Эстәлеккә күсергә

Дутов Александр Ильич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Дутов битенән йүнәлтелде)
Александр Ильич Дутов
180
1919 йыл
Тыуған ваҡыты

17 август 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Һыр-Даръя губернаһы, Казалинск

Үлгән ваҡыты

7 февраль 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (41 йәш)

Вафат урыны

Ҡытай республикаһы, Суйдун

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Рәсәй флагы Рәсәй республикаһы
Рәсәй флагы Аҡтар хәрәкәте

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

18971921

Хәрби звание

хорунжий (1899)
штабс-капитан (1908)
войсковой старшина (1912)
полковник (1917)
генерал-лейтенант (1919)

Командалыҡ итеү

Ырымбур айырым армияһы
(октябрь 1918 — 21 сентябрь 1919)

Хәрби алыш/һуғыш

рус-япон һуғышы
Беренсе донъя һуғышы:

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы:

Наградалар һәм премиялар
II дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены

Дутов Александр Ильич (17 август 1879 йыл7 февраль 1921 йыл) — Рәсәй Империяһы хәрби хеҙмәткәре, генерал-лейтенант (1919). Аҡтар хәрәкәте ҡаһарманы, Ырымбур казаклығы атаманы,

Александр Ильичтың ир-ат яғынан ата-бабалары Һамар казак ғәскәренән булғандар (һуңынан юҡҡа сығарылған). Атаһы — Илья Петрович Дутов, Төркөстан походтары дәүере офицеры, 1907 йылда, отставкаға сыҡҡан саҡта, уға генерал-майор дәрәжәһе бирелә. Әсәһе — Елизавета Николаевна Ускова — урядник ҡыҙы, Ырымбур губернаһынан. Александр Ильич походтарҙың береһе осоронда Һыр-Даръя өлкәһенең Казалинск ҡалаһында тыуған. Уның бала сағы Фирғәнә, Ырымбур ҡалаһында, Санкт-Петербургта һәм ҡабаттан Ырымбурҙа үтә.

А. И. Дутов 1897 йылда Ырымбур Неплюев кадет корпусын, һуңынан, 1899 йылда, Николаев кавалерия корпусын тамамлай, хорунжий чинын ала һәм Харьковта торған 1-се Ырымбур казак полкына ебәрелә.

1903 йылда Санкт-Петербургта Николаев инженер училищеһы янындағы курстарҙы тамамлай һәм Генштаб Академияһына уҡыуға инә, әммә 1905 йылда Дутов доброволец булып рус-япон һуғышына китә. III дәрәжә Изге Станислав ордены менән наградлана. 1908 йылда Генштаб Академияһында уҡыуын тамамлай. Академиянан һуң Дутов Генштаб хеҙмәте менән танышыу өсөн 10-сы армия корпусы штабына Киев хәрби округына ебәрелә.

1909 — 1912 йылдарҙа Ырымбур казак юнкер училищеһында уҡыта. Юнкерҙар яғынан Дутов ихтирам һәм мөхәббәт яулай, улар өсөн ул бик күп яҡшылыҡ эшләй. Уның уҡыусыларының береһе — Г. М. Семенов — аҙаҡтан Байкал аръяғы ғәскәри атаманы. Үҙенең вазифа бурыстарынан тыш, Дутов училищела спектаклдәр, концерттар һәм кисәләр ойоштора. 1910 йылдың декабрендә III дәрәжә Изге Анна ордены менән наградлана. 1912 йылдың 6 декабрендә ғәскәри старшина чинына үрләтелә (армия чины полковник).

1912 йылдың октябрендә Дутов Харьковҡа ебәрелә, командировканан һуң училищеға ҡайта һәм бында 1916 йылға тиклем хеҙмәт итә.

Беренсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1916 йылдың 20 мартында үҙ теләге менән ғәмәлдәге армияға китә. Брусилов командованиеһы аҫтындағы Көньяҡ-Көнбайыш фронтының һөжүмендә ҡатнаша, һөжүм ваҡытында Дутов хеҙмәт иткән 9-се рус армияһы Днестр һәм Прут араһында 7-се Австрия-Венгрия армияһын ҡыйрата. Был алышта Дутов ике мәртәбә яралана, әммә Ырымбурҙа ике ай дауаланғандан һуң полкына ҡайта. 16 октябрҙә Дутов 1-се Ырымбур казак полкы командующийы итеп тәғәйенләнә (кенәз С. П. Бартенев менән берләктә).

Февраль революцияһынан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Февраль түңкәрелешенән һуң 1917 йылдың мартында Казак ғәскәрҙәре Союзы Ваҡытлы Советының рәйес иптәше, 1917 йылдың 1 июнендә Петроградта II Дөйөм казак съезы рәйесе, 1917 йылдың 7 июнендә Казак Ғәскәрҙәре Союзы Советы рәйесе, 1917 йылдың сентябрендә Ырымбур казак ғәскәре атаманы һәм башлығы (рәйесе) итеп һайлана. Дутов сәйәси ҡараштары буйынса республикан һәм демократик позицияларҙа торған.

А. И. Дутовтың большевиктарға ҡаршы ихтилалы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Генерал Дутов, октябрь 1918, Ырымбур

26 октябрҙә (8 ноябрь) Дутов Ырымбурға ҡайта һәм үҙенең вазифаларына ярашлы эштәргә тотона. Шул уҡ көндә Ырымбур казак ғәскәре территорияһында Петроградта түңкәрелеш башҡарған большевиктар власын танымау тураһында 816-сы һанлы приказына ҡул ҡуя. Шулай итеп, Дутов большевиктарға һуғыш иғлан иткән беренсе ғәскәри атаман була.

Атаман Дутов үҙ контроле аҫтына Төркөстан һәм Себер менән илдең үҙәге араһындағы бәйләнеште өҙгән стратегик мөһим төбәкте ала. Атаман алдында Учредителдәр йыйылышына һайлауҙар үткәреү һәм губернияла һәм ғәскәрҙә йыйылышты үткәргәнгә тиклем тотороҡлоҡто һаҡлау бурысы тора. Дөйөм алғанда, Дутов бурысты үтәй. Үҙәктән килгән большевиктарҙы тоталар һәм төрмәгә бикләйҙәр, ә Ырымбур гарнизоны ҡоралһыҙландырыла һәм өйҙәренә ҡайтарыла.

Ноябрь айында Дутов Ойоштороу йыйылышы ағзаһы булып һайлана (Ырымбур казак ғәскәренән).

7 декабрҙә Ырымбур казак ғәскәренең сираттағы 2-се Ғәскәри Кругын асҡан саҡта тотҡан телмәренән өҙөк:

«Ныне мы переживаем большевистские дни. Мы видим в сумраке очертания царизма, Вильгельма и его сторонников, и ясно определённо стоит перед нами провокаторская фигура Владимира Ленина и его сторонников: Троцкого-Бронштейна, Рязанова-Гольденбаха, Каменева-Розенфельда, Суханова-Гиммера и Зиновьева-Апфельбаума. Россия умирает. Мы присутствуем при последнем её вздохе. Была Великая Русь от Балтийского моря до океана, от Белого моря до Персии, была целая, великая, грозная, могучая, земледельческая, трудовая Россия — нет её»

16 декабрҙә атаман казак частарының командирҙарына ғәскәри казактарҙы ҡоралдары менән бергә йүнәлтеү буйынса өндәү ебәрә, әммә фронттан ҡайтҡан казактар һуғышырға теләмәй, ҡайһы бер урындарҙа ғына казак дружиналары булдырылған була. Казак мобилизацияһын ойошотороп булмау сәбәпле, Дутов офицерҙар иҫәбенән доброволецтарға, уҡыусы йәштәргә генә таяна ала. Шуға күрә көрәштең беренсе этабында Ырымбур атаманы, башҡа большевиктарға ҡаршы лидерҙар кеүек уҡ, үҙенең яҡлыларын көрәшкә күтәрә алманы.

