Эстәлеккә күсергә

Александра Маринина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Александра Маринина
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 16 июнь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[3][4] (67 йәш)
Тыуған урыны Львов, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР[2]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, юрист
Уҡыу йорто юридический факультет МГУ[d]
Хәрби звание подполковник[d]
Жанр детектив[d]
Рәсми сайт marinina.ru
 Александра Маринина Викимилектә

Александра Маринина (төп исеме — Марина Анатольевна Алексеева; 16 июнь 1957 йыл, Львов) — Рәсәй прозаигы, детектив жанрындағы күп һанлы әҫәрҙәр авторы.

Марина Анатольевна Алексеева 1957 йылдың 16 июнендә Украина ССР-ының Львов ҡалаһында тыуа. 1971 йылға тиклем — Ленинградта, 1971 йылдан Мәскәүҙә йәшәй. Инглиз теле буйынса махсус мәктәптәрҙә (Ленинградта — № 183, Мәскәүҙә — № 17 һәм № 9), шулай уҡ Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Ленинград музыка мәктәбендә уҡый[5].

1979 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай һәм СССР Эске эштәр министрлығы академияһына йүнәлтмә ала. Хеҙмәт карьераһын лаборант вазифаһынан башлай, 1980 йылда ғилми хеҙмәткәр итеп тәғәйенләнә, милиция лейтенанты званиеһы ала. Психикаһына аномалиялар хас булған енәйәтсенең, шулай уҡ көс ҡулланылған енәйәттәрҙе ҡабат-ҡабат ҡылған енәйәтсенең шәхесен өйрәнә.

1986 йылда «Көс ҡулланып ҡылынған енәйәттәре өсөн хөкөм ителеүсенең шәхесе һәм махсус рецидивты иҫкәртеү» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1987 йылдан енәйәтселекте анализлау һәм прогнозлау менән шөғөлләнә. Утыҙҙан ашыу фәнни эше, шул иҫәптән БМО-ның Енәйәтселек һәм суд хөкөмө проблемалары буйынса төбәк-ара институты (UNICRI) тарафынан нәшер ителгән «Crime and Crime Prevention in Moscow» тигән монографияһы бар.

1994 йылдан Рәсәй Эске эштәр министрлығы Мәскәү юридик институтының ғилми-тикшеренеү һәм редакция-нәшриәте бүлеге начальнигы урынбаҫары һәм баш мөхәррире була.

1998 йылда милиция подполковнигы званиеһында отставкаға сыға.

Ире — милиция полковнигы Сергей Заточный.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Александра Маринина, 2010 йыл

1991 йылда Марина Алексеева коллегаһы Александр Горкин менән «Шестикрылый Серафим» тигән детектив повесть яҙа. Ул 1992 йылдың көҙөндә «Милиция» журналында «Александра Маринина» тигән псевдоним менән баҫылып сыға. Псевдоним авторҙарҙың исемдәренән алып төҙөлгән була.

«Шестикрылый Серафим» сыҡҡандан һуң Маринина детектив жанрында үҙе китап яҙырға тотона. «Стечение обстоятельств» романы 1992 йылдың декабренән 1993 йылдың ғинуарына тиклем яҙыла. Ошонда авторҙың буласаҡ детектив әҫәрҙәренең төп персонажы — Мәскәү енәйәт эҙселеге оперуполномоченныйы Анастасия Каменская тыуа. Роман «Милиция» журналында 1993 йылдың көҙөндә сыға. 19931994 йылдар эсендә «Игра на чужом поле» һәм «Украденный сон» повестары яҙыла.

1995 йылдың ғинуарында «Эксмо» нәшриәте Александра Марининаға әҫәрҙәрен «Чёрная кошка» серияһында баҫтырырға тәҡдим итә. «Эксмо» уның тәүге китабын 1995 йылдың апрелендә сығара, китапҡа «Шестикрылый Серафим» һәм «Убийца поневоле» повестары инә. Был беренсе китаптан һуң «Шестикрылый Серафим» повесын баҫыу хоҡуғы башҡа бер кемгә лә бирелмәй һәм автор уны бер ҡайҙа ла сығарттырмай.

1995 йылда Марининаға Рәсәй милицияһы эше тураһында иң яҡшы әҫәр өсөн Рәсәй Эске эштәр министрлығы премияһы тапшырыла. 1998 йылда Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә ул 1997 йылда китаптары иң ҙур тираж менән һатылғаны өсөн «Йыл яҙыусыһы» булып таныла, 1998 йылда «Йыл уңышы» номинацияһында «Огонёк» журналы премияһы лауреаты була.

Сит ил нәшерселәре менән тәүге контрактты Маринина 1997 йылда төҙөй.

А. Маринина романдары 1999 йылда экранлаштырыла башлай. «Рекун-фильм» кинокомпанияһы яҙыусының һигеҙ романы мотивтары буйынса «Каменская» тигән телевизион сериалды төшөрә, ул Рәсәй телевидениеһы буйынса, шулай уҡ Латвия, Украина, Германия һәм Франция телеэкрандарында күрһәтелә. 2002 йылда шул уҡ компания авторҙың киләһе дүрт романы буйынса «Каменская 2» тигән атама менән телесериалдың дауамын төшөрә.

2005 йылда Александра Маринина Рәсәй бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһының VII «Олимпия» ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙаныштарын йәмғиәт таныуы милли премияһының «Әҙәби ижад» номинацияһы лауреаты ителә.

2009 йылда Маринина «Взгляд из вечности» тигән дөйөм атама аҫтындағы ғаилә романдары трилогияһының «Благие намерения» исемле беренсе томын сығара. Шул уҡ йылда «Дорога» тигән икенсе томы, киләһе йылында «Ад» тигән өсөнсө томы донъя күрә. 2010 йылда «Ад» романы электрон китаптар өлкәһендәге «Электронная буква» тигән беренсе Рәсәй әҙәби премияһының «Иң яҡшы проза әҫәре» номинацияһындағы лауреаты була.

2009 йылда Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) үткәргән «Йылдың иң яҡшы яҙыусыһы» рейтингында Александра Маринина Дарья Донцова (беренсе урын) һәм Борис Акуниндан (икенсе урын) ҡала өсөнсө урынды ала. 2011 йылда ла ВЦИОМ-дың ошо уҡ рейтингында ул Борис Акунин менән Дарья Донцованан (беренсе урын) һәм Татьяна Устинованан (икенсе урын) ҡала өсөнсө урынды ала.

2011 йылда электрон китаптар өлкәһендәге «Электронная буква» тигән икенсе Рәсәй әҙәби премияһының «Йылдың иң кассалы авторы (һатыу күләме буйынса)» номинацияһында, шулай уҡ «Йыл бестселлеры» һәм «Иң яҡшы детектив» номинацияларында еңеүсе була.

2012 йылда Александра Марининаның «Бой тигров в долине» тигән ике томлыҡ детектив романы электрон китаптар өлкәһендәге «Электронная буква» тигән өсөнсө Рәсәй әҙәби премияһының «Йыл бестселлеры» тигән номинацияһында еңә.

2015 йылда ВГТРК каналында Александра Марининаның «Взгляд из вечности» тигән романы буйынса шул уҡ исемдәге сериал сыға.

