Алексеев Андрей Николаевич
Алексеев Андрей Николаевич (11 декабрь 1930 йыл — 9 сентябрь 2015 йыл) — СССР-ҙың ғалим-зоологы. Акарология, медицина энтомологияһы, теоретик һәм ғәмәли паразитология өлкәһендә белгес. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор. РФА ҡарамағындағы Паразитология йәмғиәтенең беренсе президенты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Андрей Николаевич Алексеев 1930 йылдың 11 декабрендә Ленинград ҡалаһында тыуған. Атаһы Николай Михайлович Алексеев Хәрби-медицина академияһын тамамлаған, хәрби табип. Әсәһе, Алексеева-Вербова Зинаида Давыдовна, хореограф,СССР-ҙа беренселәрҙән булып художестволы гимнастика буйынса мәктәп ойоштора[2][3]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғаилә Свердловскиға, ә һуңынан Фрунзе ҡалаһына эвакуациялана.
1954 йылда Хәрби-медицина академияһын алтын миҙал менән тамамлай[4]. Һөнәрен Е. Н. Павловскийың дөйөм биология һәм паразитология кафедраһы буйынса һайлай, артабан биҙгәк һәм Паппатачи биҙгәген таратыусыларҙы өйрәнеү һәм репеллентарҙы һынау өсөн профессор А. В. Гуцевич етәкләгән ведомство экспедицияларында ҡатнаша[3].
1954—1960 йылдарҙа армияла хәрби хеҙмәттә була һәм уны СССР Оборона министрлығының ғилми-тикшеренеү институтында Загорск һәм Кировта үтә[2][5].
1960 йылдан СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Дезинфекциялау һәм стерилизациялау ғилми-тикшеренеү институтында эшләй.
1966 йылда «тарих» һөнәре буйынса ситтән тороп Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. Диплом эшен «Афины V в до н. э.» темаһы буйынса яҡлай.
1963 йылда «медицина фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә «Изучение биологии и чувствительности к инсектицидам блох Ceratophyllus consimilis Wagn. 1898» тигән тема буйынса диссертация яҡлай.
1969 йылда «медицина фәндәре докторы» дәрәжәһенә «Взаимоотношения кровососущих членистоногих и возбудителей болезней человека (количественная характеристика взаимоотношений пар возбудитель—переносчик, изученных методом индивидуального дозированного заражения членистоногих)» темаһына диссертация яҡлай. 1970 йылда «профессор» исеме бирелә.
1971 йылдан 1986 йылға тиклем Е. И. Марциновский исемендәге медицина паразитологияһы һәм тропик медицина институтында эшләй. 1977—1982 йылдарҙа Табиптарҙың белемен камиллаштырыу буйынса үҙәк институттың медицина энтомологияһы кафедраһы мөдире була.
1986—1990 йылдарҙа СССР Медицина фәндәре академияһының Полиомиелит һәм вируслы энцефалиттар институтында, 1990—1992 йылдарҙа И. М. Сеченов исемендәге физиология һәм биохимия институтында эшләй. 1992 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Зоология институтында ғилми хеҙмәткәр[5].
Андрей Николаевич Алексеев 2015 йылдың 9 сентябрендә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антропоген йоғонтоһо шарттарында ҡанһураҡ быуынтыҡ аяҡлыларҙың төрлө төркөмөнөң үҙенсәлектәрен өйрәнә[6]. Алексеев паразитик системаның эмерджент үҙенсәлектәре төшөнсәһен индерә, инфекция тапшырыу юлының күп һанлы юлдарының законын, күп компонентлы антагонистик һәм синергетик үҙ-ара бәйләнештәрҙең концепцияһын һәм иксод талпандарҙың ҡатнаш инфекцияларының концепцияһын әйтеп бирә. Шулай уҡ ул ҡатмарлы паразитар системаларҙа процестарҙың төп механизмдарын аңлау өсөн сир таратыусылар популяцияһының фенотипик һәм генотипик үҙгәреүсәнлегенең әһәмиәтен асыҡлай[3].
Лайм сире, талпан энцефалиты, ағыуланған быуынтыҡ аяҡлылар-таратыусыларҙың организм эсендә эрлихиоз ҡуҙғытҡыстары араһындағы мөнәсәббәттәрҙе тикшерә. Ауыр металл иондары мөхитендә миҡдары артыу осрағында талпандар трансмиссив сирҙәрҙең әүҙем таратыусылары булып тора[2][5]. Ҡоштарҙың күсеү юлы үҙгәрешенең сир таратыусы талпандар ареалына йоғонтоһон һәм һуңғыларының күсеү юлдарында эпиззотий үҫешендәге ролен өйрәнә.
