Алабейә (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алабейә
Характеристики
Оҙонлоғо12 км
Киңлеге5 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге1016 м
Урынлашыуы
54°30′35″ с. ш. 57°54′43″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Алабейә
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Алабейә

Алабейә — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Учалы районы буйлап көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан Яйыҡ һәм Уй йылғалары баштары араһында һуҙылған.

Оҙонлоғо 11 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 5 км, абсолют бейеклеге 1016 м (Йомро Сусаҡ тауы). Түбәһе яҫы, тар, киңлеге 40‑тан 50 м тиклем. 800 м ашыу түбәләр өҫтөнлөк итә; һыртта 1010, 1001 һәм 874 м бейеклектәге 3 түбә айырылып тора, һырттар араһындағы уйпатлыҡтар 700—800 м бейеклектә ята.

Төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш өлөштәрендә текә стеналар һәм йәмле курумдар бар. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы кварциттары һәм конгломераттарынан, урта рифейҙың әүжән свитаһыһәүерташтары һәм доломиттарынан тора.

Ландшафтары, асыҡ ҡайын-ҡарағай урмандары менән ҡапланған ситке көнбайыш өлөшөн иҫәпләмәгәндә, далалы. Түбәһендә төрлө болонло дала үләндәре үҫә.

Топонимика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исеме Алабейә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]