. В. Тарле ҡулға алына. Тарлены тәфтишселәр башта — Промпартияның, һуңынан — Хеҙмәт крәҫтиән партияһының, шунан — Платонов партияһының сит ил министры итеп «тәғәйенләй».

Барыһы 1929 йылдың декабренән 1930 йылдың декабренә тиклем «Академиктар эше» буйынса 100-ҙән ашыу кеше (башлыса гуманитар фәндәр өлкәһе белгестәре) ҡулға алына. «Эшкә» шулай уҡ һөргөндә булған йәки төрмәлә ултырған Фәндәр академияһының элекке хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә (Г. С. Габаев, А А. Арнольди, Н. П. Анциферов һәм башҡалар).

Ойошманың абруйын күтәреү өсөн уға филиалдар сифатында Тыуған яҡты өйрәнеү Үҙәк бюроһының төбәк бүлектәрен индерәләр — 1930 йылдың февраль — мартында бөтә ил буйынса өҫтәмә рәүештә тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе ҡулға алыуҙар башҡарыла, Ленинград ДПЗ-һына һөргөндән һәм лагерҙарҙан элегерәк хөкөм ителгән гуманитарийҙарҙы алып киләләр. Эшкә йәлеп ителгәндәрҙең дөйөм һаны 115 кеше тәшкил итә.

Эш буйынса асыҡ процесс үткәрелмәй. Ҡулға алынғандарҙың яҙмышын судтан тыш тәртиптә ОГПУ коллегияһы үҙенең 1931 йылдың 8 авгусындағы ҡарары менән хәл итә. Төрлө төрмә сроктарына һәм һөргөнгә 29 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән С. Ф. Платонов, Е. Ф. Тарле, Н. П. Лихачев, М. К. Любавский (һөргөндә 1936 йылда вафат була), Пушкин йортоноң өлкән ғилми һаҡлаусы Н. В. Измайлов, шәрҡиәтсе А. М. Мерварт, С. В. Рождественский (һөргөндә 1934 йылда вафат була), филология белгесе А. А. Петров (1938 йылда атып үлтерелә), Ю. В. Готье, С. В. Бахрушин, Д. Н. Егоров (һөргөндә 1931 йылда вафат була), В. Н. Бенешевич (1938 йылда атып үлтерелә) һәм башҡалар.

1931 йылдың февраль-авгусында ОГПУ ҡарарҙарына ярашлы Фәндәр академияһының төрлө учреждениеларында эшләгән элекке гвардия офицерҙар төркөмө (А. А. Кованько, Ю А. Вержбицкий һәм башҡалар) атыуға хөкөм ителә. Төрмәгә һәм һөргөнгә түбәндәгеләр хөкөм ителә:

  • Фәндәр академияһы учреждениелары ғилми хеҙмәткәрҙәре: Урыҫ музейы, Үҙәк архив һәм башҡаларҙың (улар иҫәбендә А.. С. Путилов, С. В. Сигрист, Н. С. Платонова, Ф. Ф. Скрибанович, Б. М. Энгельгардт, А. А. Достоевский (яҙыусының туғаны), А. А. Бялыницкий-Бируль, М. Д. Приселков, С И. Тхоржевский, А И. Заозерский һәм башҡалар),
  • Экспедиция эше менән бәйле булған Фәндәр академияһы хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмө (Н. В. Раевский, П. В. Виттенбург, Д. Н. Халтурин һәм башҡалар),
  • «Сиркәү төркөмө» (священник А. В. Митроцкий, М.. В. Митроцкий, элекке Петроград дини академияһы профессоры А. И. Бриллиантов, Азия музейы ғилми һаҡлаусыһы М. М. Гирс һәм башҡалар),
  • «немец төркөмө» (профессор Э. Б Фурманпастор А. Ф. Фришфельд һәм башҡалар),
  • нәшриәт хеҙмәткәрҙәре төркөмө (Ф. И. Витязев-Седенко, С С. һәм Е. Г. Барановтар-Гальперсон).

Эҙемтәләр һәи реабилитация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Академиктар эше» СССР-ҙа тарихи фәнгә һәм тыуған яҡты өйрәнеүгә ҙур зыян килтерә:

  • кадрҙар әҙерләүҙә күсәгилешлелек өҙөлә;
  • тикшеренеү эштәре бер нисә йылға туҡталып тора;
  • халыҡсылыҡ (народничество) тикшеренеүҙәре, сиркәүҙәр, дворянлыҡ һәм буржуазия тарихы тыйыу аҫтында була.

Совет тарихсылары совет пропагандистик машинаһының тыңлаулы орудиеһына әүерелә[1].

Реабилитация 1967 йылға тиклем һуҙыла[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Академическое дело Историки под прицелом ОГПУ // Наука и жизнь. 1999. № 11.
  2. Степанов М. Г. «Академическое дело» (1929—1931 гг.): Взгляд современной историографии // Исторические, философские, политические и юридические науки, культурология и искусствоведение. Вопросы теории и практики. Тамбов: Грамота, 2013. № 7 (33): в 2-х ч. Ч. II. C. 158—161.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]