Боронғо текстарҙа сирҙәрҙең тасуирламаһын анализлау нигеҙендә Алексеев Пелопонесс һуғышы һөҙөмтәһенә (б.э. тиклем 431—404 йылдарҙа) сабыртма тиф эпидемияһы йоғонто яһай, был ауыл халҡының ҡалала тупланыуы һәм беттәр менән ағыуланыуы һәм антисанитар шарттар менән бәйле булыуын иҫбатлай[2].
Е.И. Марциновский исемендәге институт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Алексеев биҙгәк таратыусы гнус менән көрәшеү өсөн бактериаль препараттарҙы ҡулланыу буйынса мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштерә. Тере ағыулы бөрсәләр менән эш иткәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итер өсөн Алексеев уларҙы фиксациялау, автомат рәүештә был бөжәктәрҙе иҫәпләү өсөн прибор уйлап таба. Артабан был прибор «Алексеев аппараты» тип атала һәм Ысыҡкүл вирусы листериоз һәм башҡа сирҙәрҙең ҡуҙғытҡыстары һәм таратыусылары араһында булған мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеү өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ ул «тере ҡанһураҡ быуынтыҡ аяҡлыларҙы мәжбүри ашатыу аппаратын» уйлап таба[2]. Борелиоз һәм талпан энцефалитының ҡатнаш сығанағында боррелиялар вирусҡа бирешеүсәнлекте кәметеүен һәм кешеләрҙә талпан энцефалиты барышын йомшартыуын иҫбатлай. Шул уҡ ваҡытта, ваҡ хайуандарҙың боррелия менән зарарланыуы арҡаһында талпан энцефалитының күсереүселәр популяцияһында таралыу ихтималлығы түбәнерәк була.
РФА ҡарамағында Паразитология йәмғиәтен ойоштора һәм 1992 йылда 2003 йылға тиклем уның беренсе президенты була. Уның етәкселегендә биш съезд үткәрелә. 2003 йылда Паразитология йәмғиәтенең почетлы президенты итеп һайлана[2][3].
1976 йылдан алып 2005 йылға тиклем «Биология переносчиков и борьба с ними» комитетында Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының эксперты була, 1980—1994 йылдарҙа Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы /ФАО/ ҡарамағындағы «Управление внешней средой для борьбы с переносчиками» комитетына инә[7][5]. 16 аспирант һәм 1 доктор әҙерләй.
Ғилми йәмғиәттәрҙә ағзалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп ғилми йәмғиәттәрҙә тора[8][5], шул иҫәптән:
- Рус энтомология йәмғиәте (1966 йылдан алып)
- Американың энтомология йәмғиәте (1995 йылдан)
- РФА эргәһендәге Паразитология йәмғиәте (1992 йылда, йәмғиәткә нигеҙ һала)
- Скандинавия-Балтик паразитологтар йәмғиәте (1998 йылдан)
- Нью-Йорк Фәндәр академияһы (1995 йылдан)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «СССР Ҡораллы көстәре 40 йыл»,
- III дәрәжә «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалдары[9].
- Алексеев хөрмәтенә тараҡан alexeevi Rhabdoblattella Anisyutkin, 2016 аталған[10].
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]568 баҫмалар авторы[2], шул иҫәптән:
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексеев А. Н., Кондрашова З. Н. Организм членистоногих как среда обитания возбудителей. — Свердловск: УНЦ АН СССР, 1985. — 181 с.
- Алексеев А. Н., Маханько Е. В. Биологическая борьба с членистоногими - переносчиками возбудителей болезней человека : (Средства, методы, перспективы) : Учеб. пособие. — М.: ЦОЛИУВ, 1985. — 43 с.
- Алексеев А. Н. Система клещ-возбудитель и её эмерджентные свойства. — СПб.: ЗИН РАН, 1993. — 204 с.
- Алексеев А. Н., Лобзин Ю. В. Клещевые инфекции и их переносчики: современные проблемы паразитологии и эпидемиологии : лекция. — СПб.: Росийская Воено-медицинская академия, 2005. — 39 с.
