Александрова Таисия Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Александрова Таисия Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 (19) октябрь 1909
Тыуған урыны Козьмодемьянский уезд[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 октябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Йошкар-Ола, Марийская АССР[d], Рәсәй
Ерләнгән урыны Туруновское кладбище[d]
Эш урыны Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институты
Уҡыу йорто Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены

Александрова Таисия Ивановна (19 октябрь 1909 йыл25 октябрь 1992 йыл) — Йошкар-Ола ҡалаһы 11-се урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таисия Ивановна Александрова 1909 йылдың 6 (19) октябрендә хәҙерге Марий Эл Республикаһының Горномарийский районы Кожважи ауылында, уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Милләте мари.

1919 йылдан Ронга ауылында (хәҙер Марий Эл Республикаһының Совет районы) йәшәй, унда атаһы мәктәп директоры булып эшләй. 1926 йылда Ронгинский ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Уҡыған ваҡытында математика менән мауыға, пионервожатый була.

1931 йылда Йошкар-Ола педагогия техникумын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Новый Торъял ауылында колхоз йәштәре мәктәпбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Һуңынан Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡый. МГПИ рабфагында математика уҡытыусыһы, ә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында — Йошкар-Ола ҡалаһы 10-сы урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы булып эшләй.

1945 йылдан Йошкар-Ола ҡалаһы 11-се урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы. Был мәктәптә 30 йылдан ашыу эшләй.

1960 йылда Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы делегаты, ә 1968 йылда — Бөтә Союз уҡытыусылар съезы делегаты.

1976 йылдан алып хаҡлы ялда. Йошкар-Ола ҡалаһында йәшәй.

1992 йылда вафат була. Йошкар-Ола ҡалаһының Туруновский зыяратында ерләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2004 йылда Йошкар-Ола ҡалаһындағы 11-се лицейға Александрова Т. И. исеме бирелә[1].
  • 2009 йылдың октябрь айында, педагогтың тыуыуының 100 йыллығына, Йошкар-Олала Александрова Т. И. исемендәге 11-се лицейҙың ихатаһында һәйкәл буласаҡ урынға таш һалыу тантанаһы үтә. 2011 йылдың 1 сентябрендә лицей бинаһы алдында бюст-һәйкәл асыла.
  • 11-се лицейҙа йыл һайын «Александрова уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелә.
  • Т. И. Александрова тыуыуының 110-йыллығына тап килтереп, «Педагог с большой буквы» виртуаль күргәҙмә ойошторола, уны Т. Евсеев исемендәге Марий Эл Республикаһы Милли музейы булдыра.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1968 йылдың 1 июлендәге ҡарары менән, уҡыусыларға коммунистик тәрбиә биреү һәм уҡытыу өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн, Таисия Ивановна Александроваға, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
  • Ике Ленин ордены (1960, 1968),
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • миҙалдар.
  • Мари АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • Йошкар-Ола ҡалаһының почетлы гражданы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Александрова Таисия Ивановна // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2007. — С. 20. — 2032 экз. — ISBN 5-87898-357-0.
  • Александрова Таисия Ивановна // Энциклопедия Республики Марий Эл / Отв. ред. Н. И. Сараева. — Йошкар-Ола, 2009. — С. 220. — 872 с. — 3505 экз. — ISBN 978-5-94950-049-1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]