Акимова Мария Степановна
Мария Степановна Акимова | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
антропология, тарих |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
тарих фәндәре кандидаты |
Ғилми исеме |
доцент |
Акимова Мария Степановна (21 март 1915 йыл — 1 ноябрь 1971 йыл) — СССР-ҙың ғалим-антропологы, тарих уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1942), МДУ антропология кафедраһының доценты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Степановна Акимова 1915 йылдың 21 мартында Рәсәй империяһы Владимир губернаһының Глухово ауылында тыуа.
1940 йылда Мәскәү дәүләт университетында биология факультетын тамамлай. 1944 йылда шунда уҡ уҡыта башлай. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Бишкек ҡалаһында Ҡырғыҙ ССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Фәндәр комитетында эшләй.
Ғилми эшмәкәрлеге Волга буйы, Көньяҡ Урал һәм Урал аръяғы халыҡтарының расогенезы һәм этногенезы мәсьәләләренә бағышланған. БАССР‑ға һәм Силәбе өлкәһенә антропологик экспедициялар (1963—1965, 1967) ойоштороусы һәм дерматоглифик, серологик, соматологик программалар буйынса 1200 тирәһе башҡорт кешеһен өйрәнеүсе.
Ғалим башҡорттарҙы дүрт антропологик типҡа бүлә, палеоантропологик материалдар нигеҙендә башҡорттарҙың Көньяҡ Уралда 1‑се мең йыллыҡта йәшәгән халыҡтың генетик тоҡомо булғаны тураһында һығымтаға килә.
50-гә яҡын ғилми эшкә автор була. 1971 йылдың 1 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антропология древнего населения Приуралья. Мәскәү, 1968
- Палеоантропологические материалы с территории Чувашской АССР // Краткие сообщения ИЭ АН СССР. 1955. Вып. 23;
- Антропология древнего населения Приуралья. М., 1968
- Этногенез башкир по данным антропологии // Археология и этнографии Башкирии. Том 4. Өфө, 1972
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан халыҡтары. Энциклопедия. Өфө, 2014
- Войно М. С. М. С. Акимова иҫтәлегенә // Антропология мәсьәләләре. 1972. Вып. 41
- Юсупов Р. М. М. С. Акимова һәм башҡорттар антропологияһы // Сравнительная антропология башкирского народа. Өфө, 1990
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акимова Мария Степановна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 март 2021)
- 21 мартта тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- 1 ноябрҙә вафат булғандар
- 1971 йылда вафат булғандар
- Тарих фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Собинка районында тыуғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса тарихсылар
- Алфавит буйынса антропологтар
- СССР педагогтары
- СССР тарихсылары
- СССР антропологтары
- XX быуат педагогтары
- XX быуат тарихсылары
- XX быуат антропологтары
- Башҡортостан тарихсылары
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары