Александр I һәйкәле (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һәйкәл
Александр I һәйкәле
Александр I һәйкәле, 2007 й.
Александр I һәйкәле, 2007 й.
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Александр майҙаны
Скульптор Мартос Иван Петрович
Төҙөлгән ваҡыты 1998 йыл
Материал Бронза
Бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлек

1998

Александр I һәйкәле — 1831 йылда Таганрогта ҡуйылған, скульптор Мартос Иван Петрович һәм архитектор Мельников Авраам Иванович ижад иткән Рәсәй императоры Александр I һәйкәле[1]. Таганрог тарихында беренсе һәм Рәсәйҙә 2014 йылдың ноябренә тиклем был батшаға ҡуйылған берҙән-бер һәйкәл[1][2].

Үҙенсәлекле һәйкәлдең һүрәтләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡ юлаҡлы һоро граниттан эшләнгән бейек ҙур пьедесталда императорҙың тулы бронза һыны баҫып тора. Уға биш һикәлтәле баҫҡыс илтә. Александр I генерал мундиры һәм һалынып төшкән плащ кейгән, борғоланған йыланды ғорур рәүештә аяғы менән иҙә[1]. Был уның Наполеонды еңеүен символлаштырған кинәйәле һүҙ. Һул ҡулы менән батша шпага һабын тотоп тора, ә уң ҡулында Рәсәй империяһының ҡанундар йыйынтығы. Уның аяҡ аҫтындағы ҡанатлы фәрештәләр Александр батшаның «фәрештә кеүек» характерын символлаштыра. Скульптура замандаштарын ҙур портрет оҡшашлығы менән таң ҡалдыра. Һәйкәл пьедесталының алғы йөҙөндә уйып яҙылған яҙыу:

«

Александру Первому
1830

»

Таганрогтағы Мартос ижад иткән Александр I һәйкәленең моделе Санкт-Петербургтың Дәүләт Рус музейы экспозицияһына ҡуйылған[3].

Таганрогта монументты төҙөү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйкәл төҙөү тураһындағы фекер Таганрогта 1825 йылда Александр I вафат булғас тыуа[4]. Таганроглыларҙың һорауын яңы император Николай I кире ҡаҡмай. Барынан бигерәк, монумент проектын эшләргә художество Академияһы ректоры, данлыҡлы скульптор Мартос Иван Петрович үҙе ризалыҡ бирә[4]. Монумент Иерусалим майҙанының уртаһында, Иерусалим грек Александр-Невский монастыры ҡаршыһына ҡуйыла.

1920-се йылдар аҙағында Александр I һәйкәлен һүтеп алып, Александр I һарайы ихатаһына күсерәләр[5]. 1932 йылда Таганрог ҡала советы ҡарары буйынса һәйкәлде Дондағы Ростов ҡалаһына ебәрәләр, унда һәйкәлде «совет сәнәғәте кәрәк-ярағына» тип иретәләр.

Александр I батшаның һәйкәле урынына Граждандар һуғышы ҡатнашыусыһы Дышловой Трофим Ивановичтың ҡәберен урынлаштыралар. Һуңғараҡ Дышловойҙың ҡәберлеген Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына, ә унан аҙаҡ ҡаланың иҫке зыяратына күсерәләр, ул әле лә ошо зыяратта тора.

Һәйкәлде тергеҙеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1998 йылда, Таганрогтың 300 йыллығына, һәйкәлде яңынан тергеҙергә ҡарар ителә. Проектты коммерция структураһы — «Российский кредит» банкының Таганрог филиалы, уның идара итеүсеһе Г. А. Павленко финанслай. Һәйкәлдең күсермәһе ҡайһы бер үҙгәртеүҙәр менән Санкт-Петербургта һаҡланып ҡалған һыҙма буйынса эшләнә[6]. Тергеҙелгән һәйкәл 1998 йылдың 11 сентябрендә тантаналы асыла. Урындағы казактар һәм ҡала администрацияһы ҡатнашлығында ҙур митинг ойошторола. Хәҙерге монумент майҙандың уртаһынан ситкәрәк, торлаҡ йорттарға яҡыныраҡ күсерелгән булып сыға. Бер нисә йылдан һуң бүкәндәрҙәге сынйырҙар тергеҙелә, был һәйкәлгә тулы монументаллек бирә.

Яңы эшләнгән скульптурала постаменттан йылан алына. Проектты эшләүселәр, Наполеон баҫып инеүе бик алыҫта ҡалған ваҡиға, шуға күрә уның тураһында хәтерләтеү художестволы образға тәбиғи тура килмәй тип иҫәпләй[6]. Шулай уҡ скульптура композицияһынан купидондар (ҡулына йәйә менән уҡ тотҡан малай һүрәтендәге ғашиҡтар аллаһы) алына[6].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 31-34. — ISBN 978-5-9901455-3-5.
  2. Собств. корр. Памятник Александру I появился у стен Кремля в Москве // tvzvezda.ru. — 2014. — 20 ноября.
  3. Русский музей
  4. 4,0 4,1 Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — С. 60-64. — ISBN 978-5-902450-13-9.
  5. Орлов Г. Н., Найговзин Л. И., Цымбал А. А. Памятники архитектуры, истории и культуры Таганрога на старых открытках и фотографиях. — Таганрог: Лукоморье, 2004. — С. 64. — ISBN 5-901565-11-8.
  6. 6,0 6,1 6,2 Люци М. Памятник Александру I // Таганрог. Su. — 2009. — 30 июля.