Алатау (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алатау
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Иң юғары нөктә 845[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 845,5 метр
Оҙонлоҡ 40 km
Киңлек 5 km
Карта

Алатау — тау һырты, ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишембай һәм Белорет райондары буйлап Үрек йылғаһының үрге ағымынан Оло Шешәнәк йылға (Еҙем йылғаһы ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 40 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 4—5 км, көньяҡ өлөшөнөң — 2—3 км, абсолют бейеклеге 845 м. Алатау — Еҙем һәм Нөгөш йылғалары бассейны һыу айырғысы.

Ете яҫы түбәһе айырылып тора. Төп һырттан ваҡ йылғаларҙың һыу айырғысы булған күп һанлы ваҡ армыттар китә.

Рельефы асимметриялы: көнбайыш битләүҙәре текә, көнсығышы — һөҙәк. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитлы ҡомташтарынан тора. Улар үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндә яланғаслана.

Көнбайыш битләү итәктәрен төрлө үләнле урман аҡландары биләй. Өҫтәрәк икенсел ҡарағай-ҡайын урмандары үҫә.

Улар 550 м бейеклектә ҡарағайлы киң япраҡлы (йүкә, урыны менән йыла, имән), түбәләрҙә киң япраҡлы урман менән алмашына.

Көнсығыш битләүҙәрен ҡарағай, шулай уҡ ҡарағас ҡатыш ҡайын-уҫаҡ урмандары ҡаплаған. Һырт түбәләрендә каҙак артышы менән үҫемлектәрҙең таулы урман-дала төрө таралған.

18 быуаттың 2‑се яртыһынан алып урмандары Вознесенка (Ырғыҙлы) заводында файҙаланыла, был уларҙың төрҙәр составының үҙгәреүенә килтерә (ылыҫлы ағастар урынында икенсел уҫаҡ һәм ҡайын урмандары барлыҡҡа килә).

Топонимика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тау алыҫтан ала булараҡ күренеп тора. Шуға ла Алатау тип аталған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.