Алексеев Николай Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Николай Васильевич Алексеев
Тыуған көнө:

26 август 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны:

Уҫаҡ (Бөрө районы), БАССР, СССР

Вафат булыу көнө:

7 апрель 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (65 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Рәсәй

Гражданлығы:

СССР СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

төҙөү

Эшләгән урыны:

ӨДАТУ

Ғилми дәрәжәһе:

техник фәндәр докторы

Ғилми исеме:

профессор

Уҡыу йорто:

Новосибирск тимер юл транспорты инженерҙары институты

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Николай Алексеев

Алексеев Николай Васильевич (26 август 1934, Уҫаҡ (Бөрө районы), БАССР7 апрель 2000, Өфө) — СССР һәм Рәсәй инженер-төҙөүсөһө, уҡытыусы. Техник фәндәре докторы (1997), профессор (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алексеев Николай Васильевич 1934 йылдың 26 авгусында Башҡорт АССР-ының Бөрө районы Уҫаҡ ауылында тыуа.

1956 йылда инженер-төҙөүсө һөнәре буйынса Новосибирск тимер юл транспорты инженерҙары институтын. 19571959 йылдарҙа Өфөлә 414-се һанлы Мостострой ойошмаһының өлкән инженеры. 1959—1965 йылдарҙа Өфөлә «Башнефтепроект» институтында өлкән инженер-конструктор вазифаһын биләй.

1965 йылдан алып Николай Алексеев Өфө дәүләт авиация техник университетының «Материалдар ҡаршылығы» кафедраһында уҡыта. 19671970 йылдарҙа киске факультет деканы була.

Алексеевтың ғилми тикшеренеүҙәре тәбиғи рәүештә боролған күсәрҙәрҙең көсөргәнешле-деформациялы хәлен өйрәнеү ысулдарын табыуға, һығылмалылыҡ теорияһының сик мәсьәләләренең электр моделен әҙерләүгә бағышланған. Спираль һымаҡ бырауҙарҙың ныҡлығын һәм ҡатылығын иҫәпләүҙең Алексеев уйлап тапҡан алымы Башҡортостандың, Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре һәм БДБ илдәре предприятиеларында актив рәүештә ҡулланыла.

1998 йылда ул техник фәндәре докторы исемен яҡлай һәм профессор дәрәжәһен яулай.

Николай Васильевич 100-ҙән артыҡ ғилми эш һәм 2 уйлап табыу авторы була.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Некоторые результаты исследований НДС естественно закрученных стержней //Механика деформируемых тел и конструкций. Өфө, 1998 (авторҙ.)
  • Electromagnetic Simulation of fields in solving problems of aerohydrodynamics and in the theory of elastiсity in the basic elements of turbomachines //Simulation of Systems. Амстердам, 1976 (авторҙ.).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]