Эстәлеккә күсергә

Аксельруд Григорий Абрамович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аксельруд Григорий Абрамович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 1 май 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 6 май 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары
Һөнәр төрө химик
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт инженерлыҡ экологияһы университеты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Аксельруд Григорий Абрамович (укр. Григорій Абрамович Аксельруд, 1919 йыл2001 йыл) — совет һәм украин ғалимы, техник фәндәр докторы, профессор; Украинаның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1992).

1919 йылдың 1 майында Киевта тыуа.

1944 йылда Мәскәү химик машиналар эшләү институтын тамамлай (хәҙер — Мәскәү дәүләт инженер экологияһы университеты). 19441949 йылдарҙа производствола эшләй. 1949 йылда Львов политехник институтында (хәҙер — «Львов политехникаһы» Милли университетында ассистент, 19501958 йылдарҙа — өлкән уҡытыусы, 19581967 йылда — доцент, ә 19671969 йылдарҙа профессор була. Григорий Абрамович 19691987 йылдарҙа «Химик етештереү процестары һәм аппараттары» кафедраһы мөдире булып, 19871995 йылдарҙа — «Химик инженерия һәм сәнәғәт экологияһы» кафедраһы профессоры. 1955 йылда «Ҡаты киҫәксәләрҙең иреү кинетикаһында гидродинамика ҡулланыу тураһында»[1] темаһына — кандидатлыҡ, ә 1967 йылда — «Күҙәнәкле есемдәрҙән матдәләрҙе диффузион алыуҙың аналитик теорияһы»[2] темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Уның етәкселегендә 60-тан ашыу кандидатлыҡ һәм 10 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана[3].

1995 йылдан алып АҠШ-та йәшәй һәм 2001 йылдың 6 майында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим ҡаты есемшыйыҡса системаһында моделләштереү һәм ауырлыҡ алмашыу аппаратураһы иҫәбе ысулдарын эшләй. 19651987 йылдарҙа «Ҡаты фазалы системаларҙа ауырлыҡ алмашыныуы» йүнәлеше буйынса ғилми мәктәп ойоштора һәм етәкләй. Ҡаты есемдәрҙең иреү һәм һыҡтырылыу процестарының аналитикаһы, капилляр-күҙәнәкле мөхиттә күләм алмашыныуы теорияларын тәҡдим итә, капиллярҙарҙа гетероген процестарҙың үҙ-ара бәйләнешен тикшерә. Үҙенең шәхси теоретик күҙаллауҙарынан сығып, бер нисә технологик процесты һәм ысулды тәҡдим итә. Улар производствоға индерелә, атап әйткәндә ашлама эшләүҙә, органик синтез продукттары етештереүҙә, йыйылған һыуҙарҙы таҙартыуҙа, алюминь эшләүҙә һәм башҡа тармаҡтарҙа ҡулланыла.

Ҡаты фазалы системаларҙа йылылыҡ-масса алмашыныуы процестары өлкәһендә 500-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә, методик ҡулланмалар һәм 8 монография авторы[4], уның эштәренең ҡайһы берҙәре поляк, венгр, болгар, инглиз телдәренә тәржемә ителгән[3]; шулай уҡ бер нисә уйлап табыу авторы[5].