Таманян Александр Оганесович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Таманян битенән йүнәлтелде)
Таманян Александр Оганесович
әрм. Ալեքսանդր Թամանյան
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 4 (16) март 1878[1][2][3]
Тыуған урыны Краснодар, Рәсәй империяһы[2][3]
Вафат булған көнө 20 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[4][5][2][…] (57 йәш)
Вафат булған урыны Ереван, Әрмән ССР-ы[d], Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР[6][2][3]
Ерләнгән урыны могила Александра Таманяна[d]
Ҡәбере һүрәте
Балалары Геворг Таманян[d] һәм Юрий Таманян[d]
Һөнәр төрө архитектор, реставратор, градостроитель
Эшмәкәрлек төрө архитектура
Уҡыу йорто Юғары сәнғәт училищеһы[2]
Ғилми исеме академик[d][2][3]
Әүҙемлек урыны Санкт-Петербург[1], Ереван[1][2] һәм Мәскәү
Сәнғәт йүнәлеше русский неоклассицизм[d]
Ойошма ағзаһы Император художество академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
2-се дәрәжә Сталин премияһы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Таманян Александр Оганесович Викимилектә
Бекназарян, Таманян, Папазян, Таиров, Енгибарян, Даниелян, Амбарцумян, Шагинян, Тороманян.

Таманян (Таманов) Александр Оганесович (Иванович) (әрм. Ալեքսանդր Թամանյան; 16 март 1878 йыл — 20 февраль 1936 йыл) — әрмән сығышлы совет архитекторы һәм ҡала төҙөүсеһе, архитектурала неоклассик йүнәлеш вәкиле.

Әрмән CCР-ының халыҡ архитекторы (1926). Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1942 — үлгәндән һуң). Еревандың генераль планы, Еревандағы, Санкт-Петербург һәм Мәскәүҙәге ҡоролмалар авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1878 йылдың 16 мартында Екатеринодарҙа, банк хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуа.

1896 йылда Кубань Александров реаль училищеһын тамамлап, ике йылдан һуң Император Художество академияһының архитектура бүлегенә уҡырға инә, уны 1904 йылда тамамлай. Таманяндың апаһы һәм дуҫы Евгений Шретер Таманян һүҙҙәре буйынса, академияла уҡыған йылдарында уҡ Таманян, боронғо һәйкәлдәрҙең һыҙмаһын һәм фотоһүрәттәрен ҡарап, тарихи ватанында эшләргә теләге булыуын белдерә.

Таманяндың тәүге эштәре шул йылдарҙа популяр булған неоклассик йүнәлеш рухында башҡарыла. 1909 йылда ул граф Мусин-Пушкиндарҙың (Молог өйәҙе, Ярославль губернаһы) ике усадьбаһын реконструкциялауҙа эшләй. Шулай уҡ Борисоглеб усадьбаһында таш йорт һәм уның эргеһәндә дини хеҙмәт проектын эшләй һәм төҙөй. Иловна усадьбаһындағы эштәр тағы ла күләмлекрәк була: таш яр проектлау һәм төҙөү, парк ҡоролмаларын һәм йорт фасадтарын биҙәү проекттары, XVIII быуат аҙағындағы таш сиркәүҙе реставрациялау. Эштәр 1913 йылда тамамлана; 1914 йылда ул революция һөҙөмтәһендә тамамланмай ҡалған Иловналағы төп йортто артабан реконструкциялауҙы проектлауға тотона. 1940 йылдар башында ике усадьба ла Рыбинск һыуһаҡлағысы һыуы аҫтында ҡала.

А. И. Таманянға киң профессиональ билдәлелек Петербургта Әрмән сиркәүен реконструкциялауҙан һуң килә. Уның иртә эштәренән Царское селолағы В. П. Кочубей йортон (19111912) (Н. Е. Лансер һәм В. И. Яковлев менән берлектә), Мәскәүҙә ошо йылда иң яҡшы йорт исеменә лайыҡ булған Новинск бульварындағы кенәз С. Щербатов йорто (19111913), В. А. Семенов һәм башҡа архитекторҙар менән берлектә тимер юл хеҙмәткәрҙәре өсөн, туберкулез шифаханаһы һәм Мәскәү эргәһендә Прозоров станцияһында (хәҙер Кратово) тимер юл күперен дә индереп, Баҡса-ҡала проекты (19131923); Люберцыла ҡазан тимер юлының үҙәк депоһы, 1916. Шулай ук Н. Я. Марр ҡушыуы буйынса Ани ҡалаһында башланған музей проекты ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уны тормошҡа ашырыу мөмкин булмаһа ла, Таманян әрмән төҙөлөш сәнғәте әҫәрҙәре менән танышыу мөмкинлеген ала.

1914 йылда Таманян академик исеменә лайыҡ була, 1917 йылда вице-президент хоҡуғында Художество академияһы советы рәйесе һәм Сәнғәт эштәре буйынса советы рәйесе итеп һайлана. 1923 йылда Ереванға күсенә һәм республикала башланған төҙөлөш эшьәренә етәкселек итә. Таманян урындағы Совнарком инженеры һәм Әрмән ССР-ының Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы була (1925—1936). Бер нисә ҡасаба һәм ҡаланың, шул иҫәптән, Ленинакан (бөгөнгө Гюмри) (1925), Нор-Баязет (хәҙерге Гавар) (1927) һәм Ахт-Ахпар (1927), Эчмиадзиндың (1927—1928) һ. б. генераль пландарын эшләй. Хәҙерге Еревандың беренсе генераль планын да Таманян эшләй һәм ул 1924 йылда ҡабул ителә.

Уның стиле бәләкәй генә провинциаль ҡаланан Әрмәнстандың заманса баш ҡалаһына, эре сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәге әүерелеү мөмкинлеге бирә. Неоклассицизм архитекторҙың ижадын билдәләй, шул уҡ ваҡытта милли рухта башҡарыла (ташты традиционһырлап биҙәү һ. б.). Төҙөүсенең билдәле ижад өлгөләре араһында Ереванда гидроэлектростанцияны (ЕРГЭС-1, 1926), А. А. Спендиаров исемендәге Әрмән опера һәм балет йортон (19261953), ӘрмССР-ҙың Хөкүмәт йортон (1926—1941) һ. б. күрһәтергә мөмкин. Таманян шулай уҡ тарихи ландшафтты тергеҙеү һәм үҫтереүҙә төп ролде уйнай, Әрмәнстандың Тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау комитетында рәйес була.

А. И. Таманян 1936 йылдың 20 февралендә вафат була. Ереванда, Комитас исемендәге парк пантеонында ерләнә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таманян Бенуа ырыуы вәкиле Камилла Эдвардсҡа өйләнә. Улдары — Геворг һәм Юлий — аталарының эшен дауам итеп, архитектор була.

Таманяндың ейәне — Александр Таманян-кесе (2005 йылда вафат) — күренекле ғалим, Ҡарабах хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы була, «Маапартнер» төркөмөндә (үлемгә барыусылар) тора. Яңы уйлап табылған йәшерен ҡорал менән тәжрибә үткәреүсе "Х"хәрби инструкторҙар отрядын ойоштора һәм командалыҡ итә.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылғы 500 драм банкнотаһы
  • 2000 йылдар башында Ереван уртаһында А. И. Таманяндың архитектура музейы асыла.
  • 2000 йылда Әрмәнстанда Таманян арналған почта маркаһы сығарыла.
  • Александр Таманяндың туған халҡы мәҙәниәтенә индергән ҙур өлөшөн баһалап, уның портреты 500 драм купюраһына төшөрөлә.
  • Ереванда Таманян урамы бар, унда архитекторҙың һәйкәле ҡуйылған (1974).

Наградалары һәм премиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1942 — үлгәндән һуң) — Әрмән ССР-ы Хөкүмәт йортоноң архитектура проекты өсөн (19261941).
  • Әрмән ССР-ының халыҡ архитекторы (1924).

Әрмән ССР-ының Хөкүмәт йорто[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүҙә төньяҡ-көнбайыш өлөшө — Ер мәсьәләһе буйынса халыҡ комиссариатының айырым бинаһы проектлана (19261928) һәм төҙөлә, төҙөлөш 1929 йылда тамамлана.

1932—1936 йылдарҙа шул уҡ урында тотош квартал территорияһын биләп торған Хөкүмәт йорто төҙөлөшө проектлана, Наркомзем ошо бина эсендә ҡалырға тейеш була. Проектҡа ярашлы, дөрөҫ булмаған биш мөйөш формаһындағы бинаның үҙәк өлөшөндә, эске ихатала цилиндр формаһындағы бейегерәк корпусты төҙөү күҙаллана. Ул комплеҫкстың башҡа биналары менән тоташтырыусы фойе ролен үтәргә тейеш була. Ҡала төҙөлөшө планында ул, Халыҡ йорто (Опера театры бинаһы) менән бергә, проектланған Төньяҡ проспекттың үҙәге тип планлаштырыла. Әммә 1941 йылда төҙөлөш эштәре туҡтатыла һәм комплекстың үҙәк, көнсығыш өлөштәре төҙөлмәй ҡала.

Хөкүмәт йорто төҙөлөшөн 1952 йылда архитекторҙың улы — үҙенең яңы проекты менән Таманян Геворг тамамлай. Унда үҙәк корпус булмай, ә көнсығыш өлөшкә ҙур ултырыштар залы өҫтәлә.

Йорт ҡыҙғылт фельзит туфтан эшләнгән, нигеҙе — базальттан.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Армянская Советская Энциклопедия, том 1, 1974 Ереван.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]