Акимов Борис Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Борис Николаевич Акимов
Тыуған көнө

31 март 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (45 йәш)

Тыуған урыны

Мәскәү, РСФСР

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар һәм журналист

Атаһы

Алексей Георгиевич Акимов

Әсәһе

Елена Владимировна Акимова

Балалары

3

Акимов Борис Николаевич (31 март 1979 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары, журналист һәм социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге «LavkaLavka» проектын ойоштороусыларҙың береһе[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борис Николаевич Акимов 1979 йылдың 31 мартында Мәскәү ҡалаһында профессор һәм химия фәндәре докторы Алексей Георгиевич Акимов һәм рәссам Елена Владимировна Акимова ғаиләһендә тыуған.

Юғары белемде Рәсәй дәүләт гуманитар университетының политология факультетында ала. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте янындағы Финанс академияһының философия һөнәре буйынса аспирантураһын тамамлай һәм философия фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала[2]. 1992 йыл дауамында АҠШ-та Вашингтон штатының Такома ҡалаһында уҡый һәм йәшәй[2].

Һуңыраҡ Борис Акимов «Rolling Stone» (был журналдың русса версияһын ойошторуында ҡатнаша) һәм «Афиша» журналдарында баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара. Аҙағыраҡ «Сноб» проектының креатив директоры булып эшләй.

2009 йылдың яҙында Борис Акимов үҙенең дуҫтары — информацион технологиялар сфераһындағы белгес Александр Михайлов һәм һатыусы Василий Пальшин менән берлектә «LavkaLavka» проектына нигеҙ һала. 2013 йылда үҙ фермер хужалығын аса[3]. Шулай уҡ ул провинцияларға ярҙам итеүҙе ойошторор өсөн «Ҙур ер» (рус. «Большая земля») проектына нигеҙ һалырға планлаштыра[4].

Төп эштәренән башҡа, Борис Акимов тағы ла музыка һәм һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә, ун йыл дауамында «The Inquisitorum» төркөмөндә ҡатнаша, коллекционерлыҡ менән ҡыҙыҡһына[2].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Борис Николаевичтың ҡатыны Ольга Акимова, уларҙың өс балаһы бар: ҡыҙы Варвара, улдары Алексей һәм Пётр[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Праздник урожая с LavkaLavka. Новый бизнес (18 сентябрь 2014). Дата обращения: 5 май 2015.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Борис Акимов. Большой город. Дата обращения: 10 июнь 2015.
  3. Борис Акимов: «Наша средняя наценка — 100%». деловая среда. Дата обращения: 10 июнь 2015. 2015 йыл 19 апрель архивланған.
  4. Создатель LavkaLavka Борис Акимов решил «перезапустить» Териберку. Teora. Дата обращения: 10 июнь 2015. 2015 йыл 21 май архивланған.