Йыл Атамаһы Серия Синопсис Иҫкәрмә
1991 Шестикрылый Серафим Серияһыҙ «Шестикрылый Серафим» детектив повесы Марина Анатольевна Алексеева тарафынан 1991 йылда коллегаһы Александр Горкин менән берлектә яҙыла һәм 1992 йылдың көҙөндә «Милиция» журналында баҫыла. Повесть авторҙарҙың исемдәренән төҙөлгән «Александра Маринина» тигән псевдоним менән сыға.
1992 Стечение обстоятельств Каменская Эске эштәр министрлығында эшләгән йәш ҡатындың үлтерелеүен тикшергән Каменская ҡатилдың һәм уның әшнәләренең эҙенә төшә. Китап «Инспектор НОС» әҙәби премияһының лонг-битенә керә
Экранлаштырыу — «Каменская. Фильм 1: Стечение обстоятельств».
1993 Игра на чужом поле Каменская Каменская отпускыһында ялға китә, әммә ял итергә насип булмай, сөнки ул барған санаторийҙа ял итеүселәрҙең береһе үлтерелә. Экранлаштырыу — «Каменская. Фильм 2: Игра на чужом поле».
1994 Украденный сон Каменская Каменская, санаторийҙан ваҡытынан алдараҡ ҡайтҡанлыҡтан, отпускыһының ҡалған өлөшөн Мәскәүҙә үткәрә (ҡарағыҙ: «Игра на чужом поле»). Ләкин начальник Настяны отпускыһынан саҡыртып ала һәм бер йәш ҡыҙҙың үлтерелеүен тикшерергә ҡуша, сөнки ҡул аҫтында хеҙмәт итеүселәр араһында «ошаҡсы» бар тип уйлай һәм башҡа бер кемгә лә ышанмай. Экранлаштырыу — «Каменская-2. Фильм 1: Украденный сон».
1995 Убийца поневоле Каменская Каменскаянан ҡәрҙәше Александр йөрөгән ҡыҙы Даша менән булған сәйер хәлдәрҙең сәбәбен асыҡлауҙы үтенә. Экранлаштырыу — «Каменская. Фильм 3: Убийца поневоле».
1995 Смерть ради смерти Каменская Настя асылмаған үлтереүҙәрҙе тикшерә. Экранлаштырыу — «Каменская. Фильм 4: Смерть ради смерти».
1995 Шестёрки умирают первыми Каменская Мәскәүҙә бер ҡатил снайпер пәйҙә була, ул аҙна һайын бер йәш ир-атты үлтерә. Экранлаштырыу — «Каменская. Фильм 5: Шестёрки умирают первыми».
1995 Смерть и немного любви Каменская Каменская кейәүгә сыға, әммә был көндө лә уға мәйеттәр менән булашырға тура килә. Экранлаштырыу — «Каменская. Фильм 6: Смерть и немного любви».
1995 Чёрный список Каменская Пенсияға сығырға йөрөгән милиция подполковнигы Владислав Стасов диңгеҙҙә ял иткән саҡта, бында бер-бер артлы үлтерештәр була. Экранлаштырыу — «Каменская-6. Фильм 5: Чёрный список».
1995 Посмертный образ Каменская Кино йондоҙо Алина Вазнис үлтерелә, тирә-яғындағы күптәрҙең уны үлтерерлек сәбәптәре бар, әммә Настя актрисаны ундай сәбәптәре юҡтыр кеүек тойолған берәүҙең үлтергәнен асыҡлай. Экранлаштырыу — «Каменская-5. Фильм 4: Посмертный образ».
1995 За всё надо платить Каменская Каменскаяның иҫке танышы «мафиози» Денисов («Игра на чужом поле», «Убийца поневоле») австриялы дуҫының ҡатынын үлтереүсене табыуҙы һорап, Настяға мөрәжәғәт итә. Экранлаштырыу — «Каменская-2. Фильм 4: За всё надо платить».
1996 Чужая маска Каменская Анастасия Каменская билдәле яҙыусының үлтерелеүен тикшерә. Экранлаштырыу — «Каменская. Фильм 7: Чужая маска».
1996 Не мешайте палачу Каменская Колонияла хөкөм язаһын ослаған берәүҙе һайлау алды кампанияһында төрлө сәйәси төркөмдәр файҙаланырға тырыша. Каменскаяға уны Мәскәүгә һаҡлап алып ҡайтарға ҡушыла. Экранлаштырыу — «Каменская. Фильм 8: Не мешайте палачу».
1996 Стилист Каменская Бер маньяктың эше буйынса тикшереү алып барған Настя ҡасандыр үҙе ғашиҡ булып йөрөгән кешене осрата. Экранлаштырыу — «Каменская-3. Фильм 3: Стилист».
