Черданцев Александр Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Черданцев битенән йүнәлтелде)
Черданцев Александр Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 ноябрь 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1]
Тыуған урыны Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 июль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Черданцев Александр Алексеевич (15 ноябрь 1871 йыл16 июль 1943 йыл) — тыуған яҡты өйрәнеүсе ғалим, провизор. 1922—1925 йылдарҙа М. В. Нестеров исемендәге художество музейы директоры. «Урал библиографик һүҙлеге»нең авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Алексеевич Черданцев 1871 йылдың 15 ноябрендә Пермь губернаһының Лисвяный ҡасабаһында тыуған, ғалим Черданцев Иван Алексеевичтың ағаһы. 1899 йылда, Мәскәү университетының медицина факультетын тамамлағандан һуң, Екатеринбургта Үрге Иҫәт заводында дауахана дарыуханаһы идарасыһы булып эшләй. 1900 йылда ул Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте ағзаһы булып китә.

1915 йылда Өфөгә Император кеше йәнле йәмғиәте аптекаһына мөдир булып эшкә килә. 1917 йылда Өфө губерна музейы комитеты рәйесе итеп һайлана.

1917 йылда Башҡортостанда тиф эпидемияһы тарала. Дарыуҙар етмәгәнгә күрә провизор А. А. Черданцев эпидемияға ҡаршы көрәшеү өсөн дарыу үҫемлектәрен йыйыу ойоштора. Халыҡ уларҙан төнәтмәләр, онтаҡ әҙерләй. Өфөлә Черданцев төнәтмәләр һәм май дарыуы әҙерләү буйынса лаборатория аса, һуңынан лаборатория фармацевтик заводҡа әүерелә. 1920 йылда уның «Өфө губернаһының дарыу үҫемлектәре» исемле китабы донъя күрә.

1919—1931 йылдарҙа Өфө губерна санитария бүлегенең фармацевт өлкәһе мөдире булып эшләй, 1922—1925 йылдарҙа — М. В. Нестеров исемендәге Өфө дәүләт художество музейы директоры, 1932—1942 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Китап палатаһы менән хеҙмәттәшлек итә.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Алексеевич Черданцев төрлө яҡлы кеше була, һынлы сәнғәт, фарфор, скульптура, гравюралар, китаптар белгесе, 100-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт яҙған, нумизматика буйынса үҫемлектәр гербарийы каталогын төҙөгән.

Ул Китап палатаһы, Мәскәүҙәге В. И. Ленин исемендәге СССР-ҙың дәүләт китапханаһы, М. Е. Салтыков-Щедрин исемендәге Дәүләт асыҡ китапханаһы материалдары буйынса тыуған яҡты өйрәнеү белешмә картотекаһы төҙөй.

Ғалим «Урал библиографик һүҙлеген» ( Екатеринбург һәм Пермь дәүләт архивтарында һаҡлана), «1917 йылға тиклем Өфө губернаһының ваҡытлы матбуғат библиографияһын» булдырыу инициаторы була. 1929—1931 йылдарҙа ул «Башҡортостан хужалығы» журналында тыуған яҡты өйрәнеү библиографияһын баҫтырып сығара.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия. Т. 6. 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.
  • Уральская историческая энциклопедия. — УрО РАН, Институт истории и археологии. Екатеринбург: Академкнига. Гл. ред. В. В. Алексеев. 2000.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1