Аҡтаныш районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Актанышский район битенән йүнәлтелде)
Аҡтаныш районы
татар. Актаныш районы
Герб (аңлатма)
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Татарстан Республикаһы

Административ үҙәк

Аҡтаныш ауылы

Барлыҡҡа килеүе

1930

Халҡы (2016)

30 831[1]
(0.8 %)

Тығыҙлығы

15.13 кеше/км²

Милли состав

татарҙар (96,9%), мариҙар (1,6%)

Конфессиональ состав

мосолмандар

Майҙаны

2037,8 км²

Аҡтаныш районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK (UTC+3)

Автомобиль номерҙары коды

16, 116

Аҡтаныш районы (татар. Актаныш районы) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы составындағы административ-территориаль һәм муниципаль берәмек (муниципаль район).

Административ үҙәге — Аҡтаныш ауылы.

Физик-географик характеристикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡтаныш районы Татарстан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында, абсолют бейеклек тирбәлеүҙәре 60—235 м тәшкил иткән убалы тигеҙлектә урынлашҡан. Башҡортостан һәм Удмуртия республикалары менән сиктәш. Ауыл хужалығы үҫешкән. Майҙаны — 2037,8 км².

Район биләмәләре буйлап күп йылғалар (шул иҫәптән Кама һәм Ағиҙел) аға. Район урынлашҡан.

Аҡтаныш районы өсөн, йылы йәй һәм уртаса һалҡын ҡыш менән, уртаса континенталь климат хас. Атлантик океандан күскән йылы һәм дымлы һауа массалары төбәк клматын йомшарта. Һалҡын һауа Арктик бассейнынан килә. Ҡышын йыш ҡына урта бүлкәттәрҙең һалҡын континенталь һауа массалары үтеп инә. Йылы тропик һауа массаларының көньяҡ-көнбайыштан, ә йәйен — көньяҡ-көнсығыштан килеүе күҙәтелә.

Райондың үҙәк өлөшө буйлап Көнсығыш һәм Көнбайыш Шәбеҙ йылғалары аға. Районда шулай уҡ күлдәр һәм һаҙлыҡтар күп. Төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә республика биләмәләрендәге иң ҙур Күләгәш һаҙлыҡ массивы (майҙаны — яҡынса 500 га) урынлашҡан. Был һаҙлыҡ массивы сиктәрендә бихисап күлдәр бар, улар араһында иң ҙурҙары — Күләгәш, Әтер, Киндеркүл, Әжебәй һәм Сөйәлекүл. Башҡа күлдәр Кама һәм Ағиҙел йылғаларының үҙәндәрендә урынлашҡан, улар араһында Аҡтаныш ауылы янында Кустовое (Иҫке Иҙел), Ушар (Семиострово) ауылы янында Сәҙәккүл, Ушар, Әжәкүл һ.б.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Райондың яҡынса 100 ауылы башҡорттарҙың байлар (8 ауыл), бүләр (31), гәрәй (21), йәнәй (16), ҡырғыҙ (8) ырыуҙары тарафынан нигеҙләнгән[2].

1920 йылға ҡәҙәр Аҡтаныш районы территорияһы Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе составында була, ә 1920 йылдың 20 майында Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК) һәм РСФСР-ҙың Халыҡ комисарҙары советы (СНК РСФСР) декретына ярашлы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә.

Аҡтаныш районы 1930 йылдың 10 авгусында ойошторола. 1963 йылдың 1 февралендә территорияһы Минзәлә районына бирелә. 1965 йылдың 12 ғинуарында Аҡтаныш районы йәнә тергеҙелә.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2005[4]2006[5]2007[6]2008[7]2009[8]2010[9]
31 71231 69731 51631 36831 16931 16931 971
2011[10]2012[11]2013[12]2014[13]2015[14]2016[1]
31 93331 74331 59631 32231 09530 831


Муниципаль-территориаль ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Районда 26 ауыл биләмәһе составында 86 тораҡ пункт бар:

Ауыл биләмәләреАдминистратив үҙәгеТораҡ
пункттар
һаны
ХалҡыМайҙаны,
км2
1Айыш ауыл биләмәһе Айыш ауылы 1 425[1]
2Аҡкүҙ ауыл биләмәһе Аҡкүҙ ауылы 6 919[1]
3Аҡтаныш ауыл биләмәһе Аҡтаныш ауылы 1 9563[1]
4Аҡтанышбаш ауыл биләмәһе Аҡтанышбаш ауылы 4 1057[1]
5Иҫке Айман ауыл биләмәһе Иҫке Айман ауылы 3 459[1]
6Иҫке Байсар ауыл биләмәһе Иҫке Байсар ауылы 4 959[1]
7Иҫке Боғаҙы ауыл биләмәһе Иҫке Боғаҙы ауылы 5 956[1]
8Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһе Иҫке Ҡормаш ауылы 5 781[1]
9Иҫке Сәфәр ауыл биләмәһе Иҫке Сәфәр ауылы 3 1013[1]
10Киров ауыл биләмәһе Киров исемендәге совхоз ҡасабаһы 2 1223[1]
11Кәзкәй ауыл биләмәһе Кәзкәй ауылы 2 538[1]
12Күжәкә ауыл биләмәһе Күжәкә ауылы 4 757[1]
13Мәсәҙе ауыл биләмәһе Мәсәҙе ауылы 2 418[1]
14Поисево ауыл биләмәһе Поисево ауылы 2 1642[1]
15Сураҡай ауыл биләмәһе Сураҡай ауылы 2 677[1]
16Таҡталасыҡ ауыл биләмәһе Таҡталасыҡ ауылы 2 949[1]
17Татар Сыуыҡсыуы ауыл биләмәһе Татар Сыуыҡсыуы ауылы 6 1747[1]
18Татар Ямалы ауыл биләмәһе Татар Ямалы ауылы 3 784[1]
19Теләкәй ауыл биләмәһе Иҫке Теләкәй ауылы 2 513[1]
20Түке ауыл биләмәһе Түке ауылы 3 773[1]
21Ураҙай ауыл биләмәһе Уразай ауылы 5 949[1]
22Уҫы ауыл биләмәһе Ҡасҡын ауылы 2 504[1]
23Чалманарат ауыл биләмәһе Чалманарат ауылы 5 587[1]
24Әтәс ауыл биләмәһе Әтәс ауылы 6 689[1]
25Юғары Яхшый ауыл биләмәһе Юғары Яхшый ауылы 4 527[1]
26Яңы Әлим ауыл биләмәһе Яңы Әлим ауылы 2 1422[1]


Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 1,20 1,21 1,22 1,23 1,24 1,25 1,26 1,27 1,28 1,29 Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2016 года. Дата обращения: 11 апрель 2016. Архивировано 11 апрель 2016 года.
  2. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 230—497. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  4. Административно-территориальное деление (АТД) за 2005 год. Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано 29 март 2015 года.
  5. Административно-территориальное деление (АТД) за 2006 год. Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано 29 март 2015 года.
  6. Административно-территориальное деление (АТД) за 2007 год. Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано 29 март 2015 года.
  7. Республика Татарстан. База данных показателей муниципальных образований на 1 января 2008-2014 годов
  8. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  9. Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2010 года
  10. Оценка численности постоянного населения Республики Татарстан на 1 января 2011 года. Дата обращения: 4 апрель 2015. Архивировано 4 апрель 2015 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  13. Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2014 года. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Татарстан. Казань, 2014. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]