1996 Иллюзия греха Каменская Тормоштарын әсәләре боҙған дүрт бала менән кемдер бик ныҡ ҡыҙыҡһына. Балаларға хәүеф янай. Экранлаштырыу — «Каменская-3. Фильм 1: Иллюзия греха».
1996 Светлый лик смерти Каменская Йәш ҡатын үлтерелә, ә уны үлтереүҙә шик аҫтына алынған ҡатын-ҡыҙ үҙен-үҙе юҡ итә. Экранлаштырыу — «Каменская-4. Фильм 2: Тень прошлого».
1996 Имя потерпевшего — Никто Каменская Тәфтишсе Татьяна Образцова бер ҡарсыҡтың үлтерелеүен тикшерә, ә был ваҡытта Мәскәүҙә Каменская ирле-ҡатынлы берәүҙәрҙең үлтерелеүен тикшерә, ә улар теге ҡарсыҡтың яҡын ғына туғандары булып сыға. Экранлаштырыу — «Каменская-5. Фильм 2: Имя потерпевшего — Никто».
1997 Мужские игры Каменская Каменская бер нисә кешене үлтергән маньякты эҙләй. Экранлаштырыу — «Каменская-2. Фильм 3: Мужские игры».
1997 Я умер вчера Каменская Телевидение тапшырыуы директорының машинаһы шартлатылған, билдәле журналистка — Дәүләт думаһы депутаты үлтерелгән. Каменская ошо ике эште тикшерә. Экранлаштырыу — «Каменская-2. Фильм 2: Я умер вчера».
1998 Реквием Каменская Каменская яңы эштә Заточныйҙың ведомствоһында аналитика бүлеге ойоштора. Экранлаштырыу — «Каменская-5. Фильм 1: Реквием».
1998 Призрак музыки Каменская Талантлы музыкант булған ярымһуҡыр егет заказ буйынса үлтерелә. Экранлаштырыу — «Каменская-4. Фильм 1: Личное дело».
1999 Седьмая жертва Каменская Каменская һәм Образцова ҡатнашлығындағы телекүпер барышында тамашасылар өҫтөнә янаулы плакат күтәрелә. Әммә янау кемгә төбәлгән, Настяғамы, Таняғамы, билдәһеҙ. Экранлаштырыу — «Каменская-3. Фильм 4: Седьмая жертва».
2000 Когда боги смеются Каменская Каменская ике йәш кешенең сәйер үлтерелеүен тикшерә. Экранлаштырыу — «Каменская-3. Фильм 2: Когда боги смеются».
2001 Комедии:
  1. Брошенная кукла с оторванными ногами
  2. Ну, ребята, вы попали
Серияһыҙ
2001 Тот, кто знает
  1. Опасные вопросы
  2. Перекрёсток
Преступления правильной жизни Ҡасандыр тайгала булған үлтереүгә бәйле өс кеше тураһында. Ике томлы
2001 Незапертая дверь Каменская Телесериал төшөрөлгән ваҡытта «Сокольники» паркында фильм төшөрөү төркөмөнөң водителе үлтерелә һәм сценаристың ҡатыны юғала. Экранлаштырыу — «Каменская-4. Фильм 3: Двойник».
2001—2002 Фантом памяти Преступления правильной жизни Юл һәләкәтенән һуң дауаханала иҫенә килгән кеше һуңғы ике йылын иҫенә төшөрә алмай.
2002—2003 Закон трёх отрицаний Каменская Настя Каменская юл ҡазаһына эләгә. Экранлаштырыу — «Каменская-5. Фильм 6: Закон трёх отрицаний».
2003 Каждый за себя Преступления правильной жизни Элекке ашығыс ярҙам табибы бер тинһеҙ ҡала һәм иғлан буйынса ҡарауға мохтаж элекке ФСБ хеҙмәткәренә бағыусы булып урынлаша. Экранлаштырыу — «Каждый за себя».
2003—2004 Соавторы Каменская «Өҫтән» ҡушыуҙары буйынса Каменская бер эшҡыуарҙың ҡатынын үлтереүҙе тикшереүҙә ҡатнаша. Экранлаштырыу — «Каменская-5. Фильм 5: Соавторы».
2004 Воющие псы одиночества Каменская Диссертация өҫтөндә эшләгәндә Каменская статистик мәғлүмәттәр йыйыу маҡсатында, берәй кеме үлтелеп тә, енәйәт асылмай ҡалған ғаиләләрҙе йөрөп сыға. Экранлаштырыу — «Каменская-5. Фильм 3: Воющие псы одиночества».
2005 Замена объекта Участковый милиционер Дорошин Дорошин атаһының премьераһында операла була, спектаклдән һуң баҫҡыста һылыу бер ҡатын һәм уның водителе үлтерелә. Экранлаштырыу — «Каменская-6. Фильм 4: Замена объекта».
