Алексеева Татьяна Фёдоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Алексеева Татьяна Фёдоровна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 24 июнь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Тверь губернаһы[d], Корчевской уезд[d], Кимры[d]
Вафат булған көнө 15 ғинуар 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Тверь өлкәһе, Кимры[d]
Ерләнгән урыны Кимры[d]
Изображение могилы
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Алексеева Татьяна Федоровна (24 июнь 1915 йыл — 15 ғинуар 1986 йыл) — СССР табибы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан — Кимры район үҙәк дауаханаһы табибы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969), Калинин өлкәһендә был юғары исемгә лайыҡ булған берҙән-бер медик.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тверь өлкәһенең Кимры ҡалаһы Үҙәк зыяратында Алексееваның ҡәбере.

1915 йылдың 24 июнендә Тверь губернаһының Кимры ауылында (1917 йылдың 3 июненән — ҡала) тыуған[1]. Татьянаның олатаһы Кимрыға яҡын ауыл храмдарының береһендә священник булған, атаһы — урындағы дауаханала табип[1][2].

Беренсе Мәскәү медицина институтын тамамлай (2010 йылдан — И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты) һәм Ҡаҙаҡ ССР-ында эшләй, 1939 йылда Кимрыға ҡайта, унда урындағы дауаханала табип-инфекционист булып хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә[3].

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылдарында 3-сө рангалағы хәрби табип Алексеева Төньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә, унда 10-сы обсервация пункты медицина бүлеге начальнигы вазифаһын биләй[3].

1942 йылдың авгусында Кимрыға ҡабат ҡайта һәм унда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй. Үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлеге мөдире, участка терапевы вазифаһын биләй, шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт Кимры медицина училищеһында уҡыта. 1972 йылда СССР профсоюздарының XV съезына делегат итеп һайлана[3].

1969 йылдың февралендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Татьяна Алексееваға, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[3].

1986 йылдың 15 ғинуарында Алексеева Кимры ҡалаһында вафат була, ҡаланың Үҙәк зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Федорованың наградалары Кимры крайҙы өйрәнеү музейы экспозицияһына ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бутузов Е. Ради жизни других // Герои Труда — калининцы: сборник статей / Сост. Н. Арапова — М.: Московский рабочий, 1970. — Б. 19—24. — 380 б. — 13000 экз.
  • Коркунов В. И. Имена в истории кимрского края: Герои Социалистического Труда // Страницы кимрской истории. Книга вторая: краеведческие очерки / В. И. Коркунов, В. В. Коркунов — Тверь: Марина, 2010. — Б. 236—240. — 344 б. — ISBN 978-5-903728-26-8.