Эстәлеккә күсергә

Актёрҙар йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Актёрҙар йорто
Ҡала Таганрог, Фрунзе урамы (Таганрог)
Бина тибы күп фатирлы торлаҡ йорт
Архитектура стиле Конструктивизм (сәнғәт)
Төҙөлгән ваҡыты 1929

1929

Актерҙар йорто — күп ҡатлы торлаҡ йорт, ул Таганрог ҡалаһында (фрунзе урамы, 55) төҙөлгән. Архитектурала конструктивизмдың сағыу өлгөһө[1].

Архитектура үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алты ҡатлы йорт фрунзе урамына бинаның алды менән түгел, ә ҡабырғаһы менән урамдың ҡыҙыл линияһына сығарып төҙөлгән. Үҙ ваҡытында был проект авторҙарының ҡыйыу аҙымы булып торған.

Йорт 1929 йылда төҙөлгән. Тәүҙә ул Таганрог театр артистары һәм урындағы симфоник оркестр артистары өсөн тәғәйенләнгән була. Проект авторы, совет сәнғәт эшмәкәрҙәренә өйҙә ашарға бешереү өсөн ваҡыт әрәм итергә кәрәкмәй, тип уйлай, ул йорттоң цоколь ҡатында ресторан булдыра. Аш-һыу бүлмәләре проект буйынса фатирҙарҙа бөтөнләй ҡаралмаған. Һөҙөмтәлә актерҙар ғаилә бюджеты дөйөм туҡланыуҙы кире ҡаға, ә ресторанда туҡланыу өсөн аҡсалары етмәй. Шунлыҡтан һуңғараҡ фатирҙың бер бүлмәһенән аш-һыу бүлмәһе яһағандар.

  1. Кукушин В. С. История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1996. — С. 121.