2005 Пружина для мышеловки Участковый милиционер Дорошин АҠШ-ҡа йыйынған бизнесмен консуллыҡҡа психик дауаханала үлеп ҡалған атаһының вафаты тураһында белешмәлек тапшырырға тейеш. Экранлаштырыу — «Каменская-6. Фильм 6: Пружина для мышеловки».
2005—2006 Городской тариф Каменская / Участковый милиционер Дорошин Наркотиктар бүлеге хеҙмәткәренең ҡатыны юғала. Экранлаштырыу — «Каменская-6. Фильм 3: Городской тариф».
2006 Чувство льда Преступления правильной жизни Бәләкәйҙән етем ҡалған ике бер туған игеҙәк тирәһендә криминаль тарихтар бара. Ике томлыҡ
2007 Всё не так Преступления правильной жизни Имгәнгән спортсы һимеҙ ҡыҙсыҡтың ғаиләһенә тренер булып эшкә урынлаша.
2009 Благие намерения Взгляд из вечности Романовтар ғаиләһендә проблемалар тыуа. Экранлаштырыу — «Взгляд из вечности».
2009 Дорога Взгляд из вечности Родислав менән Люба Романовтар ғаиләһендә проблемалар дауам итә. Экранлаштырыу — «Взгляд из вечности».
2010 Ад Взгляд из вечности Романовтар ғаиләһе фажиғәле һынауҙар кисерә. Экранлаштырыу — «Взгляд из вечности».
2010 Жизнь после жизни Каменская 2010 йылда илле йәшен билдәләгән Настя Каменская Петровканан китә һәм Стасов детектив агентлығына эшкә килә.
2010 Личные мотивы Каменская Детектив агентлығында эшләп йөрөгән Анастасия Каменская көньяҡтағы бер ҡалаға үлем түшәгендә ятҡан ҡарт хирургтың үлтерелеүен тикшерергә китә. Ике томлыҡ
2011 Смерть как искусство
  1. Маски
  2. Правосудие
Каменская Шәхси детектив Анастасия Каменская Петровканың йәш оперативнигы менән бергә театр режиссёрын һәм художество етәксеһен үлтерергә тырышыу ваҡиғаһын тикшерә. Ике томлыҡ
2012 Бой тигров в долине Внецикловый роман Мәскәүҙә бер ҡыҙ балкондан йығылып төшөп һәләк була. Ихаталағы кешеләр уны апаһы Наташа төртөп төшөргәнен күрә. Уны ҡулға алалар, әммә ҡыҙ был ваҡытта егете менән Мәскәү буйлап йөрөгәнен әйтә. Ике томлыҡ
2012 — 2013 Оборванные нити Внецикловый роман Судмедэксперт Сергей Саблин — намыҫлы, компромистарға бармаусан, тура холоҡло кеше — күптәргә тупаҫ, ауыр холоҡло кеше булып күренә. Әммә табип Саблин өсөн иң мөһиме — хәҡиҡәт. Өс томлыҡ[асыҡларға]
2013 Последний рассвет Внецикловый роман Мәскәү йорттарының береһендә баҫҡыста бай бизнесмендың ҡатыны Евгения Панкрашина үлтерелә.
2014 Ангелы на льду не выживают Каменская Михаил Валентинович Болтенков — юғары категориялы тренер, фигуралы шыуыу буйынса бик күп чемпиондар үҫтергән. Уның үле кәүҙәһе коллегаһы Валерий Ламзиндың йортонда табыла. Ике томлыҡ
2015 Казнь без злого умысла Каменская Анастасия Каменская һәм уның элекке коллегаһы Юрий Коротков Себергә Вербицк ҡалаһына килә.
2016 Обратная сила Сага Юристар һәм табиптар ырыуҙары тураһында. 1842 йылдан башлап бөгөнгө көнгә тиклем юристар ғаиләһенең тарихы тасуирлана. Өс томлыҡ
2017 Цена вопроса МВД генералы Шарков хоҡуҡ һаҡлау органдарында тәртип урынлаштырыу программаһын тормошҡа ашырырға тырыша.

Подробнее на bookvoed.ru: https://www.bookvoed.ru/book?id=7547716

Ике томлыҡ
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #12087248X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Alexandra Marinina // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. МАРИНИНА Александра Борисовна // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 528—531. — ISBN 5-94848-262-6
  5. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Биографическая справка на сайте marinina.ru төшөрмәләре өсөн текст юҡ