Резников Алексей Львович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Алексей Львович Резников битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡалып:ФИО

Алексей Львович Резников
Эшмәкәрлек төрө:

Инженер-нефтяник

Тыуған көнө:

1933({{padleft:1933|4|0}})

Тыуған урыны:

Краснодарский край, РСФСР, СССР

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Награда һәм премиялары:

Алексей Львович Резников (1933 йылда тыуған, Төньяҡ Кавказ крайы, РСФСР) — совет инженер-нефтсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Төркмән ССР-ының «Небитдагнефть» нефть промыслаһы идаралығы мастеры[1].

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1931 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1933) РСФСР-ҙың Төньяҡ Кавказ крайында (хәҙерге — Краснодар крайы) тыуған.

Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, 1955 йылда «Төркмәннефть» берләшмәһендә скважиналарҙы капиталь ремонтлау быраулаусыһы булып эшләй башлай.

Ситтән тороп Грозный дәүләт нефть техник институтын тамамлаған, «Небитдагнефть» нефть промыслаһы идаралығында мастер булып эшләй. Уның етәкселегендә быраулаусылар бригадаһы күп йылдар дауамында Төркмән ССР-ы нефтселәре араһында социалистик ярышта призлы урындар яулай һәм идаралыҡта тәүгеләрҙән булып «Коммунистик хеҙмәт коллективы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Производстволағы уңыштары һәм коммунистик хеҙмәт ударниктары исеменә ярыш ойоштороуҙа күрһәткән инициативаһы өсөн 1960 йылдың 28 майында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Алексей Львович Резников Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була[2].

«Лениннефть» нефть промыслаһы идаралығының баш инженеры булып эшләй. 1968 йылда «Приазовнефть» нефть промыслаһы идаралығы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1973 йылдың февралендә Көнбайыш Себергә күсә, унда Баштюменнефтегаз системаһында нефть әҙерләү буйынса начальник урынбаҫары вазифаһын биләй. 1973 йылдың мартында «Нижневартовскнефтегаз» етештереү берекмәһенең «Мегионнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә (Төмән өлкәһенең Ханты-Манси милли округы).

1976 йылдың октябрендә Радужный ҡасабаһында (Ханты-Манси милли округы) «Варьёганнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығын етәкләй. 1977 йылдың майында профсоюз органдарына эшкә күсә.

Нижневартовск ҡалаһы халыҡ депутаттары Советы депутаты, 1961 йылда КПСС-тың XXII съезы делегаты итеп һайлана, 1961 йылдан 1968 йылға тиклем Төркмәнстан Коммунистар Партияһы ҮК ағзаһы була.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яғы Краснодар крайына әйләнеп ҡайта. Артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәт юҡ. Ленин Ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]