Академик экспедициялар
Академик экспедициялар | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Академик экспедициялар Викимилектә |
Академик экспедициялар — Рәсәй империяһының тәбиғәтен һәм халыҡтарын өйрәнеү һәм тасуирлау өсөн комплекслы фәнни экспедициялар. 1760 йылдан М. В. Ломоносов инициативаһы һәм планы буйынса Санкт-Петербургтағы Император фәндәр һәм художество академияһының География департаменты тарафынан ойошторола.
Беренсе экспедиция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе Академик экспедиция тип Бөйөк Төньяҡ экспедиция барышында Академик отрядтың эшмәкәрлеген атайҙар. Уның барышында Аляска, Алеут утрауҙары, Тымыҡ океан ярҙары һәм башҡа ерҙәр өйрәнелә һәм картаға төшөрөлә.
- С. П. Крашенинников Камчатка ярымутрауын өйрәнә,
- Г. Ф. Миллер һәм И. Г. Гмелин Себерҙең тарихы, географияһы, этнографияһы, флораһы һәм фаунаһы тураһында мәғлүмәттәр йыйған.
Икенсе экспедициялар серияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1768 йылдан 1774 йылға тиклем М. В. Ломоносов программаһын дауам итеп бер нисә академик экспедициялар уҙғарыла, уларҙың маҡсаты — Рәсәй империяһын барлыҡ яҡтан өйрәнеү була.
Экспедицияла П. С. Паллас етәкселегендә биш отряд була[1], уларҙың етәкселәре:
- Паллас Петер Симон
- Лепёхин Иван Иванович
- Георги Иоганн Готлиб, Гюльденштедт Иоганн Антон
- Гмелин Самуил Готлиб
- Фальк Иоганн Петер.
Рәсәйҙең Европа өлөшө, Волга буйы, Урал, Кавказ, Каспий диңгеҙе буйы, Көнбайыш һәм Көнсығыш Себер өйрәнелә, тикшерелгән региондарҙың тәүге фәнни тасуирламалары баҫылып сыға[2].
1769—1770 йылдарҙа И. И. Лепёхин, П. С. Паллас, И. П. Фальк етәкселегендәге Ырымбур физик экспедицияһы тарихи Башҡортостанды комплекслы өйрәнә. Был экспедицияла шулай уҡ И. И. Георги, Н. П. Рычков һәм башҡалар ҡатнаша. Экспедиция барышында алынған географик, геологик, топографик һәм башҡа мәғлүмәттәр, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы торошон анализлау нигеҙендә төбәктең иҡтисади мөмкинлектәренә фәнни баһа бирелә. Экспедициялар барышында тау тоҡомдары коллекцияһы төҙөлә, Көньяҡ Уралдың үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын өйрәнеү башлана. Паллас һәм Рычков Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығын тасуирлай. Шулай уҡ экспедиция барышында археологик, тарихи һәм этнографик материал туплау алып барыла, башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың көнкүреше, йолалары һәм дини ҡараштары, хужалығы, малсылыҡ, игенселек һәм кәсеп үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәттәр туплана.
1769 йылда рус армияһы поручигы Х. Л. Эйлер, академия адъюнкты Л. Ю. Крафт ктәкселегендәге Ырымбур астрономик экспедицияһы Өфө, Ырымбур, Орск ҡәлғәһе һәм башҡа торама пункттарҙың географик координаталарын билдәләй, шулай уҡ географик һәм метеорологик күҙәтеүҙәр уҙғара.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Паллас П. С. Путешествие по разным провинциям Российского государства: В 5 т. СПб.: ИАН, 1773—1788: Ч. 1. 1773. 657, 117 с.; Ч. 2. Кн. 1. (1770). 1786. 475 с.; Ч. 2. Кн. 2 (1770). 1786. 571 с.; Ч. 3. Пол. 1 (1772—1773 г.) 1788. XVI, 624 c.; Ч. 3. Пол. 2 (1772—1773 г.). 1788. 480 с.; Атлас, 1788. 110 c.
- ↑ Ҡалып:Книга:История России до XIX века
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александровская О. А., Широкова В. А., Романова О. С. и др. Ломоносов и академические экспедиции 18 века. — М.: РТСофт, 2011. 272 c.
- Паллас П. С. Путешествие по разным провинциям Российского государства: В 5 т. — СПб.: ИАН, 1773—1788: Ч. 1. 1773. 657, 117 с.; Ч. 2. Кн. 1. (1770). 1786. 475 с.; Ч. 2. Кн. 2 (1770). 1786. 571 с.; Ч. 3. Пол. 1 (1772—1773 г.) 1788. XVI, 624 c.; Ч. 3. Пол. 2 (1772—1773 г.). 1788. 480 с.; Атлас, 1788. 110 c.
- Георги И. Г. Описание всех в Российском государстве обитающих народов, также их житейских обрядов, вер, обыкновений, жилищ, одежд и прочих достопамятностей: в 3 ч. — СПб., 1776—1777.
- Лепёхин И. И. Дневные записки путешествия академика Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства в 1768, 1769 и 1770 году: в 2 ч. — СПб., 1795—1802.
- Фальк И. П. Записки путешествия академика Фалька: в 2 ч. — СПб., 1824—1825.
- Гнучева В. Ф. Материалы для истории экспедиций Академии наук в XVIII и XIX веках: хронологические обзоры и описание архивных материалов //Труды Архива АН СССР. — 1940. Вып.4.
- Лебедев Д. М., Есаков В. А. Русские географические открытия и исследования с древнейших времён до 1917 года. — М., 1971.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кәримов Ҡ. К. Академик экспедициялар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Большие академические экспедиции на сайте РАН.