Эстәлеккә күсергә

Александр Позынич һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Александр Позынич һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 2017
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новочеркасск
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Бейеклеге/буйы 2 метр
Карта

Александр Позынич һәйкәле2015 йылдың 24 ноябрендә Сүриә Ғәрәп Республикаһында хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булған диңгеҙ пехотасыһы, Батырлыҡ ордены кавалеры[1] , Новочеркасс ҡалаһында тыуған Позынич Александр Михайлович һәйкәле

Александр Позынич һәйкәле Новочеркасск ҡалаһы үҙәгендә, Александр баҡсаһының үҙәк аллеяһында урынлашҡан[2].

Монумент ҡулына ҡорал тотҡан һалдат фигураһынан ғибәрәт. Скульптура бронзанан ҡойолған, бронетранспортёрҙың броняһы фрагменты ҡиәфәтендәге постаментҡа ҡуйылған. Постаментта яҙыу: «Позынич Александр. Рәсәй Яугирҙәренә».

Бронза диңгеҙ пехотаһы бейеклеге — ике метр.

Һәйкәлде ҡуйыу инициаторы һәм уның Төп бағымсыһы «Социаль инициативалар үҙәге» ойошмаһы тора. Шулай уҡ бағымсы булараҡ Новочеркассктың битараф булмаған халҡы сығыш яһай. Һәйкәлдең дөйөм хаҡы 600 мең һум тәшкил итә[3].

Һәйкәл асыу тантанаһы 2017 йылдың 26 майында үтә. Һәйкәл асыу тантанаһында Александр Позыничтың ғаиләһе, Новочеркасск ҡалаһы мэры Владимир Киргинцев, 8-се гвардия армияһы вәкилдәре, йәмәғәт һәм ветерандар ойошмаһы ҡатнаша. Шулай уҡ тантанала Позынич ҡотҡарған осоусы Олег Пешковтың тол ҡатыны ҡатнаша[4].

Александр Позынич 2015 йылдың 24 ноябрендә Сүриәлә эҙләү-ҡотҡарыу операцияһы ваҡытында һәләк була. Позынич исемен Александр уҡыған 11-се урта мәктәп йөрөтә[5] , 11-се мәктәп һәм 2-се профессиональ училище стеналарында таҡтаташ ҡуйылған, был хәрби дан аллеяһында бюсы ҡуйылған. Александр Позынич исемендәге патриоток фестиваль» үтә. Олег Пешков һәм Александр Позынич иҫтәлегенә мемориал Амур өлкәһенең Возжаевка аивиация гарнизонында урынлашҡан.

  • Журнал «Ориентир». 2016 йыл № 3 (261), 1-80. Индекс 73458.