- Алексеев А. Н. Кровососущие членистоногие в паразитарной системе : механизмы защиты и агрессии переносчиков возбудителей болезней : учебное пособие (Конспекты по зоологии беспозвоночных; вып. 2). — СПб.: Изд-во Санкт-Петербургского гос. ун-та, 2008. — 55 с. — ISBN 978-5-288-04771-8.
- Алексеев А. Н., Дубинина Е. В. Блохи - домашние или домовые животные?. — М.: Товарищество научных изд. КМК, 2017. — 96 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9909477-1-9.
Мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексеев А. Н. О так называемой чуме в Афинах // Вестник Древней истории. — 1966. — № 3. — С. 127—142. — ISSN 0321-0391.
- Алексеев А. Н. Физиологические и генетические основы коэволюции сложных систем «эктопаразит — переносчик — возбудитель болезней» // Журнал эволюционной биохимии и физиологии. — 2007. — Т. 43. — № 6. — С. 507—519.. — ISSN 0031-1847.
- Алексеев А. Н., Буренкова Л. А., Чунихин С. П. Запахи растений — важные детерминанты поведения и скорости развития иксодид-переносчиков болезней // Паразитология. — 1992. — Т. 26. — № 1. — С. 20—31. — ISSN 0031-1847.
- Алексеев А. Н., Гребенюк Р. В., Чиров Павел Абрамович, Кадышева А. М. О взаимоотношениях возбудителя листериоза (Listeria monocytogenes) и кровососущих блох // Паразитология. — 1971. — Т. 5. — № 2. — С. 113—118. — ISSN 0031-1847.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 Дубинина Е. В. Путь в науке: материалы к портрету учёного, A Journey in Science: Materials for a Portrait of a Scientist (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2019. — Т. 11, вып. 1. — С. 7—35. — ISSN 2076-8176; 2500-1221 — doi:10.24411/2076-8176-2019-11983
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Дубинина Е. В. Путь в науке: материалы к портрету учёного // Историко-биологические исследования. — 2019. — Т. 11. — № 1. — С. 7—35. — ISSN 2076-8176. — DOI:10.24411/2076-8176-2019-11983
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Pugachev O. N., Tobias V. I. On the 80th Anniversary of A. N. Alekseev (инг.) // Entomological Review. — 2011. — Т. 91. — № 1. — С. 127–130. — ISSN 0013-8738. — DOI:10.1134/S0013873811010118
- ↑ Андрей Николаевич Алексеев (1930‒2015) // журнал «Паразитология». — 2016. — Т. 30. — № 3. — С. 243‒245. — ISSN 0031-1847.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Памяти Андрея Николаевича Алексеева // Пест-Менеджмент. — 2015. — № 3. — С. 42—43. — ISSN 2076-8462.
- ↑ Андрей Николаевич Алексеев (1930‒2015) // журнал «Паразитология». — 2016. — Т. 30. — № 3. — С. 243‒245. — ISSN 0031-1847.
- ↑ Андрей Николаевич Алексеев (1930‒2015) // журнал «Паразитология». — 2016. — Т. 30. — № 3. — С. 243‒245. — ISSN 0031-1847.
- ↑ Андрей Николаевич Алексеев (1930‒2015) // журнал «Паразитология». — 2016. — Т. 30. — № 3. — С. 243‒245. — ISSN 0031-1847.
- ↑ Андрей Николаевич Алексеев (1930‒2015) // журнал «Паразитология». — 2016. — Т. 30. — № 3. — С. 243‒245. — ISSN 0031-1847.
- ↑ Anisyutkin, L. N. & Jushkova, O. V. New data on cockroaches of the subfamily Epilamprinae (Dictyoptera: Blaberidae) from India and Sri Lanka, with descriptions of new species and the genital complex of Aptera fusca (Thunberg, 1784) (инг.) // Zootaxa. — 2017. — Т. 4236. — С. 41–64. — ISSN 1175-5326. — DOI:10.11646/zootaxa.4236.1.2
- 11 декабрҙә тыуғандар
- 1930 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 9 сентябрҙә вафат булғандар
- 2015 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаусылар
- С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын тамалаусылар
- Мәскәү дәүләт универститетының тарих факультетын тамамлаусылар
- III дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- Һаулыҡ һаҡлау отличниктары (СССР)
- Медицина фәндәре докторҙары
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар