Академик Королёв урамы (Өфө)
Академик Королёв урамы | |
Кем хөрмәтенә аталған | Королёв Сергей Павлович |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Оҙонлоҡ | 1,3 ± 0,1 km |
Академик Королев урамы Өфө ҡалаһының Һупайлылағы Октябрь районы биләмәһендә урынлашҡан. Көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай Ҡашҡаҙан күленән башлана һәм Өфө йылғаһы ярына һәм йылғаһына барып етеп тамамлана. Королев Сергей Павлович хөрмәтенә атала.
Урам Һупайлының дүрт төп транспорт магистраленең береһе булып тора, элек унда ҡала транспортының һуңғы туҡталҡаһы урынлашҡан булған.
Урамда «Йондоҙло» сауҙа үҙәге урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1983 йылда биҫтәгә күсеп ултырыуҙар алдынан — шул ваҡытта уҡ, тағы бер һупайлы урамы беренсе космонавт Гагарин Юрий Алексеевич хөрмәтенә аталғанда, был урам үҙ исемен ала. Исемдәрҙең инициаторы булып Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Вдадимир Унжаков һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы, Өфөнөң баш архитекторы Рехмуков Фәрит була[1].
Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Список наименований улиц городского округа город Уфа Республики 2012 йыл 23 май архивланған. Башкортостан
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- ↑ Академия знаек 2011 йыл 3 ноябрь архивланған.