Шул уҡ ваҡытта большевиктар Ырымбурға һөжүмен башлай. Ауыр алыштарҙан һуң В. К. Блюхер етәкселегендәге Ҡыҙыл армия отрядтары Ырымбурға килеп етәләр һәм 1918 йылдың 31 ғинуарында уны баҫып алалар. Дутов Ырымбур ғәскәре территорияһын ташлап китмәҫкә була һәм большевиктарға ҡаршы яңы көстәр туплау өсөн Верхнеуралға юллана.

Әммә мартта казактар Верхнеуралды ла ташлап китергә мәжбүр була. Дутов хөкүмәте Краснинская станицаһында урынлаша һәм апрель уртаһында ҡамауға эләгә. 17 апрелдә ҡамауҙы 4 партизан отряды һәм офицерҙар взводы көстәре менән йырып үтеп, Дутов Турғай далаларына китә.

Әммә шул уҡ ваҡытта большевиктар үҙҙәренең сәйәсәте менән быға тиклем яңы власҡа нейтраль булған Ырымбур казаклығын сығарынан сығара һәм 1918 йылдың яҙында (Дутовтың ҡыҫылышы булмай) 1-се хәрби округы территорияһында көслө баш күтәреүселәр хәрәкәте башлана. Уны 25 станица делегаттары съезы һәм ғәскәри старшина Д. М. Красноярцев башлығындагы штаб етәкләй. 28 мартта Ветлянская станицаһында казактар Илецкая Защита советы рәйесе П. А. Персияниновтың отрядын ҡыйраталар, 2 апрелдә Изобильная станицаһында — Ырымбур Хәрби Революцион Комитеты рәйесе С. М. Цвиллингтың каратель отрядын, 4 апрель төнөндә ғәскәри старшина Н. В. Лукин казактар отряды һәм С. В. Бартенев отряды Ырымбурға һөжүм итәләр, ҡаланы бер аҙ ваҡытҡа алып, ҡыҙылдарға һиҙелерлек зыян килтерәләр. Ҡыҙылдар ҡаты саралар менән яуаплай: аталар, ҡаршылыҡ күрһәткән станицаларҙы яндыралар (1918 йылдың яҙында 11 станица яндырыла), контрибуциялар һалалар.

Һөҙөмтәлә июндә хәрби округы казактары территорияһында ғына баш күтәреүселәр көрәшендә 6 меңдән артыҡ кеше ҡатнаша. Май аҙағына хәрәкәткә 3-сө хәрби округының казактары ҡушыла[1], уларға баш күтәргән чехословак корпусы ярҙамға килә. Ҡыҙыл гвардия отрядтары бөтә ерҙәрәҙә лә тар-мар ителә, Ырымбур казактар ҡулына күсә. Законлы һайланған атаман Дутовҡа казактарҙан Дутов Ырымбурға килеп етә һәм Ырымбур казак ғәскәрен етәкләй һәм Ырымбур территорияһын Ырымбур Ғәскәре өлкәһе тип иғлан итә. Турғай далаларына делегация йүнәлтелә. 28 сентябрҙә Орск — ғәскәр территорияһында большевиктар ҡулында булған һуңғы ҡала казактарға күсә. Шулай итеп, территория бер аҙ ваҡытҡа ҡыҙылдарҙан тулыһынса таҙартыла.

Дутов беренселәрҙән булып Юғары Хаким — Колчакты таный. Дутовтың частары адмирал Колчактың рус армияһы составына ноябрҙә инәләр. Ырымбур казактары ҡыҙылдарҙы бер еңәләр, бер уларҙан еңеләләр, әммә 1919 йылдың сентябрендә Дутовтың Ырымбур армияһы Аҡтүбә тирәһендә Ҡыҙыл армия тарафынан ҡыйратыла. Атаман ғәскәренең ҡалдыҡтары менән Семиречьегә (ҡаҙ. Жетісу) сигенә, унда ул атаман Анненковтың Семиреченск армияһына ҡушыла. Далалар аша үтеү аҙыҡ -түлек булмағаны өсөн «Аслыҡ походы» исеме аҫтында билдәле. Анненков Дутовты Семиреченск өлкәһенең генерал-губернаторы итпе тәғәйенләй. Ырымбур армияһына етәксе итеп А. С. Бакич ҡуйыла. 1920 йылдың майында Дутов Атаман отряды һәм граждан ҡасаҡтары менән Ҡытайға күсә, шунда уҡ тиҙҙән атаман Анненковтың армияһы ла сигенә.

