Алина Урушадзе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Алина Урушадзе
груз. ალინა ურუშაძე
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Georgia.svg Грузия
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Georgia.svg Грузия[1][2]
Тыуған көнө 7 ғинуар 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (17 йәш)
Тыуған урыны Латвия, Рига
Һөнәр төрө фигурист
Спорт төрө Фигуралы шыуыу
Спортивная дисциплина женское одиночное фигурное катание[d]
Ҡатнашыусы 2018 Junior Grand Prix Armenia - ladies' singles[d], 2018 Minsk-Arena Ice Star - junior ladies' singles[d], 2019 Junior Grand Prix France - ladies' singles[d], 2019 World Junior Figure Skating Championships - ladies' singles[d], figure skating at the 2019 European Youth Olympic Winter Festival - girls[d] һәм figure skating at the 2020 Winter Youth Olympics – girls' singles[d][2]

Алина Урушадзе (груз. ალინა ურუშაძე; 7 ғинуар 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (17 йәш), Рига) — грузин фигурисы, элек Латвия өсөн сығыш яһаған[3]. 2019 йылғы Босфор Кубогы һәм 2019 йылғы Volvo Open Cup бронза призеры. 2019 йылда юниорҙар араһында донъя чемпионатында 11-се урын һәм 2020 йылда үҫмерҙәрҙең ҡышҡы Олимпия уйындарында фигуралы шыуыу буйынса бишенсе урынды биләй.

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урушадзе Ригала тыуған һәм үҫкән, элегерәк Латвия өсөн сығыш яһаған[4][5]. 2018 йылдың октябренән Грузия өсөн сығыш яһай.

Миҙгел 2018/2019[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2018 йылдың октябрендә Урушадзе Ереванда үҫмерҙәрҙең Гран-при этабында сығыш яһай. Ҡыҫҡа программала ла һәм ирекле программаларҙа ла бишенсе урын алыуына ҡарамаҫтан, дөйөм зачетта ул алтынсы урында була. Был этап фигурист өсөн миҙгелдә һуңғыһы була[6].

Урушадзе юниорҙарҙың мөһим ярыштарында сығыш яһауын дауам итә, шунан һуң үҫмерҙәрҙең Европа ҡышҡы олимпия фестивалендә ҡатнаша, унда ҡыҫҡа программала дүртенсе була, ләкин ирекле программанан һуң алтынсы урынға төшөп китә, һәм үҫмерҙәр араһында 2019 йылда донъя чемпионатында 11-се урында була[6].

Юниорҙар араһында донъя чемпионатында Урушадзе ҡыҫҡа программала ун бишенсе урында була, әммә финал көнөндә ирекле программала ла, дөйөм зачетта ла ун беренсе урынды биләй[6].

Миҙгел 2019/2020[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урушадзе Францияла юниорҙар араһында Гран-при этабында һигеҙенсе урын һәм Хорватияла алтынсы урынды биләй. Ул 2020 йылдада Лозаннала үҫмерҙәрҙең ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша һәм бишенсе урынды биләй. Өлкәндәр араһында ИСУ чемпионатында беренсе тапҡыр сығыш яһап, ул Грацала Европа чемпионатында ун бишенсе урынды биләй[7]. Бер айҙан һуң Алина юниорҙар араһында донъя чемпионатында ҡатнаша, унда 15-се урында була.

Урушадзе Монреалдә үтәсәк донъя чемпионатына йыйылма команда составына инә, әммә март айында башланған коронавирус пандемияһы арҡаһында миҙгел старты үткәрелмәй[8].

Миҙгел 2020/2021[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл буйы дауам иткән пандемия арҡаһында конькиҙа уҙышыусыларҙың Халыҡ-ара союзы Гран-при этабын географик урын нигеҙендә үткәрергә ҡарар итә. Урушадзе өлкәндәрҙең Rostelecom Cup 2020 Гран-при этабында беренсе тапҡыр сығыш яһап, һуңғы унынсы урынды биләй[9].

Һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярыш 18/19 19/20 20/21
Донъя чемпионаты C 20
Европа чемпионаты 15
GP Rostelecom Cup 10
CS Warsaw Cup WD
Golden Bear 7
Istanbul Cup 2
Volvo Open Cup 3
Үҫмерҙәрҙең олимпия уйындары 5
Юниорҙарҙың донъя чемпионаты 11 18
JGP Әрмәнстан 6
JGP Хорватия 6
JGP Франция 8
ЕЮОФ 6
TBD = турнир белдерә; WD = Төшә; C = Ярыш юҡҡа сығарыу

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://www.isuresults.com/bios/isufs00106324.htm
  2. 2,0 2,1 https://www.lausanne2020.sport/results/nh/en/Participant/List
  3. Уроженка Латвии Алина Урушадзе гордится тем, что выступает за Грузию.Грузия Online(13 февраля 2019). Дата обращения: 9 марта 2019.
  4. https://sport24.ru/news/other/2020-01-21-chempionat-yevropy-po-figurnomu-kataniyu-2020-uchastniki-raspisaniye-translyatsii
  5. Уроженка Латвии Алина Урушадзе гордится тем, что выступает за Грузию (2019-02-13).
  6. 6,0 6,1 6,2 Alina URUSHADZE: 2018/2019. International Skating Union. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 март 2019.
  7. 2020 ISU European Figure Skating Championships Results.International Skating Union.
  8. Ewing, Lori. World figure skating championships cancelled in Montreal, CBC Sports (March 11, 2020).
  9. ISU GP Rostelecom Cup 2020. International Skating Union

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Урушадзе, Алина (англ.) на официальном сайте Международного союза конькобежцев.