Александр-Невский исемендәге Иерусалим грек ирҙәр монастыры (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Монастырь
Александро-Невский исемендәге Иерусалим грек ирҙәр монастыры
Aleksandro-Nevskiy Greek Jerusalem monastery Taganrog.jpg
Конфессия style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Православие
Епархия style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Ростов һәм Новочеркасск епархияһы 
Тип style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"| ирҙәр өсөн
Нигеҙләүсе style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Иван Андреевич Варваци
Нигеҙләнгән style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|1813
Бөгөнгө хәле style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"| емерелгән

Александр-Невский исемендәге Иерусалим грек ирҙәр монастыры— Таганрог ҡалаһының Александр майҙанындағы Александр (элекке Иерусалим) урамы менән Лермонтов (элекке Иерусалимский, Варцавиевский) тыҡырығы, 23 һанлы йортондағы ирҙәр монастыры

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монастырға нигеҙ һалыусы грек пираты һәм Новороссия меценаты — Иван Андреевич Варваци (Иоаннис Варвакис) (17451825). Рәсәйҙә Варвакис башта Әстерхан ҡалаһында йәшәй башлаған, унда балыҡ ыуылдырығы әҙерләп һатыу менән булышҡан. 1789 йылда Варваци « Рәсәй империяһының мәңгелек подданныйы» итеп ҡабул ителгән. Үҙенең һәләтен һәм энергияһын ул коммерция һәм хәйриә эшсәнлегенә бағышлаған, шуның арҡаһында тиҙ арала миллионер булып киткән. 1809 йылда ул ҡала йәмғиәте менән Таганрогта Александр Невский исемендәге Грек иерусалим монастыры төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып барған. 1813 йылда ул Таганрогҡа йәшәргә күсеп килгән.

1809 йылда Варваци ғибәҙәтхана төҙөр өсөн Таганрогта ер һатып алған һәм унда ҡаланың грек диаспораһы өсөн сиркәү төҙөтә башлаған. Ул ваҡытта изге батшалар Константин һәм Елена ғибәҙәтханаһы бөтөнләй туҙған булған. Ғибәҙәтхананы византия стилендә проектлау һәм төҙөү өсөн ул Афинанан грек архитекторын саҡырған.

Төҙөлөш тамамланғас, Варваци ғибәҙәтхана янында монастырь төҙөтөргә ҡарар иткән. Ғибәҙәтхананың төп тәхете Изге Троицаға, беркетмәһе (приделы) — кенәз Александр Невскийға һәм изгеләндереүсе Иоанн Златоустҡа бағышланған

Варваци был яңы төҙөлгән монастырҙы, Афондағы Ивер монастырына ҡараған Мәскәүҙең Николаевский монастыры кеүек итеп, Иерусалим Патриархаты ҡарамағына буйһондороуға бирергә булған. Бында ғибәҙәт ҡылыу Таганрогта йәшәгән гректар өсөн грек телендә үткәрелергә тейеш булған.

Александр-Невский Иерусалим грек ирҙәр монастыры. Рәсем «Бөтә Донъя Иллюстрация» журналынан алынған.1 ғинуар, 1877 йыл.

Сиркәү византия стилендә төҙөлгән архитектура ҡомартҡыһы. Һуңыраҡ Варвациевский тыҡрығы яғынан монастырь йортонда Козьма һәм Дамиан сиркәүе ҡоролған.

Варваци монастырҙы ойоштороу тураһында император Александр I мөрәжәғәт итеп хат яҙған. Рус императоры һәм Иерусалим патриархы Поликарп менән Варвациҙың хатлашыуҙары арҡаһында 1814 йылдың 30авгусында Варваци планы буйынса Иерусалим Александровский монастырын төҙөргә рөхсәт бирелгән. Варваци шулай уҡ үҙ өҫтөнә монастырҙы бағыуҙы йөкләгән. Был монастырь Мәскәү Николаевский монастыры кеүек Афон Иверский монастырына буйһонған. Бында Иерусалим Сиркәүенән ебәрелгән архимандрит ғибәҙәт ҡылыуҙарҙы үткәрергә тейеш булған.

Һәйкәл Александр I (Таганрог)

1825 йылда был монастырҙа император Александр I һәм уның ҡатыны Елизавета Алексеевна ғибәҙәт ҡылғандар. Шунда уҡ 1825 йылдың 2-29 декабрендә баҡыйлыҡҡа күскән император Александр I бальзамланған кәүҙәһе торған. Һуңыраҡ был урында 1826 йылда император ҡатыны Елизавета Алексеевнаның монастырға хәйер итеп биргән һоро мәрмәр плитәһе менән ҡара тәреле изге Александр Невский иконаһы торған. Шулай уҡ батша ҡатыны сиркәүгә көмөш һауыт-һаба ла биргән. 1831 йылда монастырь алдындағы майҙанға император Александр I һәйкәл ҡуйылған. Совет власы ваҡытында һәйкәл емереп алынған, ә 1998 йылда яңынан тергеҙелгән.

1851 йылға тиклем монастырҙың бағыусыһы (попечителе) Павел Федорович Травло, ә һуңыраҡ — Козьма Николаевич Варваци булған.

Изге Синодтың 1848 йылдың 12 авгусындағы Указы буйынса монастырь янында йылы сиркәү төҙөргә рөхсәт бирелгән. Был сиркәү монастырь йортоноң икенсе этажында изге Косма һәм Дамиандар хөрмәтенә төҙөлгән.

1855 йылда Ҡырым һуғышы ваҡытында монастырҙы англо-француздарҙың флоты пушка уты аҫтында тотҡан Үҙ ваҡытында Иерусалим монастырында гректар менән бер рәттән урыҫтар ҙа ғибәҙәт ҡылғандар. Был сиркәү ҡала рухи тормошоноң үҙәге булып торған.

1923 йылда монастырь ябылған. 1926 йылда унда музей асырға уйлағандар, ләкин музейҙы һүтеп, уның урынында 4 ҡатлы йорт төҙөргә ҡарар сығарылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Филевский П. П., История города Таганрога, Таганрог: изд-во "Сфинкс, " 1996 (репринт Москва: Типо-лит. К. Ө. Александрова, 1898), 151, 172, 273—277.
  • Гаврюшкин О. П., "Греческий Святой Троицы (Иерусалимский) монастырь, " Энциклопедия Таганрога, Таганрог: "Антон, " 1998, 237.
  • Поцешковская И. В., «Композиционное формирование ансамбля Иерусалимской площади в г. Таганроге в первой половине XIX века».
  • Энциклопедия Таганрога. Гл. ред. В. И. Тимошенко; Изд.: Антон, 1998. ISBN 588040174

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]