Атаман Дутов һәм Башҡорт хөкүмәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. И. Дутов Башҡорт хөкүмәтенә 4-се Башҡорт уҡсылар полкын булдырыуҙа ярҙам итә. 1918 йылдың август айында Башҡорт хөкүмәте һәм Дутов башҡорттарҙың үҙбилдәнешен таныу шарты менән Айырым башҡорт корпусының Себер армияһы оператив буйһоноуына күсеүе тураһында килешеүгә ҡул ҡуялар. 16 октябрҙә рус армияһының Юғары башкомандующийы штабы начальнигы, генерал-лейтенант С. Н. Розановтың бойороғона ярашлы 1-се башҡорт дивизияһының частарын булдырыу, комплектлау һәм өйрәтеү мәсьәләләрен хәл итеү ҡарала һәм генерал Чечек армияһында оператив бурыстарҙы башҡарған дивизия полктары, шарттарҙың үҙгәреүенә ҡарап, главком генерал Сыровой һәм атаман Дутов ҡарамағындағы ғәскәри частарға күсергә тейеш була. Дутов Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша, Рәсәйҙең федератив ҡоролошон яҡлап сығыш яһай[2]. Ноябрь айында Дутов А. В. Колчактың хәрби диктатура урынлаштырыуын хуплап сыға. Колчак (Дутов уның менән фекерҙәш була) Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең Башҡорт хөкүмәтен һәм уның ғәскәрҙәрен тулыһынса бөтөрөү курсын дауам итә. Декабрь башында Башҡорт хөкүмәте, полковник Ф. Е. Махин һәм атаман К. Л. Каргин командованиеһы аҫтындағы ҡайһы бер казак кругтары ярҙамында, Ырымбур ҡалаһында власты ҡорал менән баҫып алыуҙы планлаштыралар, әммә заговор килеп сыҡмай. Башҡорт хөкүмәте Ырымбурҙы ташлап китергә мәжбүр була. Дутов Ырымбур армияһы командующийы итеп тәғәйенләнә, армия составында башҡорт полктары ҡала. 1919 йылдың ғинуарында башҡорт командованиеһы уларҙы Башҡорт корпусына берләштерә һәм Ырымбур армияһы буйһоноуынан сығара [3].

1921 йылдың 7 февралендә атаман Дутовты Суйдунда махсус операция ваҡытында ЧК агенттары үлтерә, улар уны урлап Джаркентҡа сығарырға йәки үлерергә тейеш була. Операция менән татар кенәзе, Джаркент өйәҙ милицияһы начальнигы Ҡасымхан Чанышев етәкселек итә. Төркөм 9 кешенән тора (Чанышевтан башҡа ҡалғандары уйғыр була).

Чанышев аҡтар араһында үҙенең бәйләнештәрен файҙаланып, үҙен большевиктарға ҡаршы итеп танытып, 1920 йылдың октябрендә Дутов менән осрашыуға ирешә. Бер айҙан Чанышев ҡабаттан Дутовҡа килә, уға ҡарата тулы ышаныс белдерәләр. Урлауға әҙерлек тулы көскә алып барыла. Әммә ҡапыл Чанышевҡа ышаныс бөтә һәм уның өсөн юлдар ябыла. Чекистар үҙ сиратында Чанышевҡа ышанмай башлайҙар, уны ҡулға алалар һәм уның яҡын туғандарын аманатҡа алалар. Уға ультиматум ҡуйыла: атаманды үлтерә (урлау тураһында һүҙ булмай) йәки уның бөтә туғандарын атып үлтерелә.

