Аллаярова Фирүзә Мирхәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аллаярова Фирүзә Мирхәт ҡыҙы
Тыуған көнө 1977
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Аллаярова Фирүзә Мирхәт ҡыҙы (сәхнә псевдонимы — Фирүзә Париж) (1977) — йырсы, актриса. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фирүзә Мирхәт ҡыҙы Аллаярова 1977 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуған. Тәүге тапҡыр сәхнәгә 3 йәшендә сыға. Ата-әсәһе ҡыҙҙың йыр-моңға һөйөүен ҡеүәтләп тора, сөнки үҙҙәре лә йырға әүәҫ кешеләр. Ғөмүмән, Фирүзә — данлыҡлы йырсылар тоҡомонан (әсәһе Флүрә Туйсина, ағалары Рәмил һәм Радмир Туйсиндар республикала билдәле шәхестәр). Мәктәптә уҡыған йылдарҙа талантлы ҡыҙыҡай ауылдағы, райондағы концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡолсора урта мәктәбен тамамлағандан һуң 1993—1997 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында белем ала (Ғ. Ғиләжев, Р. Нәбиуллин, З. Хөсәйенова курсы)[1].

1997—2000 йылдарҙа Сибай дәүләт башҡорт драма театрында, артабан — Сибай филармонияһында эшләй. Сибай театрындағы беренсе роле — «Уйламай һөйләһәң…» (пьеса авторы В. Лазарев, режиссеры В. Йосопов) спектаклендәге Таңһылыу роле. Йәш актриса йыр конкурстарында ҡатнаша. Ижади псевдонимы итеп ҡартатаһының исемен ала. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм Парижға тиклем барып еткән ата-бабалары хөрмәтенә ҡушылған ҡартатаһының исеме аҫтында уны тамашасы белә, ярата — Фирүзә Париж[2].

2001 йылда Өфөгә күсеп килә һәм Башҡортостан радиотелекомпанияһында эшләй башлай («Сәләм» тапшырыуын алып бара). Ошо уҡ йылда М. Ғафүри исемендәге Башҡорт академия драма театрына «Нәркәс» (И. Йомағолов) спектакленә төп ролде башҡарыу өсөн саҡырыла[1]. 2001 йылдан 2016 йылдың аҙағына тиклем республиканың төп театрында береһенән-береһе сағыу ролдәр тыуҙыра, әммә йыр сәнғәтенә ваҡыт тар ҡалыу сәбәпле Фирүзә Париж 2017 йылдың башынан театрҙы ҡалдырып, үҙаллы концерт эшмәкәрлеген башлай. Хәҙерге ваҡытта Фирүзә республика район-ҡалаларында концерттар менән сығыш яһай (И. Рамаҙанов, Л. Белый һәм башҡалар менән берлектә), Ҡаҙан телерадиокомпанияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Ф. Париждың йырҙары йыш ҡына «Туған тел», «Юлдаш» каналдары хит-парадтарының тәүге урындарында бара («Хистәр», «Күҙҙәремә-күҙҙәрең», «Ай-һай, һыуҙары»).

Театрҙағы ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нәркәс — «Нәркәс» (И. Йомағолов)
  • Ассель — «Юлдарым — һағышлы моңдарым» (С. Айытматов)
  • Заят — «Атилла» (Ғ. Шәфиҡов)[3].
  • Гөлфиназ — «Бәхет хаҡы» (Хәлисә Мөҙәрисова)
  • Зилә — «Хыял диңгеҙе» (Ф. Бүләков)
  • Алтынсәс — «Мин — ҡатын-ҡыҙ» (Т. Миңнуллин)
  • Гөлсара — «Әбейүшкә@тущка.ру» (Р. Кинйәбаев)
  • Эльза — «Артур+Нэнси» (Ә. Дилмөхәмәтова)
  • Гөлнара — «Минең ғаиләм» (Т. Дәүләтбирҙина)
  • Маһруй — «Башмағым» (Ғ. Ибраһимов)
  • Нәжиә — «Мин һинең ҡәйнәң булам»[4].

Киноролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Коралай» фильмы (2004, реж. Р. Фәтхиев) — сихырсы роле.

Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ай-һай, һыуҙары (Федоров Владимир көйө, Шәкирова Гөлфиә һүҙҙәре)
  • Атай-әсәй йорто (Үҙәнбаева Флүрә көйө, Ғәниева Тамара һүҙҙәре)
  • Ауыр һүҙ — (Гүзәлиә көйө, Фаттахов Венер һүҙҙәре)
  • Бала саҡ — (Яхин Илшат көйө, Аллаярова Фирүзә һүҙҙәре)
  • Борма юлдар — (Өмөтбаев Рәил көйө, Аллаярова Фирүзә һүҙҙәре)
  • Дуҫтарға — (Үҙәнбаев Юлай көйө, Мөхийәр Рәзинә һүҙҙәре)
  • Йәлләмәйек йылы һүҙҙәрҙе — (Нағаева Зифа музыкаһы һәм һүҙҙәре)
  • Йөрәгем оса— (Ирада Фазлаева музыкаһы һәм һүҙҙәре)
  • Мин ышанам — (Яҡшымбәтов Альфред көйө, Шәкирова Гөлфиә һүҙҙәре)
  • Пар балдаҡтар — (Зарипов Радиф көйө, Аллаярова Фирүзә һүҙҙәре)
  • Татыулыҡ — (Мөхөтдинов Филүс көйө, Насырова Светлана һүҙҙәре)
  • Ташлама йәреңде — (Үҙәнбаев Юлай көйө, Йыһангирова Шәмсиә һүҙҙәре)
  • Туғандар — (Абдуллина Нурия көйө, һәм һүҙҙәре)
  • Тәүге һөйөү — (Рәил Өмөтбаев көйө,Аллаярова Фирүзә һүҙҙәре)
  • Хистәр — (Гүзәлиә көйө, Шәкирова Гөлфиә һүҙҙәре)
  • Юғалтыуҙан әрней яралар — Амирханова Әлфиә, Асадуллина Айгөл менән бергә (Арсланов Риф көйө, Тимирова Рәмзинә һүҙҙәре)
  • Ғүмер үтә — (Үҙәнбаев Юлай көйө, Йәнбәк Рәмил һүҙҙәре)
  • Ҡарлуғас — (Р. Сахауетдинова көйө, Т. Миңнуллин һүҙҙәре)
  • Ҡайынлыҡта — (Абдуллина Нурия көйө, Кәрим Булат һүҙҙәре)
  • Ҡыҙыма — (Өмөтбаев Рәил көйө, Шәкирова Гөлфиә һүҙ.)
  • Күҙҙәребеҙ — күҙҙәрҙә (Р. Зарипов көйө, Г. Шәкирова һүҙҙәре)
  • Яҙмыш , Улыма (М. Әбделмәнов көйө һәм һүҙҙәре)
  • Һөйөп-һөйөлөп йәшә (Ф. Үҙәнбаева көйө)
  • Мөхәбәтле даръя (Р. Әбдиев көйө, Аллаярова Фирүзә һүҙҙәре)
  • Төн, Эҙләйем һине (Р. Әбдиев көйө, Аллаярова Фирүзә һүҙҙәре)
  • Һөйөргә һин мине тыйма (Р. Әбдиев көйө, Аллаярова Фирүзә һүҙҙәре)
  • Донъя күрке (В. Федоров көйө, Г. Шәкирова һүҙҙәре)
  • Көт кенә (Гүзәлиә көйө, Анна Попова һүҙҙәре)
  • Йөрәгең ишетһен (Д. Отаршинов көйө, Аллаярова Фирүзә һүҙҙәре)[3].

Фирүзә Париждың ике йырҙар альбомы сыҡты: «Мөхәббәтле даръя», «Хистәр». Башҡорт, татар, каҙаҡ композиторҙары менән бәйләнештәр булдырған[3]. Фирүзә Париж йыш ҡына дуэт менән йырҙар башҡара (Артур Ҡунаҡбаев, Азат Йыһаншин, Рәил Өмөтбаев һәм башҡалар менән). Үҙ ваҡытында артист булыу хыялынан баш тартырға мәжбүр булған, әммә күңелендә йыр-моңға һөйөү йөрөткән әсәһе Флүрә Туйсина менән дә Фирүзәнең бергә йырлаған йырҙары бар[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]