Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы
Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы | ||
| ||
---|---|---|
Тыуған: | 1886 Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе [[Беләү|Беләү-Землянский]] утары | |
Үлгән: | 25 февраль 1922 Мәскәү |
Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы (1886 йыл, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Беләү-Землянский утары (хәҙерге Медногорск ҡалаһы составындағы) Беләү ауылы[1]) — 1922 йыл 25 февраль 1922 йыл, Мәскәү) — башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы 1886 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Беләү-Землянский утары (хәҙерге Медногорск ҡалаһы составындағы) Беләү ауылында тыуған.
Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Иҙелбай ауылында (хәҙерге Медногорск составында) 2 класлы рус-башҡорт училищеһын, Орск уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған.
1‑се Бөтә Рәсәй Мосолман съезы делегаты. 1917 йылда майынан Башҡорт өлкә бюроһы ағзаһы. 1‑се Бөтә башҡорт ҡоролтайын ойоштороусыларҙың береһе. Декабрҙән алып Кесе ҡоролтай ағзаһы, бер үк ваҡытта Башҡорт хөкүмәтенең Эске эштәр бүлеге мөдире. 1918 йылдаң Башҡортостан автономияһының урындағы власть органдарын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1‑се Бөтә башҡорт хәрби съезын ойоштороусыларҙың береһе. 1919 йылда 23 февралдә башлап мәғариф халыҡ комиссары, июндән — Башҡортостан хәрби-революцион комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы, июлдән — АСБР‑ҙың дәүләт контроле халыҡ комиссары. Сентябрҙә Өфө губернаһы властары менән Бәләкәй Башҡортостан составына ингән территория урындағы идара итеү аппаратын республикаһы ҡарамағына биреү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара.
«Положение о БСФ от 22 мая 1920 года, произвело на наших работников убийственное впечатление. Мы создали автономную республику, теперь Центр её ликвидирует. Нам стало ясно, что мы работаем в пустом пространстве».
1920 йылда башлап АСБР‑ҙың Мәғариф халыҡ комиссариатында эшләй, 1921 йылда — Стәрлетамаҡ ҡалаһында Америка ярҙам администрацияһының йәмәғәт туҡланыуы бүлеге мөдире. 1922 йылда 25 февралдә йылда вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Аллабирде Ягафаров — ПЕРВЫЙ НАРКОМ ПРОСВЕЩЕНИЯ МАЛОЙ БАШКИРИИ(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башкортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009;
- Кульшарипов М. М. А. Ягафаров — видный деятель башкирского национального движения //Этническая история и духовная культура башкир Оренбуржья. Оренбург, 2007.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- (недоступная ссылка) Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы
- Кульшарипов М. М. Аллаберде Ягафаров — видный деятель башкирского национального движения // Ватандаш. — 2010. — № 1. — С. 50–54. — ISSN 1683-3554.
- 1886 йылда тыуғандар
- 25 февралдә вафат булғандар
- 1922 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Кесе Ҡоролтай ағзалары
- Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре
- Башҡорт Хөкүмәте ағзалары
- Башҡорт АССР-ының дәүләт эшмәкәрҙәре
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Ырымбур өлкәһе башҡорттары