1921 йылдың 1 февраль төнөндә диверсион төркөм сикте үтә. Чанышев Дутовҡа, ихтилалға барыһы ла әҙер, хәҙер үк ихтилалды башлар кәрәк, тип яҙа. Дутовтың штабында Чанышевтың курьеры Мәхмүт Хаджамировты беләләр һәм уны Дутов кабинетына тотҡарлауһыҙ үткәрәләр. Кабинетта, Дутовтан тыш, уның адьютанты сотник Лопатин була. Хаджамиров яҙыуҙы Дутовҡа бирә һәм теге уҡый башлағас та, туп-тура уға ата, һуңынан — Лопатинға һәм иҙәндә ятҡан Дутовты үлтерә. Штаб тышындағы боевиктар һаҡсыларҙы үлтерәләр һәм бөтә диверсион төркөм юғалтыуһыҙ Суйдунға ҡаса[4][5].

Дутов һәм уның менән бергә үлтерелгән казактар тантаналы рәүештә Сәйдән янындағы католик зыяратында ерләнә. 11 феарлдә ташкенттан Төркөстан фронты РВС-ы ағзаһы Г. Я. Сокольниковҡа телеграмма ебәрелә, телеграмманың копияһы — РКП (б) Үҙәк комитетына)[6]. Төркөм ағзаларын Ф. Э, Дзержинский бүләкләй, ә 1930 йылдарҙа улар сәйәси репрессиялары ҡорбандары булалар.

