Аллаяров Ричард Хәйрулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Аллаяров
Ричард Хәйрулла улы
Тыуған көнө:

5 июнь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

БАССР, Мәсәғүт кантоны, Дыуан-Мәсетле ауылы[1]

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Вафат булған көнө:

5 ноябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (61 йәш)

Вафат булған урыны:

Нефтеюганск

Награда һәм премиялары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1959
Ленин ордены

Аллаяров Ричард Хәйрулла улы (5 июнь 1927 йыл — 5 ноябрь 1988 йыл) — СССР-ҙың почётлы нефтсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). КПСС-тың XXII съезы делегаты[2].

Ғүмер юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аллаяров Ричард Хәйрулла улы 1927 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ы Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Офицер атаһы Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк һәләк була. 1941 йылда Белоруссияның Дзержинск районы биләмәһендәге хәрби ҡаласыҡта алтынсы синыфты тамамлап өлгөргән Ричард Аллаяров тыуған яҡтарына юллана. Артабан Ишембай ҡалаһының икенсе һанлы һөнәрселек училищеһын тамамлай. 1943 йылдың йәйендә «Ишембайнефть» тресында быраулаусы булып эшләй башлай. 1946 йылда «Туймазабурнефть» тресының икесе быраулау контораһына быраулаусы итеп күсерелә. Ике йылдан һуң быраулау мастеры итеп тәғәйенләнә. 1955 йылда «Аксаковнефть» тресында өлҡән мастер булып эш башлай. 1964 йылда үҙенең бригадаһы менән Башҡортостан хөкүмәте ҡарары нигеҙендә Төмән өлкәһенең Нефтеюганск ятҡылығын эшкәртергә ебәрелә. Һуңынан уны үтә лә ҡатмарлы эштәр буйынса мастер итеп тәғәйенләйҙәр.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959)
  • СССР-ҙың Почетлы нефтсеһе (1959)
  • Нефтеюганск ҡалаһының Почётлы гражданы (1987)
  • Октябрьский ҡалаһында Р. Аллаяров исемендәге урам бар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда. — Уфа. 2011
  • Богатко С. А. По праву первых. — Свердловск, 1973.
  • Энциклопедия Ханты-Мансийского автономного округа Тюменской области. — «Югория», 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аллаяров Ричард Хәйрулла улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.