  • III дәрәжә Изге Станислав ордены
  • III дәрәжә Изге Анна ордены
  • III дәрәжә Изге Анна орденына ҡылыстар һәм бант
  • II дәрәжә Изге Анна ордены
  • Акулинин И. Г. Оренбургское казачье войско в борьбе с большевиками.
  • Артемьев Константин — Последний приют атамана Дутова.
  • Василенко С. Ю. Казачество в борьбе против большевиков в Семиречье и Синьцзяне в 1920—1922 гг. — Н. Новгород, 1998.
  • Волков Е. В. Новая книга об атамане А. И. Дутове // Новый Часовой (Санкт-Петербург). 2010. № 19-20. С. 358—359. [1]
  • Гагкуев Р. Г. Забытый атаман // Военно-исторический журнал. 2007. № 7. С. 78-79 [2]
  • Ганин А. В. Атаман А. И. Дутов (Россия забытая и неизвестная. На великом переломе). — М.: «Центрполиграф», 2006.[3] — 623 с. — ISBN 5-9524-2447-3
  • Ганин А. В.. Александр Ильич Дутов"Вопросы истории" 2005 № 9. — С. 56—84
  • Ганин А. В. Войсковой атаман Оренбургского казачьего войска А. И. Дутов // Кубанец: Magazine of Kuban cossack association / Изд. Кубан. казачьего союза. 2001. № 209. Февраль. С. 27-32.
  • Ганин А. В. Александр Ильич Дутов // Свой. Журнал Никиты Михалкова. 2008. № 3-4. С. 37-43.
  • Ганин А. В. Походный атаман всех казачьих войск (Александр Дутов) // Казачество великое, бесстрашное. СПб., 2008. С. 599—601.
  • Ганин А. В. Попытка свержения атамана А. И. Дутова в Оренбурге в декабре 1918 г. // История белой Сибири: Материалы 5-й международной научной конференции 4-5 февраля 2003 г. Кемерово. Кемерово: Кузбассвузиздат, 2003. С.151-154. [4]
  • Ганин А. В. Заговор против атамана Дутова в воспоминаниях очевидцев // Археография Южного Урала. Материалы Третьей Межрегиональной научно-практической конференции 30 сентября 2003 года. Уфа: Информреклама. 2003. С. 27-36. [5]
  • Ганин А. В. Вожди антибольшевистского движения оренбургского казачества в Николаевской Академии Генерального Штаба, 1901—1914 гг.: Опыт историко-психологического исследования // Русский сборник. Исследования по истории России XIX—XX вв. Т. 1. М., 2004. С. 152—196.
  • Ганин А. В. Гибель атамана А. И. Дутова на территории Западного Китая в 1921 году // Новая и новейшая история. 2006. № 6. С. 162—174.
  • Ганин А. В. Атаман А. И. Дутов и дело есаула Ф. А. Богданова // История белой Сибири. Материалы 6-й международной научной конференции 7-8 февраля 2005 года. Кемерово, 2005. С. 119—123. [6]
  • Ганин А. В. Предки и потомки Войскового атамана Оренбургского казачьего войска А. И. Дутова // Генеалогический вестник. Санкт-Петербург. 2005. № 21. С. 40-47. [7]
  • Ганин А. В. Атаман А. И. Дутов и «дело» полковника В. Г. Рудакова // Белое дело. 2 съезд представителей печатных и электронных изданий. Резолюция и материалы научной конференции «Белое дело в гражданской войне в России, 1917—1922 гг.». М., 2005. С. 226—239.
  • Ганин А. В. Рец.: Парамонов О. В. «Дутовки». Боны Оренбургского Отделения Государственного Банка в 1917—1918 гг. Каталог-исследование. М., 2005: Нумизматическая Литература. 400 с.; ил. // Вопросы истории. 2007. № 2. С. 169.
  • «…горячее желание маленького войска помочь старшим братьям». Письмо Войскового правления Иркутского казачьего войска Войсковому атаману Оренбургского казачьего войска А. И. Дутову от 19.03.1919 г. Публикация и примечания А. В. Ганина // Казачество России в Белом движении. Белая гвардия. Альманах. 2005. № 8. С. 278. [8]
  • Ганин А. В., Семенов В. Г. Офицерский корпус Оренбургского казачьего войска. 1891—1945: Биографический справочник. — М.,2007 [9]
  • Голинков Д. Л. Крушение антисоветского подполья в СССР — М., Политиздат, 1975 г.
  • Денисов С. В. Белая Россия. Альбом N-o 1 — Н.-Йорк, 1937 г.
  • Козубский К. Э., Ивлев М. Н. Теракт в Суйдуне: убийство Оренбургского атамана — в журнале «Простор», N-o 8 / 2004.
  • Милованов Н. Касымхан Чанышев — в сборнике «Незримый фронт. 1917—1967», Алма-Ата, «Казахстан», 1967.
  • Огаров О. Агония белых в Синцзянской провинции — в журнале «Военная мысль», N-o 2 / 1921.
  • Пученков А. С. А. В. Ганин. Атаман А. И. Дутов. М. ЗАО Центрполиграф. 2006. 623 с. // Вопросы истории. 2008. № 1. С. 171—172 [10]
  • Серебренников И. И. Великий отход. Рассеяние по Азии белых Русских Армий. 1919—1923 — Харбин, изд-во М. В. Зайцева, 1936.
  • Хинштейн А., Жадобин А., Марковчин В. Конец атамана — «Московский комсомолец» от 3О мая 1999.
  1. БОРЬБА С БОЛЬШЕВИКАМИ НА ТЕРРИТОРИИ III ВОЕННОГО ОКРУГА ОРЕНБУРГСКОГО КАЗАЧЬЕГО ВОЙСКА 1917—1918 гг.: ПО МАТЕРИАЛАМ СТАНИЧНЫХ АНКЕТ 2008 йыл 7 сентябрь архивланған. Альманах «Белая гвардия», № 8. Казачество России в Белом движении. М., «Посев», стр. 185—192
  2. http://www.баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/5845-dutov-aleksandr-ilich 2016 йыл 22 апрель архивланған.
  3. Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, "Башкирская энциклопедия", 2003, 160 бит.
  4. Козубский К.
  5. коллектив авторов. Советская милиция: история и современность. — Москва: Юридическая литература, 1987. — С. 73. — 336 с.
  6. Владимир Марковчин.

Ҡалып:Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы командующийҙары